Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь , 11:11

“Ҡәйнә теле” салаты

Атамаһына ҡарамағыҙ, был ризыҡ һәр кемгә оҡшар.

“Ҡәйнә теле” салаты
“Ҡәйнә теле” салаты

Кәрәк: 3 кг ташҡабаҡ (таҙартылған), 5 татлы борос, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 5 әсе борос, 500 г томат пастаһы, 500 мл һыу, 200 мл үҫемлек майы, 100 мл уксус (9 процентлы), 200 г шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ.

Соус ошолай эшләнә: томат пастаһы, тоҙ, шәкәр, һыу, үҫемлек майы, уксусты бергә бутарға.

Ташҡабаҡты, татлы боросто турарға ла соусты ҡушып, утҡа ҡуйып ҡайнатып сығарырға. Шунан уға тотошлайы менән әсе боростарҙы һалырға. Ныҡ әсене яратһағыҙ, бүлеп һалығыҙ. Әкрен утта 25 минут самаһы болғай-болғай бешергәс, әсе боростарҙы алып ташларға. Һарымһаҡты иҙеп ҡушырға ла тағы 5 минут бешерергә.

Уттан алғас, стерилләнгән банкаларға тултырырға. Ҡапҡасын нығытып, йылы әйбергә урап, һыуытырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова

Сығанаҡ: Йәшлек гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: