(Әсәйем Мәрйәм Хәйбулла ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым)
– Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны. Нәплеүәйт донъяһына, Сәғиҙә килен. Бөгөн бер нәмә лә эшләп торма. Ыҙалама. Эш мәңге бөтмәй ул. Ул-был ит тә миңә бер сынаяҡ сәй яһап бирһәң, шул еткән. Бабай урманға киткәс, ауҡанда ғына иркенләп икәүләп һөйләшеп алырбыҙ, йәме? Һиңә күптәнән бирле әйтергә тип йыйынып йөрөгән һүҙҙәрем дә бар ине. Ошоғаса әйтмәйсә, һуҙып килдем. Шуның мәле килде. Ҡыҙҙарыма ла бөгөнгә килмәй торорға ҡуштым...
Урындыҡта радио тыңлап ятҡан Маһиҙә инәй ишектән инеп килеүсе Сәғиҙәне шул һүҙҙәре менән ҡаршыланы. Ятҡан еренән ынтылып, өҫтәл ситендә ултырған радиоалғыстың тауышын баҫты. Түшәгендә бишенсе йыл рәттән ята инде ул. Ҡабаттан аяғына баҫмаҫлыҡ булып, ошолай лыпындан ятыуы. Һин дә мин йүгереп кенә йөрөгән еренән. Үҙен, гүйә, донъяға ун бер бала тыуҙырған әсә тимәҫһең инде. Һаҡланманы шул, йәш ҡатындар кеүек бигерәк өтәлән ҡыланды. Инде етмеше тулып үткәс, килен йомшап ҡына түрҙә рәхәтләнеп ултырыр мәлендә берәр ботлоҡ ике биҙрәгә һыу тултырып, шуларҙы күтәреп кенә харап булып ҡуйҙы шул. Бабайы Ғөбәйҙулла, ҡаланыҡына оҡшатып, кранынан бороп алмалы итеп өйгә анһат һыу үткәреп тә биргәйне. Юҡ, ғүмере буйы нимәнелер күтәреп өйрәнгән кешене был ғәҙәтенән тыйып буламы ла анһатҡа күнектереү мөмкинме инде? Хәс тә йәш сағындағыса өтә баҫып, биҙрәләрен күтәреп, тиҙ-тиҙ генә йүгерә-атлап китмәксе иткәйне лә. Ҡулдарының көсө етте биҙрәләргә, тик аяғының мурт һөйәктәре генә күтәрә алманы бындай ауырлыҡты. Ыңғайы бер ҡолап китте. Шулай ҙа ҡулындағы биҙрәләрен ергә ултыртып өлгөрҙө...
Тамсы ла һыуы түгелмәне. Ҡара йәшенән алғайны ҡулдарына биҙрәләрҙе Маһиҙә. Көйәнтәләп шишмә юлдарын нисәмә тапҡырҙар тапаны. Тотош ил етешһеҙ йәшәгән юҡлыҡ йылдарында балаларын туйындырам-кейендерәм тип, шул уҡ биҙрәләргә еләк, муйыл, ҡарағат, бөрлөгән, сейә, бойҙай, һоло, арпа тултырып, ауылдарынан егерме биш саҡрымда ятҡан ҡалалағы баҙар юлын нисәмә тапҡырҙар үтте икән? Ул сағында йәш, баҫҡан еренән осҡон сәсрәтерлек сос, етеҙ ине. Уның биҙрәләре һәр саҡ тулы һыулы, ғәмәлдәре емешле, үҙе мул ҡуллы, сумарт, ырыҫлы булды. Ауылдың йөҙөк ҡашы, уңған килен, егәрле ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өлгөлө өләсәй-ҡартәсәй ине ул.
Уға ауылдаштары ауыр саҡтарында йомош һорап килде. Үҙенең балалары күп булыуға ҡарамаҫтан, бер кемде лә кире бороп сығарманы ул. Һәр кемдең хәленә инә белде. «Алай ҙа беҙҙең ошо ҡотло ҡул Маһиҙә бар, унда һәр саҡ һораған нәмәң була. Бер кемде лә буш ҡул менән сығармай: аҡса алып торорғамы, башҡа төрлө әйберме, ризыҡмы, унан бер ҡасан да буш ҡул сыҡмайһың», – тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары. «Маһиҙәнең ире уңған, ана, ҡарағыҙ, ун бер балалары булыу өҫтөнә, Ғөбәйҙулла ауылда иң беренсе булып «Жигули» һатып алды. Балалары ла ас йөрөмәй, өҫ-баштары бөтөн. Барыһына нисек өлгөрәләрҙер...» – тип әйтеүселәр ҙә табылды. «Ана шул ире булмаһа, шул ире арҡаһында кеше булып йөрөй, мин «Герой-әсә» тип күкрәк ҡағып...» – тип мат ҡурыусылар ҙа осраманы түгел, осраны. Ундайҙары ауылда берәү-икәү ине. Хәҙер килеп, Маһиҙә инәйҙең иңенән күтәргеһеҙ өйөлгән донъя йөгө ана шулай итеп өҙөлөп төштө. Донъя йөгөн ҡолап киткәнсе һөйрәне ул.
Ергә һығылып төшкән Маһиҙә инәй тәҡәтһеҙ ауыртыуынан сар-сыулап ҡысҡырып ебәрҙе. Йәне сығып китә яҙҙы. Янына йүгерә һалып килеп еткән бабайы Ғөбәйҙулла уны, сабый бала ише күтәреп, өйгә индереп һалды. «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырҙылар. Район үҙәгенә алып барҙылар. Аяғының һынған таз һөйәктәрен фотоға төшөргән табиптарҙың кәңәше түбәндәгесә ине: ауырыуҙың таз һөйәктәре үтә нәҙегәйгән, улар ҡабат уңалмаясаҡ, йәбешмәйәсәк, шуға күрә уға район дауаханаһы шарттарында операция яһауҙың фәтүәһе юҡ. Республика клиникаһына йүнәлтмә яҙып бирҙеләр.
Ун һигеҙ йәшендә килен булып төшөп, ғүмер буйы Буранғол ауылынан бер ҡайҙа ла китмәй йәшәгән, өйрәнгән өйөнән, донъяһынан, балаларынан бер тотам да айырылмаған Маһиҙә инәй иң баштан уҡ «бармайым»дан һалдырып, табиптарға ҡаты ҡаршы торҙо. Яҡын да килмәне. «Йүнәлер яра үҙе йүнәлә ул. Бер ҡайҙа ла йөрөмәйем, бармайым, үлһәм үҙ йортомда ятып үләм. Анһат тиһегеҙме ер аяғы ер башында ятҡан Өфөгә барып аяғымды телдереп ятырға. Ыста. Оялмай. Ошо йәшәгәнем дә еткән, сама белергә кәрәк, фәлән-төгән...»
Фотоларҙы баш ҡалала йәшәгән улдары Әнүәр ҡайтып алып китте. Өфөләге киң билдәле хирургҡа алып барып күрһәтеп ҡараны ул. Атҡаҙанған табип, фотоларҙы ҡарағас, үҙе лә һиҙмәҫтән һыҙғырып уҡ ебәрҙе.
– Ай-һай. Бына ошо һөйәктәре һынған урынға тимер талыҡтар ҡуйырға була булыуын, – хирург ҡулындағы ручка менән фотоға төртөп күрһәтте. – Тик апайҙың үҙ аяғы менән йөрөй алыуы икеле. Алтмыш йәшендә ошо хәлгә ҡалһа – бер асыу. Аяғына баҫҡан хәлдә лә, оҙаҡ йөрөй алмаҫ, һөйәктәре икенсе урындан шаҡарылып һыныуы, һаулығы тағы ла нығыраҡ ҡаҡшауы бар.
– Нимә тәҡдим итәһегеҙ?
– Ул ғүмеренең ҡалған өлөшөн түшәктә ятып үткәрһә, яҡшыраҡ булыр, тип уйлайым. Һынған һөйәктәр аралығына кимерсәктәр үҫеп сығып, ялған быуын шарттарында ул ҡултыҡ таяҡ менән ипләп кенә баҫып йөрөүе лә бар. Уның йәшендәге бындай ауырыуҙарҙың күбеһе шулай йәшәй...
Маһиҙә инәйҙең Өфөгә барыуҙан баш тартыуға бәйле һиҙемләүе, ысынлап та, дөрөҫлөккә тура килде лә ҡуйҙы. Ғәжәп. Барыһы ла хирург әйткәнсә килеп сыҡты. Тәбиғи һиҙемләү тойғоһо, икенсе төрлө әйткәндә, интуиция инәйгә тыумыштан саманан тыш көслө итеп бирелгәйне. Ул, ғөмүмән, тормоштағы бик күп хәл-ваҡиғаларға, сетерекле ситуацияларға үҙенең ҡарашын алдан уҡ, ғалимдар теле менән әйткәндә, прогнозын белдереп, уларҙың һөҙөмтәһен дөп-дөрөҫ итеп әйтеп биреүе менән ауылда абруйлы кешегә әүерелгәйне. Был йәһәттән уға барыһы ла, бигерәк йәшерәк ҡыҙ-ҡатындар, хатта үҙенән өлкәнерәктәре лә кәңәшкә килде. Бала сағы һуғыш мәленә, юҡсыллыҡҡа тап килеп, Маһиҙә инәйгә уҡыу бөтөнләй эләкмәне, яҙыу-һыҙыу һәләте лә пенсия алғанда ҡултамғаһын ғына ҡуйырлыҡ кимәлдә генә ине. Ә бына тормош мәктәбен Маһиҙә инәй һис бер мәктәпкә алыштырғыһыҙ уҡыу йорто – академия кимәлендә тамамланы. Алпамыш кәүҙәле ире Ғөбәйҙулла иһә ғүмере буйы колхозда бригадир, тракторсы, комбайнсы. Ҡатмарлы техникаларҙы хатта бәйле күҙе менән дә һүтеп, кире йыя алған алтын ҡуллы механизатор, колхозсылар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәтте оҫта итеп ҡора белеүсе тәжрибәле һәм абруйлы бригадир Ғөбәйҙулла ағай ҙа ошо бәләкәй генә кәүҙәле ҡатынының көндәлек кәңәшенә һәр саҡ мохтаж ине.
Улай ғына ла түгел, әгәр ҙә ире Ғөбәйҙулла, ниндәйҙер эш башҡарырға ниәтләп, әгәр ҙә ҡатыны менән кәңәш итмәһә йәки ул эште үҙенсә генә башҡарһа, һәр саҡ уңышһыҙлыҡҡа осрап торҙо. Шуға күрә ире хатта бәләкәй генә сөйҙө ҡайҙалыр ҡағып ҡуйыр алдынан һәр саҡ башта Маһиҙә инәйгә кәңәш итте. «Әбей, әсәһе, һинең менән кәңәш итергә ине. Әгәр ҙә бына был эште шулай итеп башҡарһам, нисегерәк килеп сығыр ине икән?» тиеберәк өндәшә ине ҡатынына Ғөбәйҙулла. «Әбейе» уның әйткәнен тыныс ҡына көтөп торор, тәүҙә бер аҙ пауза яһар һәм үҙенең был мәсьәләгә мөнәсәбәтен, был эште нисегерәк итеп башҡарырға кәрәклеген белдерер. Иң мөһиме: әгәр ҙә ире тик ул әйткәнсә эшләһә генә, был ғәмәле уға уңыш килтерер. Киреһенсә осраҡта был көндәрҙә уларҙың ғаилә кәмәһенең төбө ҡомға терәлеп торор, ир менән ҡатын өнһөҙ аңлашыу мәлдәре кисерер. Әммә бындай мәлдәр оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тыныс ҡына ултырыуҙы ялҡаулыҡ тип һанаған Ғөбәйҙулла тағы ла берәр эш-ғәмәл уйлап сығарыр ҙа тағы ла бер көн килеп ҡатынының ҡолағына ғына «Әбей, әсәһе...» тип шыбырҙар. Шунан һуң барыһы ла киренән, өр-яңынан башланыр.
Уларҙың ғаилә тормошоноң уңышы ла Маһиҙә инәйҙең кәңәштәренә, ҡотло ҡулына бәйле икәнен күптәр белмәне лә шикелле. Ғөбәйҙулла ауылдың иң абруйлы ғаилә башлығынан, ил уҙаманынан һаналып, кистәрен ҡунаҡҡа барғандарында, был төбәктең яҙылмаған ҡануны буйынса, ғорур баҫып һәр саҡ алдан атланы. Мөһабәт ине уның һын-һыпаты, булмышы – һыпы, алпанлап атлап килеүҙәре, башҡалар һүҙе менән әйткәндә, дастуйный ирҙеке ине. Был саҡта ул ике баҫаһы урынға бер баҫты, юлындағы соҡор-саҡырсыҡтарға, бәләкәй ҡалҡыулыҡтарға иғтибар ҙа итмәне. Әллә юрый, әллә ысынлап артынан: «Бабай, бабай…» – тип эйәргән ҡатынын ҡыуып еткертмәҫкә теләп, ара-тирә аҙымдарын ҡыҙыулатып та алғыланы. Ҡатыны нимә генә тип өндәшһә лә, артына һис бер тапҡыр әйләнеп ҡараманы ир тип аталған кеше.
Ҡырҡ көнлөк хәтер ғүмерен Маһиҙә инәй рәхәтләнеп, донъя гиҙеп үткәрҙе. Бармаған урыны, күрмәгән кешеләре ҡалманы. Өйрәнгән ғәҙәте буйынса аяҡтарына баҫып, атлап китергә итә лә осоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Бабайы дингә килеп, намаҙ уҡыһа ла, Маһиҙә инәй балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән, бүләр-бүләсәрҙәренән, донъя мәшәҡәтенән бушай алманы, намаҙ уҡырға өйрәнергә форсат теймәне. Хәҙер бына форсаты ла, ваҡыты ла табылды, әммә өй тирәһендә мең мәшәҡәт менән янған тиктормаҫ бабайы Ғөбәйҙуллаға был теләген аңлата ғына алманы. Аңламаҫһың инде был бабайҙы, үҙе вафат булған әбейен юҡһына, үҙенә урын таба алмай үрһәләнә, ябығып, һурылып китте, үҙе янында ғына йөрөгән әбейен күрергә лә, уның, доға уҡырға өйрәт, тигән үтенесен ишетергә лә теләмәй. Шымшыраҡлап, танауын тартып тик йөрөй.
Уның ҡарауы, Маһиҙә инәй һауала рәхәтләнеп китеп осҡан ҡоштарҙың ҡанаттарына ултырып кәйелгәндә зекер әйтергә өйрәнде. Кисә үлмәһә, бөгөн белмәҫ ине. Баҡтиһәң, ҡоштар ҙа зекер әйтә белә икән. Бер мәл шулай осоп барған аҡҡоштоң ҡанатына ултырып ойоп киткәйне, әллә төшөндә, әллә өнөндә «Аллаһ!» тип ҡабат-ҡабат яңғыраған һүҙҙәрҙе ишетте. Ныҡлабыраҡ тыңлаһа, аҡҡош үҙ телендә ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай икән. Тыумыштан зирәк аҡыллы, һиҙгер күңелле Маһиҙә инәй ҡоштоң был һүҙҙәрен бик асыҡ ишетте. Эйе, «Аллаһ!» һүҙен башҡа һүҙҙәр менән бутарлыҡ түгел шул. Аҡҡошҡа ҡушылып Маһиҙә инәй ҙә зекер әйтергә тотондо: «Аллаһ! Аллаһ! Аллаһ! Аллаһ!..»
Тағы ла әсәһенең әйткәндәре иҫенә килеп төштө: «Донъяла һәр тере йәнде Аллаһы Тәғәлә яралтҡан, балам. Ҡоштар ҙа осҡан саҡта үҙҙәрен донъяға яралтҡан Хоҙайға рәхмәт әйтеп, уның исемен ҡабатлай. Шуға күрә беҙ ҙә уның исемен бер туҡтауһыҙ ҡабатларға тейешбеҙ. Беҙҙең йөрәктәр ҙә «Аллаһ!» тип тибергә тейеш, балам...»
* * *
...Маһиҙә инәйҙең ҡырҡына бик күп кеше йыйылды. Һәр хәлдә, төпкө яҡтың стенаһына ҡағып ҡуйылған ағас сөйгә ҡунаҡлаған хужабикә өй эсендә бабайын, балаларын, кейәүҙәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләр-бүләсәрҙәрен, туғандарын, күршеләрен, әхирәттәрен, ауыл ҡарттарын күрҙе. Сәғиҙә килене лә ҡыҙҙары менән аш-һыу әҙерләшеп йүгереп йөрөй. Бына барыһы ла йыйылып бөткәс, бабайы Ғөбәйҙулла үҙ үәзене менән ясин уҡырға кереште.
Эх, ошоноң тауышы. Йәшлек мәленән алып Маһиҙә инәй өсөн танһыҡ, яғымлы ауаз. Ошо тауышты ишетер өсөн донъялыҡҡа ожмахтан да ҡасып килерлек шул. Бабайының өн-ауазын башҡа һис бер тауыш менән бутарлыҡ түгел.
– Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахим. Йәә сиин. Үәл-Ҡурәәнил-хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин. Ғәләә сыираатыим-мустәҡиим. Тәңзииләл ғәзиизи- ррахим. Литүңҙира ҡаумәм-мәә үңҙира әәбәә-үһүм фәһүм ғаафилүүн. Ләҡад хәҡҡаль-ҡаулү ғәләә әҡҫәриһим фәһүм ләә йүьминүүн. Иннәә джәғәлнәә фии әғнәәҡиһим ағләәләң фәһийә иләл – әҙҡаани фәһүм муҡмәхүүн. Үә джәғәлнәә мим-бәйни әйдииһим сәддәү-үә мин хальфиһим сәлдәң фәағшәйнәәһүм фәһүм ләә йүбсыируун. Үә сәүәәүн ғәләйһим әәңҙәртәһүм ләә йүьминүүн. Иннәмәә түңҙирү мәни-ттәбәғә-ҙҙикра үә хашийә-ррахмәәнә билғайби фәбәшширһү бимағфиратиү-үә әджриң кәриим. Иннәә нәхнү нүхйил-мәүтәә үә нәктүбү мәә ҡадәмүү үә әәҫәәраһүм үә күллә шәйин әхсайннәһү фии имәәмим-мүбиин...
Тик ни ғәжәп: элек ғәрәпсәне йә башҡа телде белеү түгел, хатта урыҫсаһын да яҙа-йоҙа һуҡалаған, үҙ телендә генә һүҙ атҡарған Маһиҙә инәйгә бабайы ясин уҡыған ғәрәп теле аңлайышлы булып тойолдо. Тойолоп ҡына ҡалманы, ул аятта әйтелгән һәр һүҙҙең, һәр һөйләмдең мәғәнәһен асыҡ төшөнә башланы бит. Бер класс белеме лә булмаған көйөнә. Ғәжәпләнеүеңдән йыһанды мең урарлыҡ бит. Туҡта, ғәрәпсәһенә лә, башҡа телдәргә лә барымы булған әсәһе был хаҡта нимә тип һөйләй торғайны әле? Эйе, иҫенә төштө: ул, ғөмүмән, ҡырҡ тәүлек буйына ғүмере эсендә ике ятып бер төшөнә инмәгән ғәмәлдәрҙе башҡарырға өйрәнде. Тән ғазаптарынан арынған йән хәтере барыһын да яңынан аңына ҡайтарҙы. Әсәһенең ғәрәп теленә бәйле биргән һабағын да. Ҡыҙ сағында ул әсәһенән:
– Әсәй, ә сират күперен үтер алдынан һорауҙар ниндәй телдә бирелә ул?..- тип һорағайны.
– Ниндәй телдә, тип ни, ғәрәпсә инде, – тип яуап биргәйне әсәһе.
– Улайһа, мин уларҙың һорауын аңлай алмай, яуап бирә алмаһам, тамуҡ утында янып ҡуймайыммы? – тип һаман да ныҡышты шул саҡ Маһиҙә.
– Ҡырҡ көнлөк хәтер ғүмерең эсендә өйрәнәһең инде, ғәрәпсәһен дә, башҡаһын да. Барса кешелек бер ата, бер әсәнән яралған. Әҙәм менән Һауанан.
Әле килеп әсәһенең шул әйткәндәре иҫенә төштө Маһиҙә инәйҙең. Әле генә бабайы уҡый башлаған «Йа син»ды ул түбәндәгесә аңланы:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Йа син. Хикмәтле Ҡөрьән менән ант итәм. Әлбиттә, һин, рәсүлдәрҙән, тура юлда. Ҡөҙрәтле, рәхимле Алланың был күндергәне. Ата-бабаһы өгөтләнмәгән, шуға ғафил булған халыҡты өгөтләү өсөн. Әйтелгән һүҙ күпселегенә раҫ килде, ә улар иман килтермәй. Беҙ уларҙың муйынына эйәген күтәреп торған ҡалын ҡалып һалдыҡ, шуға улар саңҡайып тора. Беҙ уларҙы алдынан да, артынан да кәртә менән ҡаманыҡ, шуға улар күрмәй. Өгөтләһәң дә, өгөтләмәһәң дә, барыбер улар иманға килмәй. Һин иҫкә алғанда Ҡөрьәнгә эйәргән, Әр-Рахмандан күңеле ҡурҡып торған кешене генә өгөтләй алаһың. Уны ярлыҡау һәм мул әжер менән һөйөнсөлә! Беҙ үлеләрҙе терелтәбеҙ, элек эшләгән эштәрен, ҡалдырған эҙҙәрен яҙып барабыҙ. Асыҡ төп нөхсәгә Беҙ бөтә нәмәне теркәгәнбеҙ.
... Доғалар уҡылып, хәйерҙәр таратылып, аш-һыуҙан ауыҙ ителгәс, өй эсе бер аҙға тынып ҡалды. Маһиҙә инәй бигерәк тә ошо мәлде түҙемһеҙләнеп көттө. Бабайы доғаһының һуңғы һүҙҙәрен әйткән саҡта булмышында аңлатып булғыһыҙ хис – осорға ынтылыш, ҡымйырлау тойғоһо барлыҡҡа килде. Әсәһе әйтеп ҡалдырғанса, хәтерҙән айырылыу мөҙҙәте еткәнлеген бик яҡшы аңланы ул. Хәҙер-хәҙер атылып сығып осоп китәсәк тә мәңгелеккә айырыласаҡ, тик туғандарының, тормошта ҡалғандарҙың ғына хәтерендә ҡаласаҡ. Уның хаҡындағы хәтер бер яҡлы ғына һаҡланасаҡ, йәғни бына-бына ул ошо донъя менән үҙен бәйләгән бөтә нәмәне онотасаҡ. Донъялыҡта ғына уны иҫләйәсәктәр. Әгәр ҙә Маһиҙә инәй васыят итеп әйткән һүҙҙәр, уның һуңғы теләге үтәлмәй ҡалһа, мәңгелеккә онотолоу даръяһына нисек итеп олғашыр ул? Олғаша алырмы? Нимәһен ҡарап шул тиклем һуҙа уның бабайы? Башҡа саҡта өтәлән ҡыланған, яндырай бабайы ниңә бызмырлай? Шуны ғына көткәндәй, Ғөбәйҙулла тамағын ҡырҙы.
– Ағай-эне, туғандар, эйе, йәмәғәтем Маһиҙә Хәйрулла ҡыҙының үҙе тере саҡта әйтеп ҡалдырған бер васыяты бар ине. Шуның буйынса беҙ бөгөн һәр ике яҡтың туғандары, балалары шаһитлығында Сәғиҙә киленебеҙ менән миңә бата уҡытырға тейешбеҙ. Никах аятын башҡарыр алдынан был мәсьәләгә үҙ фекерен әйтергә теләүселәр рәхим итһен...
Бүлмәлә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты Сәғиҙәнең өлкән улы Әхәттең тамаҡ ҡырыуы өҙҙө.
– Әсәй, һин атайыбыҙҙың иҫтәлегенә тоғро булып ҡалдың. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙың, рәхмәт. Ҡыштарын ауылыбыҙға ҡайтҡанда һарай яғынан өй тупһаһына тиклем һалынған тик бер генә эҙҙе күреп эсем яна торғайны. Һин үҙең өсөн дә йәшәргә тейешһең хәҙер. Ғөбәйҙулла олатайҙы бала саҡтан ихтирам итәм, исмаһам, икәүләшеп самауыр янында серләшеп сәй эсеп ултырғанығыҙҙы күреп йыуанайыҡ, – тине ул тәрән тулҡынланыу менән.
– Беҙ бала саҡтан бергә, бер ғаилә булып үҫтек. Әхәт ҡустым миңә бер туған ҡустым кеүек яҡын, һәр хәлдә, беҙ Өфөлә башҡа кеше менән үҙебеҙҙе күптән инде бер туған итеп таныштырабыҙ. Хоҙай беҙгә бер ғаилә булып йәшәргә үҙе бойорған. – Был һүҙҙәрҙе Маһиҙә инәйҙең улы Әнүәр әйтте.
– Был васыят һүҙҙәрен әсәйебеҙ иң тәүҙә миңә әйтте, – тип күҙ йәшен тыя алмай һүҙ башланы Мәндүҙә, – ошо хаҡта ул биш йыл буйы уйлап ятҡан, бик һынамсыл һәм отҡор күҙле ине әсәйебеҙ. Уның ҡулын тотоп ҡалыусы Сәғиҙә еңгәйебеҙгә лә ышанабыҙ. Беҙгә ни нимә, атайыбыҙ ҡараулы булһа, шул еткән.
– Сәғиҙә еңгәйҙе беҙ бала сағыбыҙҙан яҡын күрҙек, яраттыҡ, – Маһиҙә инәйҙең икенсе ҡыҙы Нургөлдөң тауышы был, ул түгелеп илап ебәрҙе. – Сәғиҙә еңгәй, һин элек яратҡан еңгәйебеҙ инең, хәҙер яратҡан апайыбыҙ булырһың. Һаумы, апай, тип өндәшәбеҙ һиңә бөгөн.
Нургөлдөң һүҙҙәре барыһының да күҙен йәшләндерҙе. Маһиҙә инәй ҙә тәрән тулҡынланыу кисерҙе был саҡта. Илай ғына алманы, уның ҡарауы, рух балҡышы кисерҙе ул. Иң мөһиме: барыһы ла ул теләгәнсә килеп сыҡты. Мәңгелеккә ул үҙенең донъялыҡтағы тамамланышының ошондай аңлауында олғашасаҡ. Йәшәүенең мәғәнәһенә әүерелгән балаларының, бабайы Ғөбәйҙул- ланың донъялыҡта, үҙе киткәндән һуң, етем ҡалмаҫын тәрән итеп тойғанға күрә лә уның рухы шат. Хәҙер-хәҙер уның хәтере донъялыҡтан айырыласаҡ, үҙе мәңгелеккә осасаҡ. Бала сағында бармаҡ осона ултыртып осорған осҡалаҡ- фирҙәүес кеүек.
Бына өй эсендәге ҡарттарҙың береһе бата уҡырға тотондо. Бүлмә эсенә түбә таҡта аша ап-аҡ нур ҡойолдо. Маһиҙә инәйҙең йәне тойоп туймаҫлыҡ, аңлатып бөтөп булмаҫлыҡ ләззәткә сорналды. Уның донъялыҡҡа, ғүмеренә, туғандарына бәйле хәтере лә шундай уйҙар менән өҙөлдө: эх, ғүмер тигәндәре. Үрелеп алған алма кеүек кенә икән. Тик ожмах ләззәтен татыр өсөн үрелеп алған алма-ғүмереңдең әсеһен дә тәмләргә кәрәк икән.
Сығанаҡ: хикәйәләр т өркөмө
Фото: Ф.Рәхмәтуллина