Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентября 2024, 18:55

Йылы көндәр күпме торор?

Йәй йылы көндәре менән ҡыуандырмағайны, ә бына көҙ...     

Йылы көндәр күпме торор?Йылы көндәр күпме торор?
Йылы көндәр күпме торор?

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 17... -22 градус йылы.

Кесаҙна, 19 сентябрҙә, йәнә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел төндә тотороҡһоҙ, талғын, көндөҙ көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә 2... 7 градус, урыны менән 0, -2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 17...-  22 градус йылы.

Йома, 20 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 6... 11 градус, көньяҡта 1-гә тиклем, көндөҙ 15... 20 градус йылы.

Ф.Рәхмәтуллина фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас