Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2024, 16:19

Бөйөрҙә таш ҡуҙғалһа...

Таш ҡуҙғалһа… Бәүел-таш сире төрлөсә үтә. Өйәнәктә кешенең хәле йыш ҡына ҡатмарлашыуы ла ихтимал.  Нимә эшләргә?

Бөйөрҙә таш ҡуҙғалһа...Бөйөрҙә таш ҡуҙғалһа...
Бөйөрҙә таш ҡуҙғалһа...

Таш ҡуҙғалһа… Бәүел-таш сире төрлөсә үтә. Өйәнәктә кешенең хәле йыш ҡына ҡатмарлашыуы ла ихтимал.  Нимә эшләргә?

Әгәр таш бөйөр киртегендә (чашка) йәки лаҡанында (лоханка) икән, ул ваҡыты-ваҡыты менән оҙаҡҡа һуҙылған ауыртыныуҙы ҡуҙғыта. Оҙайлы ваҡыт дауамында үҙе хаҡында белдермәүе һәм тик берәй медицина тикшеренеүен үткәндә асыҡланыуы мөмкин. Ҙур таш (5 – 7 сантиметр) ҡайһы саҡта кешене әллә ни борсомай, ә ҡайһы бер мәлдә бөйөрҙән тар ғына бәүел юлына төшкән һәм лайланы ҡуҙғытҡан бәләкәй таш та ныҡ ауыртыныу, сәнсеү тойғоһон уята (бөйөр сәнсеүе).

Бындай сәнсеү, ҡағиҙә булараҡ, ҡапыл барлыҡҡа килә һәм үҙенең әүҙемлеге, көсө буйынса миокард инфарктына йәки берәй йәрәхәт алыу­ға тиң. Бындай саҡта сирле кеше үҙен ҡайҙа ҡуйырға бел­мәйенсә тынғы­һыҙлана. Аппендицит сире ме­нән яфаланған кеше, мәҫәлән, ауыртыуҙы икенсе бер поза табып кәметә алһа, бөйөр сәнс­кәндә был сара ярҙам итмәй.

Бөйөр сәнсеүен бөтөрөү, кәметеү таштың ҡайҙа ятыуына бәйле. Әгәр ул бәүел юлының үрге өлөшөндә тығылған булһа, ауыртыу билгә бирә. Әгәр таш түбәнерәк, бәүел ҡыуығына табан китһә, ауыртыу тойғоһо ирҙәрҙең енес ағзаларында, ә ҡатындар­ҙың билендә һәм енес ағзаһында һиҙеләсәк. Бынан тыш, бөйөр сәнсеүе бәүелдең ҡан ҡатыш сығыуы йәки уның тотҡарланыуы менән оҙатыла. Бындай саҡта тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

 

фото: dzen.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас