Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 18:03

Оҙаҡ йәшәү сере

Ғүмерегеҙҙе бер аҙға оҙайтыу өсөн кәңәштәр

Оҙаҡ йәшәү сереОҙаҡ йәшәү сере
Оҙаҡ йәшәү сере



💧Озаҡ йәшәү өсөн һалҡынса бүлмәлә йәшәгеҙ.

💧 Көн һайын өҫтәлегеҙҙә йәшелсә, ҽләк-ҽмеш торһон. Иң файҙалы йәшелсә – сөгөлдөр. Шунан фасоль, ҡабаҡ, кишер, томат, болгар боросо, шпинат, салат, алма, виноград, слива.

💧Итте һирәк ашарға тырышығыҙ.
Аҙ-аҙлап, әммә йыш ашағыҙ. Аҙ ашалһын өчен, һыу эсегеҙ.

💧Ураҙа тотоу файҙалы, һөйәктәр ҽңеләйеп китә, йөрәк тә йәшәргән кеүек була.

💧 Көн уртаһында ярты сәғәт йоҡлап алығыҙ.

💧Ашағандан һуң йоҡламағыҙ, сөнки ҡан ҡуйырып, май ҡан тамырҙарына ултырып ҡала.

💧Саф һауала йышыраҡ булығыҙ. Һалҡынса бүлмәлә йәшәгеҙ.

💧 Сәтләүек ашағыз.

💧Кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булығыҙй. Уларҙан дуҫ та, дошман да яһама.

💧Кәйефегеҙ булмаһа, күп итеп йөрөгөҙ. Һыу керегез, ул һағышығыҙҙы бетөрөр.
💧 Аҙнаһына бер тапҡыр сәтләүек, алма ғына ашап тороғоҙ. Иртән һигеҙ алма һәм һигеҙ сәтләүек әҙерләгеҙ. Һәр ике сәғәт һайын берәр алма һәм сәтләүек ашағыҙ.

💧 Организмығыҙ арыған, ҡулдан эш киткән кеүек булһа, көнөнә ике-өс кишер ашағыҙ.
Йәйҽн күп итеп ҽләк ашағыҙ.

💧Кешеләргә үпкәләмәгеҙ, улар менән бәхәсләшмәгеҙ.

Сығанаҡ: файҙалы кәңәштәр

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас