Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
24 Сентябрь 2024, 17:04

Төҫлө билмәндәр яһайбыҙ

Төрлө-төрлө ҡамырҙан билмәндәрҙе бөгөп яһайһы ғына ҡала.  

Төҫлө билмәндәр яһайбыҙТөҫлө билмәндәр яһайбыҙ
Төҫлө билмәндәр яһайбыҙ

800-1000 грамм ҡамыр өсөн 250 грамм ҡайнап сыҡҡан һыу, 1 сәй ҡашығы тоҙ, 510 грамм он, 1 йомортҡа, 3 аш ҡашығы үҫемлек майы кәрәк.
Эслек өсөн 2100 грамм ит, 500 грамм һуған, тәменсә тоҙ, борос кәрәк. Тәмләткестәр ҙә ҡушырға ярай.

Төрлө төҫтәр булдырыу өсөн 150 грамм шпинат, 150 грамм ҡыҙыл сөгөлдөр, 150 грамм кишер, 300 грамм ҡыҙыл кәбеҫтә (краснокачанная капуста) кәрәк.

Шул йәшелсәләрҙән айырым-айырым сығарып һут яһайбыҙ. 160 грамм булғансы итеп һыу ҡушабыҙ, 4 төрлө һут килеп сығырға тейеш, кәбеҫтәнеке 320 грамм була, һутынан иһә кәбеҫтә һутын тигеҙ итеп икегә бүлеп кнуябыз. Шуның береһенә 0,5 грамм сәй ҡашығы сода һалып болғатабыҙ, ул һут төҫөн сирень төҫөнә үҙгәртәсәк.

Айырым-айырым ҡамыр баҫып, әҙерәк кенә ҡамырҙы ял иттереп алабыҙ. Ул вакыт аралығында эслек яһайбыҙ. Һуңынан иһә төрлө-төрлө ҡамырҙан билмәндәрҙе бөгөп яһыйһы ғына ҡала.

 

https://vk.com/bashkortvk?from=search&w=wall-33711741_70880 

 

 

Төҫлө билмәндәр яһайбыҙ
Төҫлө билмәндәр яһайбыҙ
Автор:
Читайте нас