Башҡортостанда һәм Татарстанда күптән инде танылыу яулап, ижадтары менән тамашасылар күңеленә үтеп ингән йырсылар - Зинира менән Ризат Рамаҙановтар төрлө киң мәғлүмәт сараларына интервью биргәндә тормоштарындағы ваҡиғалар хаҡында асыҡ итеп һөйләргә ярата. Йәғни тормошта ла, сәхнәлә лә нисек бар - шулай ябай, ихлас булып ҡалалар.
Сираттағы бер интервью мәлендә Ризат менән Зинира парлы карьераларын нисек башлап ебәреүҙәре тураһында һөйләгән. "Баштағы йылдарҙа "Спонсорығыҙ кем?" тигәндә, "Атай-әсәй һәм аҙбарҙағы ике үгеҙ" тип әйтә инем. Быҙау алып ҡайтып бирәбеҙ ҙә, шуны үҫтереп һатҡан аҡсаға клип төшөрә инек", - тип һөйләгән Ризат.
Белеүебеҙсә, Ризат - Татарстанда, Зинира Башҡортостанда тыуып үҫкән. Улар үҙҙәренең ябай ауыл балалары булыуын, ер, баҡса, мал-тыуар ҡарау кеүек эштәрҙе бәләкәйҙән башҡарып үҫеүен йәшермәй. Бөгөн дә йырсылар уңайы тура килгәндә атай-әсәйҙәренә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышып йәшәй.
Артистар хәйриә менән дә даими шөғөлләнә: ҙур суммалы операциялар талап ителгән балаларға аҡсалата ярҙам күрһәтә. "Бөгөн өлгәшкән барлыҡ байлығыбыҙ - ғаиләбеҙ, сәләмәтлегебеҙ, атай-әсәйебеҙ, сәхнәләге уңышыбыҙ - Аллаһтан, беҙҙең бурыс - ошоларҙы һаҡлау һәм ҡәҙерләү", - ти улар.
Фото: Рамаҙановтарҙың социаль селтәрҙәге төркөмөнән.