Руслан Хәбибов социаль заказды артабан бойомға ашырыу өсөн ВЭБ.РФ һәм Алишер Усмановтың «Сәнғәт, фән һәм спорт» хәйриә фонды менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн «Социаль йоғонто» проектын башларға тигән тәҡдим индерҙе.
Шулай уҡ ул физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү өсөн социаль заказға махсус хәрби операция ветерандарын да индерергә кәрәклеген әйтте. Бынан тыш, 12 йәштән 16 йәшкә тилемге ҡатнашыусылар өсөн социаль заказда спорт төрҙәрен, шулай уҡ күнекмә этабында шөғөлләнеүселәр һанын өс тапҡырға арттырыу зарур.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы килмәүен белдерҙе, ләкин киләһе оператив кәңәшмәлә «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» мәсьәләһен һәм махсус хәрби операция ветерандары өсөн адаптив спорт төрҙәрен ҡарарға кәрәк тигән бурыс ҡуйҙы.