Баш мейеһенең ҡан тамырҙары ҡыҫылыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, умыртҡа бағанаһының муйын өлөшө остеохондрозы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың гинекология проблемаларына бәйле, һәм хатта бүлмәнең тынсыулығы, аҙыҡтан ағыуланыу ҙа…
Әгәр ҙә дарыуһыҙ ғына баш ауыртыуын баҫырға теләһәгеҙ, иң яҡшыһы – дарыу үләндәре. Ғәҙәттә, уларҙың төнәтмәһен ҡулланалар. Бының өсөн уларҙы ваҡлап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, бер нисә сәғәт төнәткәндән һуң һөҙөп алырға кәрәк. Үлән төнтәмәһе бер аҙға булһа ла баш ауыртыуын баҫып, хәлегеҙҙе еңеләйтер.
Ҡан баҫымы күтәрелеүҙән башығыҙ ауырта икән, мелиссаны файҙаланығыҙ. Ул ауыртыуҙы баҫа, шулай уҡ йөрәк ҡағышын кәметә. Уның яңы өҙөлгән япрағын сикәгә һалып, яулыҡ менән бәйләп ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ 2 ҡалаҡ яңы өҙөлгән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтмә әҙерләйһең. Уны көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан 15 минут алда элек ¼ стакан эсергә.
Баш тамырҙары ҡыҫылғанда мәтрүшкә файҙалы. 2 ҡалаҡ мәтрүшкәгә 2 стакан һыу ҡайнар ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә.
Кәбеҫтәнең яңы япрағынан компресс та эшләргә була. Шулай уҡ сей картуф та баш ауыртыуын баҫа. Уны түңәрәкләп ҡырҡып маңлайға ҡуйырға һәм йыш-йыш алмаштырып торорға кәрәк.
Бәләкәй генә һуғанды уртаға ҡырҡып, сикәгә ҡуйғанда мигрень өйәнәген 5 – 10 минутта баҫып була.
Фото:Т.Аманов.