Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь , 10:15

Тәскирә Даянова Һин генә... (Хикәйә)

Сабиры ҡунаҡтарҙы оҙатып киткәс, һауыт-һабаһын йыйыштырҙы, бүлмәләрен бөхтәләп сыҡты Гөлкәй: донъяһы ялт итеп тора! Бәй, нишләп оҙаҡланы һуң әле ире? 

Тәскирә Даянова Һин генә... (Хикәйә)
Тәскирә Даянова Һин генә... (Хикәйә)

Сабиры ҡунаҡтарҙы оҙатып киткәс, һауыт-һабаһын йыйыштырҙы, бүлмәләрен бөхтәләп сыҡты Гөлкәй: донъяһы ялт итеп тора! Бәй, нишләп оҙаҡланы һуң әле ире? Ҡунаҡтарҙы өйөнә тиклем оҙатҡан хәлдә лә бығаса ҡайтыр ине. Ауыл ҙур түгел, иң алыҫ тигәне лә эргәлә генә йәшәй инде уның. Гөлкәй, яурынына селтәр шәлен генә һалып, ишек алдына сыҡты. Ниндәй сихри матурлыҡ! Төн уртаһы етеп килә, күктә әкиәти алтын алҡаға оҡшап ай эленеп тора. Айҙың йөҙөн бер ҡаплап, бер асып, болоттар йөҙә. Болоттарға оҙағыраҡ ҡараһаң, күк йөҙө диңгеҙҙе хәтерләтә... Ана, ҡайһылай ирмәк бер болот. Хас балыҡ. Күрсе, күрсе! Гөлкәй йөрәкһеп тупһанан йүгереп төштө лә шар асыҡ ҡалған ҡапҡа яғына йүнәлде. Теге болот икенсе ҡиәфәткә инмәҫ элек Сабирға күрһәтергә ине. Гөлкәйҙең күккә ҡарап иләҫләнеүе лә Сабирҙың үҙенән башланды түгелме әле?
Ғаилә ҡороуҙарына икенсе йыл ғына ине. Ташуй үренә еләккә барғайнылар. Эйе шул, еләккә. Яҡын ғына күренһә лә, үр булғас, ах та ух килеп саҡ барып еттеләр... Юл тар ғына, етәкләшеп тә булмай, етмәһә, малай-шалай­ҙыр инде, кеше буйы булып үҫкән арышты ике яҡтан услап-услап бөгөп, ишеп киткән. Еләк күтәреп ҡайтҡан ҡыҙҙар эләгеп йығылһын, йәнәһе. Сабир шуларҙы ипләп кенә сисеп, баҫтырып китте. Бер услам бик таушалғайны, йығыла ла тора. Сабир тәки ныҡышып, баҙыҡ һабаҡтарға терәп, артҡараҡ янтайтып, турайтып китте. Үҙе бала һымаҡ ҡыуанды. «Минең кәләш алдында ана шулай смирно торорға кәрәк, һары мыйыҡтар!» – тип, арыштарға күҙ ҡыҫып алды. Хәленән килһә, ошо баҫыуҙы ҡосағына алып иркәләр ине ул.
...Эйе, теге болот хаҡында ине бит әле уйы. Ташуйға менеп еттеләр ҙә, ҡолас киреп үҫкән ҡарама сатыры аҫтына ял итергә ултырҙылар.
– Гөлкәй, күҙ һал әле ауылға, ус төбөндәгеләй, – Сабир аҫтағы күренеште барлай. – Ана, Маһира инәйҙәр мунса яҡҡан, төтөнө ирмәк сыға, эйеме?
Гөлкәйҙең ҡарашы ауылды уратып күгәреп ятҡан тауҙарға текәлгәйне. Сабир быны һиҙеп­терме, йәһәт кенә һүҙен бороп ебәрҙе:
– Гөлкәй... Яңыраҡ тауҙағы бесәнлектә булдым әле мин. Ғүмер баҡый тапалып эштән сыҡҡан, тырматып, үлән сәсеп ҡарарғамы әллә тип уйлағайным. Шунда, аҡландың төпкөлөндә, йәнәш кенә ике ҡайын да үҫә икән... – Сабир туҡталып торҙо ла, төшөнкө генә өҫтәп ҡуйҙы, – береһенә «Гөлкәй», икенсеһенә «Таһир» тип яҙылған.
– Китсе әле, бына һиңә бер сал тарих, – Гөлкәй көлөп ебәрҙе. Кәйефе шәп ине һәм иренең әйткәндәре күңелен һиҫкәндереп ебәр­һә лә, үткәндәрҙе хәтерләп торманы. Сабир ҙа һүҙҙе оҙайтманы, салҡан ятып болоттарҙы күҙәтергә тотондо.
– Анау аҡ болотто күр әле, Гөлкәй. Хас та... Йә, һин кемгә оҡшатаһың?
– Айыуға.
– Ныҡлабыраҡ, текләберәк ҡара, хас та күрше бабай ҙаһа инде. Аҡ сәсле, аҡ һаҡаллы.
Сабир ҡалҡынып, ҡатынының күҙҙәренә ҡараны. Гөлкәй уның ҡара бөҙрә сәстәрен бармаҡтары менән тарағандай итте. Бына уның бармаҡ остары саҡ ҡына, Гөлкәй үҙе һиҙерлек кенә итеп дерелдәй башланы. Ә үҙе иренең ҡарашына арбалғандан арбала барҙы, йәне-тәне ирене, иләҫләнде. Йөрәгенең дөпөлдәп ҡағыуын тойоп, Сабирҙың ҡосағына һыйынды. Сабир уны көслө беләгенә һалып бәүелдергәндәй итте, иркәләп сәстәренән, күҙҙәренән үпте...
– Кит, иҫәр, ана, бөтә ауыл ҡарап тора, – тигән булды Гөлкәй, түбәнгә ымлап.
– Ҡараһа, үҙ ҡатынымды ҡосаҡлап үпкәндән ни хилафлыҡ?
– Кит, беҙ былайтып ултырһаҡ, бер тултырмыш та еләк йыя алмаҫбыҙ, буш силәк һөйрәп ҡайтырбыҙ...
– Ысынлап та, ана, ҡояш Аҡ ҡаяға һыртлап бара.
Уйҙың йүгәне юҡ, тигәндәре шулдыр инде. Әҙ генә ваҡыт эсендә күпме хәтирә уҙҙы күҙ алдынан. Ҡайҙа һуң Сабир?! Гөлкәй, хәүефләнеп, тирә-яҡты байҡаны. Күл буйында, ҡарт өйәңке аҫтындағы эскәмйәлә, кемдер ултыра түгелме? Тәмәке баҙлағандай, улай тиһәң, Сабирҙың тәмәкене ташлауына байтаҡ инде. Гөлкәй шул яҡҡа атланы.
– Сабир?
Эйе, был ул ине. Нишләп элеккеләй атылып өйөнә ҡайтмай, бында ултыра. Гөлкәй балалар­ҙы ла көндөҙ үк өләсәйҙәренә алып барып ҡуйҙы: иркенләп ҡунаҡ һыйларбыҙ, һуңынан икәүләп, башты башҡа терәп кенә, серләшеп таң аттырырбыҙ, тигәйне.
– Сабир, шыл әле саҡ ҡына, мин дә ултырайым.
– Юҡ, алдыма ултыр, эскәмйә еүешерәк шикелле.
Иренең шулай итәғәтле булыуына өйрәнергә лә ваҡыт инде Гөлкәйгә. Ни тиһәң дә, ун биш йыллап бергә йәшәп ташланылар ҙабаһа. Барыбер өйрәнә алмай. Бына әлегеләй күңеле тула ла китә. Әллә инде атаһының әсәһенә ҡарата тупаҫлығын күреп үҫкәнгә...
– Сабир, уф, тәмәке тартаһыңмы?
– Юҡ та, Марат тартҡас, мин дә берҙе тоҡандырғайным шунда.
– Мараттар күптән төш күреп йоҡлап яталыр инде.
– Бик ҡәнәғәт булып ҡайтып киттеләр, ҡунаҡ һыйлай беләбеҙ икән. Гөлкәй... Марат та, ҡатыны ла һинең класташтарыңмы?
– Эйе шул, әйткәнем бар ҙа инде.
– Ә теге, бөгөн һин йырлаған йырҙы кем сығарғайны?
– Кем булһын, композитор инде.
– Марат әйтә, уны Таһир сығарғайны, ти...
Гөлкәйгә әллә нисек тәьҫир итте был һөйләшеү. Үҙе лә аңғармаҫтан, иренең муйынына һарылған ҡулдарын нисек һелкә тартып алһа, шулай һелкетә баҫып ҡайтты ла китте. Сабир ултырҙы ла ҡалды.
Гөлкәй бәләкәй мендәрҙе һалып ҡына диван­ға ятты, йөрәгенең ярһыуын баҫа алмай аҙапланды: «Мин, диуана, уны иркәләйем, уға анау балыҡҡа оҡшаған болотто күрһәтәйем тип ашҡынып янына барған булам, ә ул?».
Нишләптер тағы шул бая иҫкә төшкән, еләккә барған көн күҙ алдына килде. Силәктәре тулып килә ине, Гөлкәй түҙмәй, ҡайтайыҡ та ҡайтайыҡ, ти башланы. Сабир, тултырғас тултырайыҡ инде, тигәйне, иланы ла ебәрҙе. Эй һармаҡ саҡ булған да инде. Тегеһе аптырап ҡалды. Ҡатынын саҡ тынысландырҙы.
– Йә, ни булды, Гөлкәйем?
– Ана бит, күрсе.
Гөлкәй күҙҙәре менән күкрәк тәңгәленә ымланы. Бәй, ике түше лә төймәләй генә булып еүешләнгән дәһә – һөт тиртә, бәпесе, Әлфиәһе, имергә һорай, илай булыр.
– Гөлкәйем, иҫәркәйем, ниңә шундуҡ иҫкәртмәйһең, мин ни, уйһыҙ-хәсрәтһеҙ йөрөйөм. Ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ, хәҙер үк Әлфиә янына осоп ҡайтып етәбеҙ!
Сабир шунда тағы бер ирмәк ҡылығын күрһәтте. Ҡапыл тубыҡланып, ҡатынының еләк һутына буялып бөткән ҡулдарын үбергә тотондо. Гөлкәй ҙә, әллә ҡаушап, быуынһыҙланып, уның ҡаршыһына тубыҡланды. Сабир теге төймәләй генә булып торған ике тапты үпте лә, башын ҡатынының күкрәгенә терәп, тынып ҡалды. Уның ҡуйы бөҙрәләре Гөлкәйҙең эйәгенә, ирендәренә ҡағылды... Гөлкәй әле лә шул бөҙрәләрҙең һәр бөртөгөн наҙларға, бармаҡтарына урап сығырға теләп, ҡулын һуҙҙы – эргәлә ул юҡ ине. Эйе, ул бит унда, күл буйында ҡалды.
Туҡта, нимәгә болоҡһой һуң әле Сабир? Нимәгә?! Таһир сығарған йырҙы мин йырлап ултыра буламмы? «Йәшлегемдә мин бер гөлдө яраттым...» Ошо йырҙы инде. Эйе, уны тәүләп ауылда ул йырлағайны. Моғайын, Маратҡа, үҙем сығарҙым, тигәндер. Маҡтанырға ярата ине шул.
Таһир... Туғыҙынсыны тамамлаған йылда... Бер көндө ҡустыһы, алан-йолан ҡаранып, Гөлкәйгә бер хат тотторҙо. Апаһы уҡып бөткәнсе үҙе шунда мыш-мыш килеп танауын тартып торҙо. Йәнәһе, яуап көтә. Танышыу хаты ине был. Исеме ҡуйылмаған. Кемдән икән? Гөлкәй ҡустыһынан һорауҙы ғәрлек тип тапты. Хатты кире уҡып сыҡты. Бәй, таныш ҡул бит, эйе, эйе, быны класташы Таһир яҙған. Уф, ҡайһылай ҡыҙыҡ!
Кисен әхирәте Динә менән уйынға сыҡтылар. Йәштәр, йәй етһә, ауыл осона сыға торғайны. Нимә тип клубта, тынсыуҙа саң туҙҙырырға? Әле студенттар ҡайтып өлгөрмәгән ваҡыт, унынсылар имтихан бирә. Уйындың төп хужалары улар – Гөлкәйҙәр. Бына уйын башланды. Таһир гармун тартып ебәрҙе. Парлап бейергә тотондолар. Арғы ос Гәрәй Гөлкәйҙе бейергә саҡырҙы, аяҡтары арыу ғына йәпләшеп китеүгә, көй туҡталды ла ҡуйҙы. Гәрәй менән Гөлкәй һерәйешеп уртала тороңҡоранылар ҙа, ситкә барып баҫтылар. Гөлкәй, ул йылды ҡапыл һонторайып үҫеп киткәнлектән, буйынан оялғандай итә ине. Шуға ла гел Гәрәй менән бейергә тырыша, сөнки егет унан ҡалҡыуыраҡ. Ә Таһир, юрамал әллә, инде улар уртаға төштөмө, гармунын тартмай ҙа ҡуя...
Гөлкәйҙең егеттәр тип елкенеп бармаған күңеленә шунан һуң әллә ни булды. Һиҙеп ҡалған әхирәттәре уның йөрәген ҡуҙландырып ебәрҙе: «Таһирҙың һиңә күҙе төшкән!». Ҡыҫҡаһы, тоҡанды мөхәббәт. Унынсы класс төш кеүек кенә үтеп китте. Имтихандарҙы уңышлы ғына бирһә лә, Гөлкәй институтҡа барманы. Бер йыл эшләп, әҙерәк кейем-һалым йүнәтеп алырға булды. Таһир ҙа ауылда ҡалды: киләһе көҙгә – армияға.
Кис һайын тигәндәй осраштылар. Йәш саҡта арыйһыңмы ни ул. Эштән һуң тамаҡ ялғап алаһың да, тағы беләгеңә көс, йөрәгеңә дәрт тулғанын тойоп, һөйгәнең янына ашығаһың. Һөйгәнең... Бының шулай икәнлегенә башта Гөлкәй шикләнмәне лә. Бөтә ҡыҙҙар ҡыҙыҡҡан егеттең йәре булыу үҙе ни тора! Тик барыбер ғүмерлеккә һуҙылманы был дуҫлыҡ. Нимәнән башланды һуң һыуыныу? Һыуыныу... Ниндәй йән өшөткөс, аяуһыҙ һүҙ. Эйе, нимәнән? Бәлки, Таһирҙың уға Гәрәй бүләк иткән сәскәләрҙе һындырып-һындырып ырғытҡанынан һуңдыр? Бәлки, егеттең өләсәһе ҡәҙерләп һаҡлаған бирнә таҫтамалын ауылда йыр-әкиәт, ҡул эштәре йыйып йөрөгән этнографтарға һатҡанын ишеткәндән бирлелер? Бирһен дә, ти, берәй музейҙа торор ине, ә өләсәһенең төҫөн ниңә аҡсаға алмаш­тырыр­ға? Ҡарсыҡ бик һуҡранған, тиҙәр. Эйе, «бәлки»ҙәр күп инде. Күңел яйлап һыуына барҙы, ятһырай барҙы... Егетенең ҡылыҡтарына ҡыҙ икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Бер кисте, шулай, ҡайтып баралар, Таһир, ғәҙәтенсә, ҡулын уның яурынына ҡуйып атлай. Тәмәке көйрәтә. Ҡасан ғына үҙен бәхетле күреп барыр ине әле, был юлы ғәрләнде лә китте Гөлкәй: «Ал ҡулыңды, һине нишләп мин йөкмәп килергә тейеш». Таһир ғәфү үтенһә, үтер ҙә китер ине. Юҡ, ҡулын кеҫәһенә тығып, эре генә атлап ҡайтты. Артабан да сәбәп өҫтөнә сәбәп өйөлдө лә торҙо. Гөлкәй киске уйын­ға һирәгерәк барҙы. Ул арала, Таһир ауылға килгән бер ҡунаҡ ҡыҙ менән йөрөй икән, тигән һүҙ таралды.
– Ысынмы шул һүҙ, Таһир?
– Гөлкәй, һиңә тиң ҡыҙ юҡ.
– Тураһын әйт, ысынмы?
– Һин бигерәк, Гөлкәй, әйтерһең, берәүҙең законлы ҡатыны, нимә даулашаһың?
– Ысынмы, тим?
– Ну, ысын, ысын! Күңелең булдымы инде?! Үҙең дә бит Гәрәйҙең сәскәләре өсөн күҙ йәше сығарып илап торҙоң.
Бер һүҙ ҙә әйтмәй, ҡырт боролоп ҡайтты ла китте Гөлкәй. Солан ишеген шым ғына асып инде лә, төпкәрәк уҙып, кәрәк-яраҡ ҡуйылған ағас һикенең ситенә барып ултырҙы. Ҡыйын ине уға, бик ҡыйын ине. Шул саҡ өй ишеге асылды, әсәһенең тауышы ишетелде.
– Уф, әҙерәк асайыҡ әле бынау ишекте, бигерәк тынсыу. Бөгөн икмәк һалғайным, әллә шуға...
– Асып тор шул, һауа керһен.
Әсәһенең әхирәте Мәғүҙә апай килгән икән, уның тауышы. Ирекһеҙҙән уларҙың хәбәре ҡолағына яғылды.
– Бер ғибрәт һөйләйем тип килгәйнем әле һиңә. Ҡыҙың минең ҡәйнеш менән, Таһирҙы әйтәм, бик мөхәббәт тиҙәр, беләһеңме?
Гөлкәй ултырған көйө ҡымшанмай ҡатып ҡалды, асыуы килде: мөхәббәт тә икән, ти, нимәһе ғибрәт һуң уның? Ә эстән урыҡ-һурыҡ һүҙ ишетелә.
– Мин әйтмәһәм, кем әйтһен, ҡолағыңа киртеп ҡуй, тим. Йөрөтмә ҡыҙыңды уның менән, еләк кеүек бала, йә әрәм булып ҡуйыр...
– Юҡты һөйләмә әле, үҙебеҙҙең урам малайы, бер класта уҡынылар.
– Шулай ҙа ул, кешенең эсен ярып ҡарап булмай. Ярар, ул хәтлемен һөйләмәм тигәйнем, һөйләйем инде. Бер кис, өйөмдө бикләп, күршегә сығайым тип торһам, ҡапҡанан Таһир килеп инде. Ул шулай һирәкләп хәл белергә ингеләй. Ағаһы мәрхүм булһа ла, еңгә күргәс, рәхмәт инде уныһы... «Еңгә, бер ҡыҙ менән танышҡайным, әҙерәк һөйләшеп ултырырға ине, асҡыс ҡалдыр әле», – тисе был. Нимә тиергә белмәнем, уңарсы ул усымды астырып, асҡысымды ала һалды. Нүжәли минең әхирәттең ҡыҙы шулайтып йөрөй икән, тип, ҡапҡа төбөндә торған ҡыҙҙың эргәһенә барып текләп ҡараным. Әхирәт, нимә һикереп торҙоң, ана, ултырғысың ауа, тот, ултыр. Гөлкәй түгел ине ул, тыныслан. Беҙҙең ауылдыҡы түгел, ҡунаҡ ҡыҙ икән.
– Шунан?
– Шул. Иртән һыйыр һауам тип ҡайтһам, тегеләр икәүләп минең карауатта йән белмәй йоҡлап яталарсы. Быяланы зыңҡылдатҡансы туҡылдатҡайным, һикерешеп тороп кейенә башланылар. Теге ҡыҙ шым ғына сығып китте, Таһирҙы ебәрмәнем, тороп тор, мин әйтәм, һөйләшәһе һүҙ бар. Оятһыҙ, тим, нишләп ҡыҙ баланы улай хур итеп йөрөйһөң. Ишшү, етмәһә, минең өйөмдә. «Еңгә, юҡҡа туҙынаһың, – ти был, иҫе лә китмәй, – үҙең күрҙең бит, мин уны һөйрәкләп килтермәнем. Ә ниңә, йәшлектең бер кисен бер сибәр менән уҙғар­ғанмын икән...» Биллаһи, бына шулай тине.
Гөлкәйгә бысраҡ һыу һиптеләрме ни. Ул, ытырғанып, бөтә тәне менән ҡалтырай башланы. Кис тә һыуытып ебәрҙе, ахыры. Бына әсәһе лә ишекте япты, хәбәрҙәре тынды. Нишләргә? Шым ғына эскә инеп ятты. Таң атҡансы керпек тә ҡаҡманы. Төрлө уй борсоно, әрнеүле хистәр йөҙәтте уны. Хыянатмы был, улай тиһәң, улар бер-береһенә вәғәҙә бирешмәгән. Боҙоҡлоҡмо? Бәлки, Таһир теге ҡыҙҙы яраталыр? Ә уны, Гөлкәйҙе, яратмаймы? Шулай ауыр икән ул тәүге хистәреңдән ваз кисеүҙәре! Хатта һөйөүеңә үҙең мөкиббән ышанып етмәһәң дә, ауыр. Аңлатып бирерлек тә түгел быны. Мин-минлектең ҡыйырһыныуымы, йәшлек хыялынан яҙырға теләмәүме? Нимәлер инде...
Таһир, ҡыҙ ул хаҡта һорамаһа ла, төпсөнмәһә лә, аңлатырға уҡталды:
– Аңла һин мине, Гөлкәй. Һиңә ҡарата мин бит шундай уйҙа булманым. Ҡосаҡларға, үбергә лә ҡыймауымды үҙең беләһең. Ә ул... Ул үҙе шулай еңел холоҡло... – Гөлкәй өндәшмәгәс, ул тағы ҡабынып китә. – Ә, белгең килһә, егеттәрҙең береһе лә ситкә ебәрмәй ундай осраҡты.
Аңламаны уны Гөлкәй. Таһир нишләргә белмәй үрһәләнде. Әле бына иҫкә төшһә, йәл дә булып китә ул. Бер көндө ауылда ҡалған класташтары менән Ҡыҙҙар тауына барҙылар. Бесәндән һуң булыр, үлән тапап йөрөмәҫтәр ине. Шунда Таһир ҡайҙалыр юҡ булып торҙо ла, инәлеп-инәлеп Гөлкәйҙе аҡлан ситендәге пар ҡайын янына саҡырҙы. Гөлкәй теләр-теләмәҫ кенә барҙы. Ҡайындарға күҙ һалғас, саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Уларҙың ап-аҡ тәненә бәке менән уйып «Гөлкәй», «Таһир» тип яҙылғайны. «Мәңгелеккә, ғүмерлеккә ошо ҡайындар кеүек пар булайыҡ», – тине Таһир. Гөлкәй ҡайындарҙың яраларына усын ҡуйҙы. Ҡайындар илай ине... Ҡыҙ ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы.
– Таһир, бөттө, бүтәнсә мөхәббәт хаҡында һөйләмә! Тик уйлама мин һине көнләшеп ташлай икән тип. Улай түгел. Ярата алмайым һинең кеүекте... Хыялымда бөтөнләй икенсе кеше йәшәй. Мин уны көтәм.
Ана шунан һуң бит инде Таһир, Гөлкәйҙең бүтән егете бар икән, тип һөйләп сығарҙы. Тап шул ваҡытта теге йырҙы ҡайҙандыр отоп алып, йырлап йөрөнө:
Тәҙрә төптәренән гөлөм, ай, юғалды,
Әйтегеҙсе, дуҫтар, уны кем алды...
Бөгөн килеп, шул йырҙы Гөлкәй ҡунаҡ алдында моңайып йырлап тора була инде, ә?
Гөлкәй, әҙерәк үпкәләшеп алған саҡтарында Сабирҙың беренсе булып аҙым яһауына күнегеп, иренең яратҡанын белгән ҡатындарға хас булараҡ, үҙ һүҙләнеберәк, иркәрәк булып китһә лә, был юлы бөтә йөрәге менән аңланы: ике араға баҫманы үҙе һалырға тейеш. Тиҙ генә кейенеп, Сабирҙың пинжәген алып сыҡты ла күл буйына ыңғайланы. Ире һаман шунда ултыра ине. Таң атып килә ләһә, ана, Аҡ ҡая яғынан алһыу-һары нур эркелә.
Гөлкәй һаҡ ҡына, килеп иренең иңенә пинжәген һалды. Ҡарт өйәңкеләрҙең япраҡтары тымыҡ ҡына таңғы елгә елберләп, көмөш устарын бер асып, бер йомоп алған кеүек тойола. Сабирҙың сикә сәстәрендә лә көмөш күренә.
– Сабир, йәнем, әйҙә ҡайтайыҡ. Йырҙың йыртығы юҡ тигәндәй, йырланған инде. Ул сығарған йыр түгел. Әгәр ҙә шундай йырҙар сығарырлыҡ кеше булһа, бәлки...
– Гөлкәй!..
Сабир, ҡатынын ҡосағына һыйындырҙы ла: «Әйҙә, балаларҙы алып ҡайтайыҡ», – тине.
Гөлкәйҙең әсәһе балаларҙы уятманы: «Йоҡоһо туйғансы йоҡлап, сәй эсеп ҡайта ул кеше өләсәйҙән, – тип кенә ҡуйҙы. – Барығыҙ, ана, үҙегеҙҙең бүлмәгеҙгә инеп, әҙерәк серем итеп алығыҙ, ныҡ иртә бит әле. Мин барыбер йоҡлай алмай яфаланам, һыйырығыҙҙы ла үҙем ҡыуырмын көтөүгә».
Гөлкәй менән Сабир эске бүлмәгә үтте. Өс йыл ошонда йәшәне улар. Сабир был ауылдыҡы булмағас, ҡайҙа барһындар. Кеше әҙерәк һөйләп алды ла, тынды, гел бер һүҙҙе ҡуйыртырлыҡ түгел, донъя үҙгәреп тора. Гөлкәй башын иренең беләгенә һалды. Икеһе лә йоҡларға тип күҙ йомдолар. Әммә ҡайҙа инде ул йоҡо! Сабир ни уйлағандыр, Гөлкәй ҡабат йәшлегенә барып ураны.
Уҡырға тағы бармай ҡалды. Таһир армияға алынды. Гөлкәйгә: «Көт мине, зинһар, көт кенә, беҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ», – тип китте.
Ә Гөлкәй көтмәне.
Ураҡ бөтөп килгән мәл ине. Колхозға ауыл хужалығы институты студенттары ярҙамға килде. Әлеге лә баяғы, Динә йөрәкһеп килеп инде лә: «Әйҙә, клубҡа, студенттар танса ойоштора», – тип, алып китте. Ысынлап та, егермеләп егет, өс-дүрт ҡыҙ килгәйне, – агрономлыҡҡа, инженер-механиклыҡҡа уҡыйҙар икән. Бына пластинка уйнай башланы. Вальс. Гөлкәй вальсты бик тә ярата. Тик ошо тиклем егеттәр барҙа Динә менән өйөрөлөп булмай ҙа инде. Шулай уйлап та өлгөрмәне, бер егет килеп уны уртаға саҡырҙы.
Гөлкәй, әҙерәк тулҡынланыуы баҫылғас, егеткә күҙ һалды: буйһыу, бөҙрә сәсле. Төҫкә артыҡ матурҙан түгел, һөймәлекле, тиҙәр ундайҙарҙы. Шул саҡ уның ҡарашы егеттең ҡарашы менән осрашты. Ғәжәп күҙҙәр!

Артабан дуҫлашып киттеләр. Гөлкәйҙең атаһы үлгәнгә биш йыл ине инде. Малға бесәнде әсәһе менән икәүләп әҙерләйҙәр, туғандары ҡул араһына инеп етмәгән әле. Сабир быны белеп ҡалып, бер көн иртүк өйгә килгән. «Кисә комбайнды Теүәш баҫыуына ҡыуғанда, бер сабынлыҡ күрҙем, ҡурпыһы шәп үҫкән, әйҙәгеҙ, шуны барып сабабыҙ», – ти. Әсәһе аҙап китте хатта. «Колхоз сабыны ул», – тигән булды. Сабир ул яҡты алдан хәстәрләгән икән, бригадирҙан рөхсәт һораған. Өсәүләп барып, байтаҡ бакуй һелтәп килделәр. Өс йөк бесәне сыҡты. Һатам тип ауыҙланған һыйыры һатылмағас, әсәһенә хәҙер Сабирҙан да һәйбәт егет юҡ инде. Әллә ҡасан һорашып белеп бөткән: «Өләсәй ҡулында үҫкән икән. Әйтәм, бигерәк итәғәтле. Бәләкәйҙән бесән сапҡан, ҡарсыҡты аҡтан өҙмәйем, тигәндер инде. Ата-әсәһе уҡытыусы булған, районға барғанда машина менән аварияға эләккәндәр. Бигерәк йәшләй әрәм булғандар инде...» – тип һөйләп-һөйләп ала.
Күп тә үтмәй, Сабир иптәш егете менөн Гөлкәйҙәр колхозына практикаға килде. Орлоҡ әҙерләүҙә бергә эшләнеләр. Агитбригада ойошторҙолар. Әйткәндәй, Сабир ҙа гармунсы булып сыҡты, концерттарҙа уйнап, бөтә ауылдың һушын алды. Шунан студенттар тағы уҡырға, дәүләт имтихандары бирергә ҡайтып китте. Сабир колхозға агроном булып килмәксе. Гөлкәй университеттың филология факультетына ситтән тороп уҡырға инде.
Күп тә үтмәй, Сабир агроном булып эшләй башланы.
Сабир Гөлкәйгә дуҫтарса иғтибарлы, яғымлы. Ҡайһы саҡта, күҙҙәре осрашҡанда ғына, ҡыҙ ниҙер һиҙенә. Ул күҙҙәрҙең зәңгәр төпкөлөндә тылсым ята кеүек. Туҡта, нисек аңлаштылар һуң әле улар? Йылдан ашыу яратыу тураһында һүҙ булманы. Көн дә тиерлек эш араһында осрашып торҙолар, кистәрен клубта бергә булдылар. Башта уларға ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар ине, йә, нимә менән бөтөр һеҙҙең ара, йәнәһе. Тора-бара күнектеләр. Күрәһең, тиңдәштәрҙең ғәҙәти дуҫлығы тип таптылар. Сабир ҙа шулай уйлаймы икән?
...Сәсеү бөткән, бесәнгә төшмәгән бер ара ине, Динә, ул хәҙер ҡалала, отпускыға ҡайтып төштө. Бер кисте ул, йәштәрҙе йыйып, күңел асып алырға уйланы. Гөлкәй өҫтәл әҙерләште. Ҡунаҡтар йыйылды. Уйын-көлкө, йыр-бейеү тигәндәй... Кәйефле генә ултырғанда, гармун тартып берәү килеп инде. Уның һалдат кейемендә икәнен шәйләү менән Гөлкәйҙең күңеле һиҫкәнде. Таһир?! Ул да булмай, Динә: «Таһир, һабаҡташ!», – тип әйҙүкләп ҡунаҡты түргә саҡырҙы. Таһир, ысынлап та – ул. Мыҡтыланып киткән. Формаһы килешә үҙенә. Былай ҙа һылыу кешегә ни. Отпускыға ҡайтҡан икән. «Ун көн буйы ауыл гөр килеп торасаҡ», – ти үҙе. Шулай Динәләргә килеп тә инде, бөтәһен ауыҙына ҡаратып та алды. Әлеге «Минең гөлөм»дө йырлап ебәрҙе. Тауышы!
Бына ул, Таһир, Гөлкәйҙе ҡасандыр тәүге мөхәббәт ғазаптарына дусар иткән егет, ҡаршыла, гармун уйнай. Сәстәрен артҡа ташлап, ҡаштарын һикертеп, яурындарын уйнатып, бейеү көйөн һыҙҙыра. Башын түбән эйеп, керпектәрен күтәрмәй генә моңланып, мөхәббәт көйҙәрен тарта. Ә Гөлкәйҙең күңеле елкенә...
Унлаған йәш-елкенсәк гөрләшеп ауыл осона сыҡты. Барып етеү менән Таһир, гармун уйнамайым, тип инәлтә башланы. Сабирға уйнарға тура килде. Таһир Гөлкәйҙе тансаға саҡырҙы. Тәүге минуттарҙа ҡыҙ осоп ҡына йөрөнө. Шунан ҡапыл аңына килгәндәй, туҡтап ҡалды. Нимә тине әле Таһир? «Уйна, уйна, гармунсы, беҙ үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙы килмешәктәргә бирә торғандарҙан түгел», – тинеме? Әйтерһең, Гөлкәй – әйбер. Әле һин шулаймы ни әле! Гөлкәй Сабирҙан гармунды алып, Таһирға тотторҙо. Уныһы теләр-теләмәҫ кенә барып ултырҙы ла, вальс уйнай башланы. Гөлкәй Сабирҙы үҙе саҡырып тансаға төшөрҙө.
– Егетең әҙгә генә ҡайтҡан, улай өҙгәләндермә уны, – тине Сабир. – Минең иртәгә иртүк районға бараһым бар. Ошо көй бөткәс, ҡайтып китәм.
Ул да булмай, көй шарт итеп өҙөлдө. Таһир Гөлкәйҙәр эргәһенә килеп баҫты. «Нишләп беҙҙең ҡыҙҙар янында сит кешеләр урала?», тип ҡысҡырҙы ул, хәүеф һиҙеп, уратып алған егеттәргә, – аҡылға ултыртырға кәрәк ундайҙарҙы. Таһир һуғам тип һелтәнгәйне, Сабир уның ҡулын тотоп ҡалды.
– Тыныслан, мин бер кемдең дә йәрен тартып алырға йыйынмайым, – тип, ул ҡайтыу яғына боролдо. Гөлкәй ҙә, Динәне етәкләп, уның артынан китте. Шулай ҙа һүҙ ҡатырға ғорурлығы ирек бирмәне, һәлмәк кенә атлап барған Сабир янынан йүгереп үтеп киттеләр. Ҡайтып еткәс, тупһаға ултырып икәүләп илаштылар. Ярай инде Гөлкәйе, Динәһе нимәгә иланы икән, иҫәүән? «Яратам мин уны, әхирәткәйем», – тине шунда Гөлкәй, – һиңә генә сисәм серемде». «Тапҡанһың сер, бөтә ауыл белә инде һинең Таһирҙы яратҡаныңды. Бәләкәйҙән яратыштығыҙ ҙа инде. «Юҡ, уны түгел, Сабирҙы яратам мин, Динә», – тигәс, әхирәте телһеҙ ҡалды.
Иртәгәһен Гөлкәй Сабирҙы күрмәне. Ысынлап та районға юлланған икән. Шунан ул Өфөгә ниндәйҙер бер тәҡдим менән киткән. Колхоз рәйесе күрше Аҙнабай ағайҙан һораштырғайны, былай тип аңлатты: «Колхозға район пар ерҙәрен күп ҡалдырырға рөхсәт итмәй. Ә Сабир, парһыҙ булмай, баҫыу ял итергә тейеш, ти. Дөрөҫ әйтә, башлы егет ул. Үҙ һүҙле лә икән кәрәк саҡта».
Сабир рөхсәт алып ҡайтты. Әлеге көндә был бик бәхәсле мәсьәлә, ярай, һеҙҙең ауылда тәжрибә яһап ҡарайыҡ, тигәндәр. Таҙа парҙарҙың файҙаһын иҫбатлағансы байтаҡ ваҡыт үтте әле ул. Унан Сабир баҫыуҙарҙы кәҫ ҡайтармай һөрөү, ҡамыл төбөнә сәсеү идеялары менән янды. Рөхсәтһеҙ, йәшереп эшләгән саҡтары ла булды. Бәләкәйерәк майҙанда инде, әлеге лә баяғы һынау өсөн.

...Ап-асыҡ булып, күҙ алдына аңлашҡан көндәре килеп баҫты. Әбейҙәр сыуағы ине. Донъя үтә күренмәле күлдәк кейгән кеүек. Нисектер моңһоу. Күптән бесәне йыйып алынған аҡланда ҡурпы моронлай. Гөлкәй ике саҡрымда ғына ятҡан Ҡаранйылға ауылынан ҡайтып килә. Ана – Мәндем йылғаһы, ана Ҡарауыл тауы. Тау аръяғында уның ауылы – Мораҙым – ҡул һуҙымы ғына ерҙә ята. Бәй, баҫма ҡайҙа? Төндә ямғыр яуғайны. Шулай шәп булған икән, баҫманы ағыҙған. Аптырап торғанда, кемдеңдер яҡынлашыуын һиҙеп, боролоп ҡараны. Сабир бит.
– Мин анау һырттағы ужымды ҡарарға тип сыҡҡайным әле, һине күреп ҡалдым да...
– Нишләргә икән, берәй атлы ла килеп сыҡмай. Кисерлекме ни ул Мәндемде, һыуығы елеккә үтә.
– Ниңә һиңә берәй, яныңда минең ише арғымаҡ торғанда.
– Шаяртмаһаңсы.
– Кем шаярта, минме? – тине лә Сабир Гөлкәйҙе күтәреп алды. Ниҙер әйтергә өлгөрмәне, шаптырлатып һыуға төшөп тә китте.
– Ҡотороп аҡһа ла, кисеү тәңгәлендә тәрән түгел ул, мин был яҡҡа ла, ана, мотоциклды ҡалдырып кисеп сыҡтым, итеккә һыу инмәне.
– Сабир... Күҙҙәрең ғәжәп һинең...
– Гөлкәй, уйнама һүҙҙәр менән, йәме. Минең дә бит, иләҫләнеп, ышанып ҡуйыуым бар.
– Сабир, мин һинең күҙҙәреңде, мин һине... яратам.
– ?!
– Гөлкәй, әйҙә һыртҡа икәүләп барайыҡ. Ужымдарҙы һин дә күрерһең.
– Әйҙә!
...Гөлкәй сәғәтенә күҙ һалды. Ете лә тулып килә. Сабир йоҡлай. Ирен уятмаҫҡа тырышып, шым ғына тороп кейенде лә, өйөнә йүнәлде.
Сабир ҡайтҡанда, Гөлкәй ырҙын табағына киткәйне. Агитатор ул йылдың-йылы. Ә Сабир бөгөн ял итә. Бер аҙна былтырғынан ҡалған отпускыһы бар ине, шуны алғайны... Бына-бына арыш урағы башланырға тора. Эх, етә ҡыҙыу көндәр! Йөрәк дарҫлап тибә башлай, быны уйлаһаң. Яратҡан һөнәре булмаған кешеләр генә быны аңламай инде. Мөхәббәтте татымаған кешеләр менән берҙер улар. Мөхәббәт... Йөрәге һыҙып әрнеп ҡуйҙы. Шулай ҙа Гөлкәй һаман Таһирҙы уйлай, һағына микән ни?!
Буш арала китап шкафын йыйыштырып алырға булды. Өҫтә генә ятҡан ҡалын дәфтәрҙе ҡулына алды. Шиғырҙар? Эйе, Гөлкәй йәштән шиғыр яҙыуға һәүәҫ. Дәфтәр өр-яңы ине, бер генә шиғыр яҙылған әлегә – «Һин генә» тип атала. Һин генә... Сабир ашығып уҡый башланы:
Күңелемдә, иркәм, һин генә,
Булһам ине һиңә тиң генә…
Аҫта, ваҡ ҡына хәрефтәр менән «Сабирға» тип ҡуйылғайны.

Сығанаҡ: хикәйәләр төркөмө

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: