Фаилә Яҡупова, Иҫке Бәпес ауылы:
- Баҡсала бәрәңге, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр бик һәйбәт уңды. Алма иҫ китерлек булды. Баҡсабыҙға йыл һайын ныҡ итеп янған тиреҫте һалабыҙ. Ундағы урын ныҡ еүеш булманы. Шул һаҡлағандыр инде.
Шуныһы һөйөнөслө: ауыл хужалығындағы баҫыуҙарҙағы уңыш тулыһынса йыйып алынды. Хәҙер илебеҙ халҡы ас булмаҫ.
Гөлдәр Моратова, Шәрипҡол ауылы:
- Бөтә йәшелсәбеҙ ҙә уңды. Ялҡауланмаһаң, эштең һөҙөмтәһе була. Ғаиләң менән бергә эшләһәң бигерәк һәйбәт. Мәҫәлән, бәрәңгенең төбөн утарға, һауа керһен өсөн төбөн йомшартырға, сүбен утарға кәрәк. Беҙ бәрәңгене ағыуламай сәсәбеҙ, аҙаҡ бер тапҡыр ғына ағыу һибәбеҙ. Көҙөн йыйып алғандан һуң паразиттар үрсемәһен тип серек бәрәңгеләрҙе ерҙә ҡалдырмайбыҙ.
Сөгөлдөрҙөң өс төрөн ултыртабыҙ – шәкәр, яртылаш шәкәр һәм мал аҙығы сөгөлдөрөн. Йыл һайын уларҙың урынына бәрәңге ултыртабыҙ. Шулай урындарын алыштырыуҙы кәрәкле тааббыҙ.
Уңыш мул булһын өсөн еребеҙгә тиреҫ һалып торабыҙ. Бәрәңгебеҙ улай ныҡ серемәй, һәйбәт кенә, әлегә аласыҡҡа елләтергә ҡуйҙыҡ.
Һуғандың уҡтарын ваҡытында ҡырҡып алам, шулай итһәң ныҡлы була. Быйыл һуғанды көҙҙән үк ултыртыртып ҡалдырырға уйланыҡ әле.
Ә помидорҙы теплицала ултыртырға кәрәк, беҙҙең асыҡ һауала булғас, тәүҙә үҫкәндәрен генә алып ҡалдым. Ҡалғаны серегәс, йолҡоп ташланыҡ.
Сәғит Хәйруллин, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Быйылғы бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ауыл хужалығына ҙур зыян килтерҙе. Бөтә йәшелсәләр ҙә матур булып үҫте, уңды. Тик ямғырҙар уңышҡа файҙа килтермәне, тиһәң дә була. Уларҙы ҡышҡылыҡҡа һаҡлау икеле. Ямғырҙар арҡаһында помидор тиҙ үк сереп бөттө. Һуған, кәбеҫтә һәйбәт кенә. Тик бына бәрәңге өсөн бер аҙ борсолам. Уны аласыҡ иҙәненә елләтергә йәйеп ҡуйҙыҡ. Серегәндәрен яйлап алып торабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.