Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2024, 11:00

Халыҡ уңайлыҡта йәшәһен өсөн

Ҡырмыҫҡалы магистраль газ торбаларының линия-производство идаралығы 35 йыллыҡ матур юбилейын билдәләне.

Халыҡ уңайлыҡта йәшәһен өсөн
Халыҡ уңайлыҡта йәшәһен өсөн

Ҡырмыҫҡалы магистраль газ торбаларының линия-производство идаралығы 35 йыллыҡ матур юбилейын билдәләне. Ҡырмыҫҡалы магистраль газ торбалары линия-производство идаралығына 1980 йыл башында нигеҙ һалына. Предприятие көндән-көн киңәйә һәм үҫешә. Бөгөн Ҡырмыҫҡалы линия-производство идаралығы районыбыҙ биләмәһендә урынлашҡан ҙур предприятие­ларҙың береһе. Йәмғиәт рес­публикабыҙҙың ете районын һәм Өфө ҡалаһын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итә.
Байрам уңайынан район Мәҙәниәт һарайында тантаналы сара үтте. Кешеләргә ҡышҡы һалҡында ла, йәйге эҫелә лә иртәле-кисле йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өләшеүсе яуаплы хеҙмәт вахтаһында тороусыларҙы тәбрикләнеләр. Тантаналы сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов, Ҡырмыҫҡалы линия-производство идаралығы начальнигы Валерий Петров, профсоюз ойош­малары рәйестәре Максим Свияжский, Валерий Сафиханов, йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты.
- Предприятие автотранспорт техникаһына тәбиғи газ тултырыу өсөн тәғәйенләнгән газ бүлеү станцияларын (ГРС) һәм автомобиль газ тултырыу компрессор станцияларын хеҙмәтләндерә. Компрессор һәм газ бүлеү станцияларын модернизациялау буйынса ҙур күләмдә эштәр башҡарыла, производство инфраструктураһы әүҙем үҫешә, - тине Валерий Петров. Валерий Александрович хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм йәмғиәттең үҫешендә ветерандарҙың өлөшө ҙур булыуын да билдәләп үтте.
«Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм йәмғиәттең эшмәкәрлеген юғары баһалап үтте.
- Предприятиебыҙҙың ҡа­ҙа­ныштары - бер нисә быуын газсыларҙың фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһе. Ҡырмыҫҡалы идаралығында тәжрибәле һәм берҙәм команда тупланған. Филиал быуындар күсәгилешлеге һәм хеҙмәт традициялары менән дан тота, ҡуйылған бурыстарҙы сифатлы һәм ваҡытында үтәй. Филиал командаһы артабан да үҙ-ара килешеп һәм һөҙөмтәле эшләйәсәк, тип ышанам, - тине Шамил Ғосман улы. Ул яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн һәм юбилей айҡанлы авария-тергеҙеү поезының 5-се разрядлы тышҡы үткәргес торбалар монтажсыһы Сергей Горшенин, хужалыҡ участкаһының 5-се разрядлы ташсыһы Вадим Мостафин, автостранспорт цехы автомобиле водителе Рәфис Мөхәмәтйәнов, газ бүлеү станцияларын файҙаланыу буйынса хеҙмәттең 5-се разрядлы газ бүлеү станцияһы операторы Рәмил Нурмөхәмәтов, диспетчер хеҙмәте диспетчеры Марат Райманов, линия-эксплуатация хеҙмәтенең 5-се разрядлы линия үткәргес торба үткәреүсеһе Андрей Седов, автоматизация һәм метрологик тәьминәт хеҙмәтенең үлсәү приборҙары һәм автоматикаһы буйынса әйҙәүсе инженеры Дмитрий Сидоров, энергия һәм һыу менән тәьмин итеү хеҙмәтенең 5-се разрядлы авария-тергеҙеү эштәре слесары Илгиз Шәмғолов, автоматизация һәм метрологик тәьминәт хеҙмәтенең I категориялы инженеры Антон Вахмистровҡа Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Шулай уҡ ер аҫты үткәргес торбаларын коррозиянан һаҡлау бу­йынса монтер Леонид Яковлев һәм автостранспорт цехы автомобиле водителе Ринат Әхмәтов «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде. Ә инде газ компрессор хеҙмәтенең 2-се категориялы инженеры Радик Шәрифуллин, авария-­тергеҙеү поезының 6-сы разрядлы бульдозер машинисы Фидаил Ғәлиев, энергия һәм һыу менән тәьмин итеү хеҙмәтенең 5-се разрядлы тергеҙеү эштәре слесары Алексей Култыгин, автостранспорт цехы автомобиле водителе Юрий Васильевтар «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Әйткәндәй, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте һәм Берләшкән беренсел профсоюз ойошмаһынан хеҙмәткәр­ҙәрҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу өсөн Ҡырмыҫҡалы идаралығына бүләк итеп ике сплит-система һатып алынған.
Артабан район үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн һәм юбилей хөрмәтенә газ компрессор хеҙмәтенең бишенсе разрядлы технологик компрессорҙар машинисы Айрат Ишмаҡов, эксплуатация хеҙмәте начальнигы Дмитрий Баранов, энергия һәм һыу менән тәьмин итеү хеҙмәтенең алтынсы разрядлы

электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер Илгиз Шамбазов муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы, тергеҙеү поезының алтынсы разрядлы электр-газ менән иретеп йәбештереүсеһе Илдар Сафин, аттестация пункты һәм махсус әҙерлек үҙәге начальнигы Рәфит Ғәйнуллин, хужалыҡ участкаһының икенсе разрядлы ярҙамсы эшсеһе Константин Гамаюров Рәхмәт хаты алды.
Эштәге юғары күрһәткестәре, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн хеҙмәт алдынғылары диспетчер хеҙмәте диспетчеры Ришат Әхтәмов, автоматизация һәм метрологик тәьминәт хеҙмәте технигы Ирина Каун, автотранспорт цехы мастеры Әхтәм Хәсәнов РФ Неф­тегазстройпрофсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр.
Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн хеҙмәтте ойош­тороу, кадрҙар һәм социаль үҫеш бүлегенең кадрҙар әҙерләү буйынса инженеры Юлия Саттарова, линия эксплу­атация хеҙмәте мастеры Тимур Чернышков, хужалыҡ участкаһы мастеры Алина Макарова, авария-тергеҙеү пое­зының начальник урынбаҫары Илзат Сәлихов һәм пенсионерҙар Әнәс Бикмәтов менән Юрий Лаврентьевтарға «Газпром трансгаз Өфө профсоюз» берләшкән беренсел профсоюз ойошмаһының Маҡ­­тау грамоталары тапшырылды.
Юбилейҙы байрам итеү сиктәрендә уҙғарылған кисәне район Мәҙәниәт һарайы артистары һәм үҙешмәкәрҙәре йырлы-моңло, нурлы итеп алып барҙы. Улар сарала ҡатнашыусыларға үҙҙәренең моңло йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Әйткәндәй, райондың “Далан” өлгөлө хореография ансамбле «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Фа­кел” корпоратив фестивалендә юғары наградаға лайыҡ булды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Радий Хәбиров Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығы:
- Башҡортостанда өс меңдән ашыу тораҡ пункт, миллион ярым йорт һәм фатирға газ үткәрелде. Президентыбыҙ Владимир Путин ҡарары буйынса ике ҙур программа ҡабул ителде. Газлаштырыу программаһы буйынса 2025 йылға тиклем беҙ газ үткәргестәрҙе бәләкәй ауылдарға ла үткәрә алабыҙ.
Ә газлаштырыу Президент программаһы буйынса республиканың тағы 45 мең йортона килде. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ.

Әлфир Сабиров, муниципаль район хакимиәте башлығы:
- «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең филиалы һәр ваҡыт район иҡтисады өсөн терәк булып тора, эш урындары бирә, бөтә социаль гарантияларҙы үтәй һәм төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә урындағы үҙидара органдарының партнеры булып ҡала. Предприятие район үҙәгенең социаль инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Газсылар ярҙамында Ҡырмыҫҡалы ауылында гимназия, балалар баҡсаһы, спорт-һауыҡтырыу комплексы, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ йорттар төҙөлдө. Һеҙҙе байрам менән ҡотла­йым, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныслыҡ теләйем.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: