Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
17 Сентябрь 2024, 09:29

"Шень Ко" һеҙҙе көтә!

Унда теләгән бер кеше бара ала, шул иҫәптән уҡыусылар ҙа.

"Шень Ко" һеҙҙе көтә!"Шень Ко" һеҙҙе көтә!
"Шень Ко" һеҙҙе көтә!

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында яңы фәнни-популяр тур - "Шень Ко" башлана. Маршрутты асыу тантанаһында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәим туризм министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты вәкилдәре ҡатнашты.

Маршрутты беренсе булып республиканың өлкән класс уҡыусылары һәм колледж студенттары үтте. "Шень Ко": фәнни-техник эшләнмәләр донъяһы" - Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары төҙөгән туғыҙ фәнни-популяр маршруттың береһе. Ул үҙ эсенә туғыҙ километр оҙонлоҡтағы 10 фәнни лабораторияны ала.

Һәр экскурсия фәнни йүнәлештәрҙең береһенә, атап әйткәндә, гуманитар, техник, химик, биология-медицина, IT, физика-математика йүнәлештәренә арналған. Яңы туристик маршруттарҙы мәктәп уҡыусыһынан алып алдынғы ғалимға тиклем теләгән, шулай уҡ яңы белем алыу менән ҡыҙыҡһынған һәр кем күрә һәм баһалай ала.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24964/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас