Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
28 Сентября 2024, 16:54

Сабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлау

Был әйберҙәр енде бәпескә яҡынлатмай.

Сабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлауСабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлау
Сабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлау

‼Сабыйҙарҙы ҡырҡ көнгә тиклем һаҡлау
❗Йәш баланы 40 көнгә тиклем көҙгөгә ҡаратырға ярамай. Көҙгөгә ҡаратһаң, бала оҙаҡ һөйләшмәй, йә үҫмәйәсәк.
❗Йәш балаға көҙгө бирергә ярамай, аҡылы зәғифләнә.
❗Йәш баланың күлдәген әйләндереп йыуырға ярамай, ауырыу ҡаҡлыға.
❗Баланың йыуылған керен тышта ҡалдырырға ярамай, ен-шайтан сихыры тейә.
❗Сабыйҙы 40 көнгә тиклем яңғыҙын ҡалдырырға ярамай, баланы шайтан алмаштыра. Бәпес боҙола, ауырый башлай.
❗Йәш бала эргәһенән итәк елберләтеп үтергә, янында кейем-һалым ҡаҡҡыларға ла ярамай. Елпеү, ен-зәхмәт ҡағыла.
❗Ишек асҡанда, бигерәк тә ҡыҙыл эңерҙә, йәш баланы шаршау артынан сығарырға ярамай.
❗Йәш бала булған өйгә эңерҙә килергә ярамай., һиңә эйәреп ен-зәхмәт тә килеүе бар.
❗Мунсала йыуындырғанда йәш баланы эләүкәгә һалырға ярамай. Шуға мунсаға сабыйҙы ике кеше алып барырға тейеш. Йәш баланы ҡулдан-ҡулға биреп кенә йыуындыралар.
❗Ҡыҙыл эңерҙә сабыйҙы мунсаға алып барырға ярамай.
❗Сабыйға ауырыу килмәһен, уны шайтан алмаштырмаһын өсөн, бетеү яһап, уны күн менән тышлап, сәңгелдәккә элеп ҡуйғандар.
❗Яңы тыуған баланың сәңгелдәгенә, яҫтығы аҫтына Ҡөрьән һалына.
❗Сабыйҙы ҡалдырып сыҡҡанда, уның эргәһенә, яҫтыҡ аҫтына бысаҡ, ҡайсы һалалар. Был әйберҙәр енде бәпескә яҡынлатмай.

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_16474 

Автор:
Читайте нас