Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2024, 11:21

Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ

Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙҙең егеттәребеҙ хәрби бурыстарын намыҫлы башҡара.

Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡЕңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ
Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ

Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙҙең егеттәребеҙ хәрби бурыстарын
намыҫлы башҡара. Уларҙың бик күптәре Рәсәй Оборона министр­лығы менән контракт төҙөп, тыуған ил һағына үҙ теләктәре менән баҫты. Иҫке Ҡы­йышҡы ауылынан һуғыш яланында “Танкист” исемен йөрөтөүсе яҡташыбыҙ ҙа тап шундайҙарҙан.

“Танкист” позывнойлы яҡташыбыҙ 1999 йылдың ғи­нуар айында Иҫке Ҡы­йышҡы ауылында ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ул ата-әсәһенә оҡшап аҡыллы, ихтирамлы, белемле, әҙәпле, эшһөйәр булып үҫә. Урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетына уҡырға инә. 2017 йылда әрме сафына алына. Алыҫ Көнсығышта – Читала ярты йыл хеҙмәт күнегеүе үтә. Унан инде Ватан алдындағы изге бурысын Мәскәү янында танк ғәскәрҙәрендә үтәп ҡайта. Хеҙмәтен тултырып ҡайт­ҡас, Ҡабаҡ кирбес заводына эшкә урынлаша. Унда бер аҙ эшләгәс, “Башпромторг” йәмғиәтенә экспедитор булып эшкә күсә. Ғаиләле. Украинала махсус хәрби операция башланғас та хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙын көтмә­йенсә, үҙ теләге менән хәрби зонаға юллана.
- Бәләкәйҙән хәрби булыу теләгем бар ине. Ата­йым үҙ өлгөһөндә беҙҙә илһө­йәрлек тойғоһо тәрбиәләне. Ир-егеттәр ғаилә тотҡаһы ғына түгел, тыуған еребеҙҙең һаҡлаусыһы ла, ил терәге лә, ти торғайны. Тыуған ил алдындағы бурыс һәм уны үтәү, минеңсә, ул – бөтә ир-егеттәргә лә хас сифат булырға тейеш, - ти яугир.
Өлөшләтә мобилизация­ға ярашлы, районыбыҙҙан бихисап ир-егеттәр менән хәрби күнекмәләр үтеү өсөн Татарстандың Ҡазан ҡалаһы янындағы хәрби полигонға оҙатыла, артабан Ростов өлкәһенә ебәрелә. Урында бер ай әҙерлек үткәс, улар һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһе - алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Шайморатов исемендәге мотоуҡсылар полкына эләгә һәм уны уҡсы итеп ҡуялар. Әлеге ваҡытта мотоуҡсылар полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәргә өйрәнгән батыр йөрәкле яҡташыбыҙ, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, яуҙа ла үҙен аямай көрәшә. Махсус операция зонаһында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби батырлығы өсөн”, “Донбас­ты азат итеү өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Яугир ата-әсәһенең ғорурлығы. Улдары махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән ғаиләгә часть командирынан Рәхмәт хаты килә. Ғәскәр часы командование­һы уларға намыҫлы, ҡы­йыу, ысын ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләүҙәре өсөн ихлас рәхмәт белдерә. Хеҙмәт осоронда ул үҙен бары ыңғай яҡтан ғына күрһәтә, тиелә. Райондаштарыбыҙҙың тоғро хеҙмәт итеүе барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ, улар беҙгә өлгө булып торалар. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, сөнки бөгөнгө быуын ҡаһарман ветерандарыбыҙҙың өл­гө­ләрендә тәрбиәләнгән. Шундай ҡыйыу егеттәр арҡаһында беҙҙең баш өҫтөндә күк йөҙө тыныс.
Яҡындары уның хеҙмәтенән ҡайтыу көндәрен һа­нап, түҙемһеҙлек менән кө­тә. Яугир бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. Ялға ҡайтҡанында атаһына йорт-ҡура эштәрендә ярҙамлаша. Бер ялынан һуң хәрби зонаға юлланғанда, апаһының малайы һине һаҡлап йөрөтһөн, тип “хаги” уйынсығын бүләк итә. Яугир уны талисман итеп, күкрәгендә һаҡлап йөрөтә.
“Танкист” позывнойлы яҡ­ташыбыҙ һуңғы ваҡытта Донецк өлкәһендә хәрби хәрәкәттәр барышында яралана. Артабан уны Ҡазан госпиталенә ебәрәләр. Бөгөнгө көндә өйҙә һаулығын нығыта. Һаулығын нығытып, тиҙҙән тағы юлға сығыр­ға йыйына.
Яҡташбыҙға, ғөмүмән, Ук­раинала барған махсус хәрби операция зона­һында ҡатнашыусыларҙың бары­һы­на ла ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, сабырлыҡ теләйбеҙ һәм ти­ҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.
Беҙ бергә, беҙ берҙәм! Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Республика халҡы махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөһә, бер тапҡыр 505 мең һум аҡса аласаҡ. РФ Оборона министрлығы түләүҙәре (400 мең һум) һәм райондан (100 мең һум) контракт төҙөгәндә түләүҙәр 1 миллион һумға артты.
Контракт хеҙмәтенә бәйле һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтырата йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариатҡа килергә мөмкин.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас