Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2024, 10:26

Ҡыш йылы булһын тиһәң, йәй ҡайғырт

Көҙ беҙҙе йылы көндәре менән һөйөндөрһә лә, тиҙҙән ямғырҙар һәм һалҡын көндәр башланыуын беләбеҙ. Тимәк, өйҙәргә оҙаҡламай йылы киләсәк тигән һүҙ.Беҙ “Теплосеть” йәмғиәте директоры Марс Латипов менән райондың көҙгө-ҡышҡы осорға нисек әҙерләнеүе тураһында һөйләштек.

Ҡыш йылы булһын тиһәң, йәй ҡайғыртҠыш йылы булһын тиһәң, йәй ҡайғырт
Ҡыш йылы булһын тиһәң, йәй ҡайғырт

- Марс Наил улы, йылытыу миҙгеле алдынан ниндәй эштәр башҡарылды?
- Йәй айҙарында 2024-2025 йылдың көҙгө-ҡышҡы осоронда файҙаланыу өсөн ойошма бик күп эштәр башҡарҙы. Шулай, Ҡырмыҫҡалы ауылында Киров урамының Көнкүреш йортонан алып универмагҡа тиклем - 174 метр оҙонлоҡта; Константиновка ауылының Йәштәр урамында 71 метр оҙонлоғонда; “Газсылар” биҫтәһендәге торлаҡ ҡаҙанлығындағы 75 метр оҙонлоғонда һыу үткәргес селтәренә; Ҡарлыман ауылындағы ҡаҙанлыҡтан алып мәктәпкә тиклем 75 метр оҙонлоғонда йылылыҡ селтәренә капиталь ремонт яһалды. Йылылыҡ камераларындағы бикләү арматураһына ревизия үткәрелде, камераларҙың үҙҙәренә ремонт яһалды, улар сүп-сарҙан таҙартылды.
Ҡырмыҫҡалы район үҙәк дауаханаһы территорияһында балалар поликлиникаһы бинаһын файҙаланыуға тапшырыу һәм йылылыҡ энергияһы артыу сәбәпле, ғәмәлдәге һыу йылытыу ҡаҙанлығын һәм кәрәкле баҫым һәм температура параметрҙары менән йылылыҡ үткәрергә мөмкинлек бирмәгән йылылыҡ селтәрҙәрен реконструкциялаү зарурлығы барлыҡҡа килде.
3 МВт ҡеүәтле ҡаҙанлыҡ Киров ҡалаһының “Техпроект” ойошмаһы тарафынан проектланды һәм төҙөлдө. “Теплосеть” йәмғиәте тарафынан диаметры 100 миллиметрҙан 159 миллиметрға тиклем, оҙонлоғо 199 метр булған йылылыҡ үткәргестәргә алмаштырылды. Хәҙер яңы ҡаҙанлыҡты файҙаланыуға тапшырыу һәм ҡурҡыныс производство объекты сифатында иҫәпкә ҡуйыу өсөн документтар әҙерләнә.
Энергия һөҙөмтәлелеген талап итеүгә бәйле, “Теплосеть” йәмғиәте һәм “Жилкомсервис” предприятиеләры ҡаҙанлыҡтарҙы автомат (хеҙмәт күрһәтеүсе персоналдан башҡа) эшләү режимына күсереү өҫтөндә эшләйҙәр. 2024 йылда Подлуб, Ҡарлыман мәктәптәрен, Константиновка ауылы торлаҡтарын йылытыусы мини-ҡаҙанлыҡтарға капиталь ремонт яһалды, ҡазанлыҡ агрегаттары алмаштырылды, етештереү процесы автоматлаштырылды һәм диспетчерлаштырылды.
Константиновка урта мәктәбе ҡаҙанлығында ҡоролмалар һәм насос ремонтланды. Автоматлаштырыу һәм диспетчерлаштырыуҙы индереп, хезмәт күрһәтеүсе персоналды азат итергә һәм хеҙмәт хаҡы фондын экономияларға мөмкинлек бирә.
Ҡаҙанлыҡтарҙы файҙаланыуға әҙерләү барышында Ҡабаҡ, Константиновка ауылдарындағы ҡаҙанлыҡ түбәләренә өлөшсә ремонт яһалды. Технологик ҡоролмаларға ревизия һәм ремонт үткәрелде, ҡаҙанлыҡтарҙа косметик ремонт башҡарылды. Махсуслаштырылған ойошмала манометрҙарға һәм газлылыҡ сигнализаторҙарына йыл һайын тикшереү үткәрелә.
- Бурыслылар менән эш нисек тора?
- Бөгөнгө көндә халыҡтың “Теплосеть” йәмғиәтенең коммуналь хеҙмәттәре өсөн бурыстары ауыр мәсьәлә булып ҡала. Сентябрь башына ул 8 554 429, 62 һум тәшкил итә. Ойошма бурыслылар менән әленән-әле эшләй, суд-дәғүә эше менән шөғөлләнә. Йыл башынан суд ҡарарҙары буйынса бурыслыларҙан 2 120 368 һум бурыстары түләттерелде.
“Рәсәй Федерацияһының Һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы айырым закон акттарына үҙгәрештәр индерү тураһында”ғы 2024 йылдың 8 авгусындағы 259-сы һанлы Федераль законға ярашлы, судҡа мөрәжәғәт иткәндә дәүләт пошлиналары арта. Үҙгәрештәр 2024 йылдың 9 сентябренән үз көсөнә инде һәм күрһәтелгән положение үҙ көсөнә ингән көндән һуң судҡа ебәрелгән ғаризалар һәм ялыуҙар нигеҙендә ҡуҙғатылған эштәргә ҡарата ҡулланыла. Мәҫәлән, мировой судҡа суд бойороғо биреү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткәндә минималь дәүләт пошлинаһы элек 200 һум булһа, хәҙер ул 2 мең һум тәшкил итә.
- Фатирҙарға йылылыҡ ҡасан биреләсәк?
- Йылылыҡ биреү коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре менән регламентлаштырыла, уларҙа “Йылылыҡ сезоны уртаса тәүлеклек температура биш көн буйына + 8 градустан түбән булғандан һуң башлана” тиелә.
- Марс Наил улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Светлана КАРПОВА әңгәмәләште.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас