Бына шулай, бәғзеләребеҙ бер ипотека алып, уны нисек тиҙерәк түләп бөтөүҙе ҡайғыртҡанда, ыһ та итмәй өс тиҫтәгә яҡын кредит алған ватандашыбыҙ бар икән! Әлбиттә, ундай ҙур ғына түгел, иҫ китерлек ҙур суммаларҙы алыр өсөн килемең дә ябайҙарҙан була алмай...
Иҫәп палатаһы вәкилдәренең, был һандарҙы күргәс, ни дәрәжәлә аптырағанын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Ойошма тағы шуларҙы асыҡлаған: илебеҙҙә льготалы ипотека шарттары хөкөм һөргәндә, 115 мең кеше ике йәки унан күберәк ипотека алған. Уларҙың бер мең ярымдан күберәге биш һәм унан артығыраҡ ташламалы ипотекаға "ингән".
Ә "рекордсмен"ға килгәндә инде, Иҫәп палатаһы: "Сикләнгән (биш йылдан да күп түгел) ваҡыт эсендә биш һәм унан да күберәк кредит алып түләргә хәленән килгән заемщиктың килеме уртасанан юғары һәм ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләт ярҙамына мохтаж түгел", - тигән һығымта яһаған.
Сығанаҡ: rg.ru/2024/09/26/
Автор фотолары.
Автор:Равиля Гатауллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите