+24 °С
Ямғыр
Сағыу-сағыу төҫлө төрлө милләт кейемдәрендәге уҡыусылар барыһына ла байрамса кәйеф бүләк итте. Бигерәк та башланғыс класс уҡыусыларына милли күлдәктәрҙә уҡыу күңелле булды.
Уҡытыусылар уларға милли кейемдәрҙең үҙенсәлектәре, тарихы тураһында һөйләне. Кескәйҙәр уҡытыусыларынан тағы ла ҡасан милли кейем көнө була, тип ҡыҙыҡһынды.
Тәнәфес ваҡытында күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.