Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2024, 17:38

Йондоҙнамә (23 – 29 сентябрь)

Көнөгөҙ уңышлы үтһен

Йондоҙнамә (23 – 29 сентябрь)Йондоҙнамә (23 – 29 сентябрь)
Йондоҙнамә (23 – 29 сентябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башы уңышһыҙ һымаҡ күренер, борсолоуығыҙ юҡҡа булыр. Барлыҡҡа килгән мәсьәләләр әллә ни ауыр түгел шикелле. Уларҙы ыңғай хәл итеү көсөгөҙҙән килергә тейеш. Йомала өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә өйҙәме, эштәме бәхәстәр килеп сығыуы ихтимал. Һәр хәлдә уртаҡ фекергә килеү еңел булмаҫ, моғайын. Ҡайһы бер һүҙҙәрегеҙҙең башҡаларға оҡшамауы ла мөкин. Бер аҙ түҙемлерәк булырға ҡушыла.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡыйынлыҡтар күп осраһа ла, башлаған эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ. Шишәмбелә кемдер һеҙҙе алдарға маташыр – быны ва­ҡытында аңғарырһығыҙ. Йомала көтөл­мәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала ниндәйҙер мөһим мәсьәләгә тулы асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Һәр осраҡта ла күңелегеҙҙә еңеллек тойорһоғоҙ. Шаршамбыла иғтибарлыраҡ булығыҙ – бик кәрәкле хәбәрҙе башҡаларҙан алдараҡ ишетерһегеҙ.  


Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна етди эштәрҙе башҡарыу өсөн бигүк уңайлы булмаҫ. Айырым хаталар, аҡсалата юғалтыуҙар һағалауы ихтимал. Улар, артыҡ ҙур булмаһа ла, кәйефегеҙҙе боҙор. Бәғзеләрҙе уйламаған сәфәр көтөр.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Әүҙем эш итергә теләк тыуыр. Был юлы­ғыҙҙа фекерҙәштәр кәрәк булыр, әлбиттә. Әйткәндәй, янығыҙҙа ышаныслы кешеләр әллә ни күп тә түгел кеүек. Шаршамбынан һуң уңайлы мөмкинлектәр мотлаҡ килеп сығыр.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙнаны иң ауыр эштәрҙән башлап ебәрергә кәңәш ителә. Йондоҙҙар ярҙамы менән иң ҡатмарлы, элек тотонорға баҙнат итмәгән мәсьәләләрҙе лә еңел сисерһегеҙ. Бер юлы ниндәйҙер яңы һөнәрҙе үҙләштерерһегеҙ. 


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала йорт эштәренә күберәк иғтибар бирегеҙ. Яҡындарығыҙ һеҙҙең ярҙамға һәр саҡ мохтаж. Шаршамбылағы көтөлмәгән хәлдәр ҡәҙимге көн тәртибегеҙҙе боҙоуы ла ихтимал.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, осор арыу ғына буласаҡ. Һеҙҙе төрлө өлкәлә уңыш көтә. Бигерәк тә аҡса һәм милек менән эш итеүселәр уңыр. Шәхси өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә. Кесе йомалағы осрашыу быны асыҡ дәлилләр.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбеләге ваҡиғалар һеҙҙе бер аҙ икеләнергә мәжбүр итер, моғайын. Шулай ҙа һайлаған юлығыҙ дөрөҫ булмаҡсы. Быны ваҡыт үткәс кенә белерһегеҙ. Был арала элек алған белемегеҙҙе эшкә егергә мөмкинлек булыр. Уҡып йөрөгәндәр мотлаҡ уңыр.


Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында йыш борсолорһоғоҙ. Уйламағанда бының өсөн етди сәбәптәр ҙә юҡ һымаҡ. Башҡа ваҡытта һеҙ был ваҡиғаларға иғтибар ҙа бирмәҫ инегеҙ. Кесе йомала ыңғай хәлдәр көтөгөҙ. Бүләк алыуығыҙ ҙа бар.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был көндәрҙә эштәрегеҙ ҡәҙимгенән күбәйер. Барыһына ла үҙегеҙ генә өлгөрмәҫһегеҙ, ярҙамсылар табыр­һығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғанан тейешле һығымталар яһарһығыҙ, моғайын. Йомала көткән аҡса ҡулығыҙға инер.

Сығанаҡ: Йәшлек гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас