Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь , 18:48

Бергә һәм берҙәм булғанда

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итеүсе ялға ҡайтҡан “башкир” позывнойлы яҡташыбыҙ менән әңгәмәләшергә тура килде.

“Башкир” 1995 йылда Мөкәй ауылында тыуа. 9-сы класты тамамлағандан һуң уҡыуын Салауат һөнәрселек училищеһында дауам итә. Унда оператор-программист һөнәренә эйә була. Һаулығы ныҡ һәм мыҡты кәүҙәле егетте Рязань ҡалаһында урынлашҡан һауа-десант полкына йүнәлтәләр. Хәрби уҡыуҙарҙы ла унда үтә, артиллерист итеп тәғәйенләнә.
Армиянан ҡайтҡас егет төрлө ерҙәрҙә эшләй. Өфөлә Баҡса үҙәгендә эшләп йөрөгән еренән 2024 йылдың мартында Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. Әлеге ваҡытта хәрби бурысын 506-сы полктың артиллерия ғәскәрҙәрендә үтәй.
- Атайым һәм иптәштәрем үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Фронтта улар дошман менән көрәшә, тыуған илебеҙҙе батырҙарса һаҡлай. Улар менән йыш һөйләшеп торам, шуға ла уларға беҙҙең ярҙам кәрәклеген яҡшы аңлайым һәм тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысым тип һанайым.
Атайым хәҙер өсөнсө тапҡыр ялға ҡайта инде. Мин 16 сентябрҙә яңынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланам, ә атайым 20 сентябрҙә ялға ҡайтасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрешеп өлгөрә алмайбыҙ. Аллаһы бирһә, тыныс тормошта күрешербеҙ, тип ышанам.
Шулай уҡ тыуған яҡтан ебәрелгән гуманитар ярҙам, күңел йылыһы менән һуғарылған хаттар ҙа беҙгә көс бирә. Гел шулай бергә һәм берҙәм булғанда ғына беҙ еңеүҙе яулай аласаҡбыҙ, - ти яугир.
Эйе, бәләкәйҙән илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тәрбиәһе һалынған ир-егеттәребеҙ башҡаса юлды һайлай ҙа алмай. Уларға көн һайын һуғыштың аяныс күренештәрен үҙ күҙҙәре менән күрергә, яраланған һәм һәләк булған иптәштәре өсөн ысын йөрәктән әсенергә тура килеүен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, барыһына ла тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтырға яҙһын.
Ҡатыны Вилена, кескәй ҡыҙы Эллария һәм улы Реналь дә уның менән бик ғорурланалар һәм яугирҙең иҫән-имен йөрөп ҡайтыуын бик көтәләр.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: