Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь , 19:53

Еҫеңдән ауырыуыңды белергә була

Һеҙҙән ниндәй еҫ килә, иғтибар иткәнегеҙ юҡмы? Ә бит сирләп йөрөүегеҙ бар...

Еҫеңдән ауырыуыңды белергә була
Еҫеңдән ауырыуыңды белергә була

Һеҙҙән ниндәй еҫ килә, иғтибар иткәнегеҙ юҡмы? Ә бит сирләп йөрөүегеҙ бар...

Мәҫәлән, ацетон еҫе килһә, шәкәр диабеты менән ауырыуығыҙ ихтимал. 

Серек йомортҡа икән - был эсәктәр, ашҡаҙан проблемаһын аңғарта.

Һөт еҫе килһә - подаграға (быуын, һөйәк ялҡынһыныуы) оҡшаған.

Әсе, уксус еҫе тойолһа, туберкулезға тикшерелегеҙ, Д витамины етешмәүе бар.

Балыҡ йә хлор еҫен һиҙһәгеҙ, бауыр сире булыуы ихтимал.

Аммиак еҫе - бөйөрҙең насар эшләүенә ишара.

Ҡартлыҡ еҫе матдәләр алмашыныуы боҙолоуын иҫкәртә.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: