+24 °С
Ямғыр
Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында ике йорт, алты ҡаралты янып киткән. Баҡһаң, уларға 6-8 йәшлек балалар ут төрткән.
Бер ҡатын бәләкәй ете бала менән ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан булған. Бер мәл бәләкәстәрҙе күҙ уңынан юғалталар. Шул арала улар ут сығара. Тығыҙ урынлашҡанлыҡтан, шунда уҡ ике йорт, алты хужалыҡ ҡаралтыһы яна.
Янғын һүндереүселәр утты һүндерә. Әммә ярты урам зыян күреп өлгөрә.
Бәләкәй балаларҙы күҙәтеп торорға, уларҙы янғын хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртергә кәрәк. Юғиһә йорт-ереңдән көл-күмер генә ҡалыуы бар.
Сығанаҡ: Электрогазета.