Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь , 22:10

«Өс баланың берәүһе генә лә минеке булһасы...»

...Ут инде, торғаны менән ут уның Ритаһы*: уртаға сығып, өйөрөлөп бейей башлағайны, барыһын да үҙенә ҡаратып ҡуйҙы.

«Өс баланың берәүһе генә лә минеке булһасы...»
«Өс баланың берәүһе генә лә минеке булһасы...»

...Ут инде, торғаны менән ут уның Ритаһы*: уртаға сығып, өйөрөлөп бейей башлағайны, барыһын да үҙенә ҡаратып ҡуйҙы. Ана, хатта күрше Вадим сәйнәр сәйнәмен дә йоторға онотоп, күҙҙәрен майландырып, Ританан күҙен алмай. Исмәғил эстән генә маһайып ҡуйҙы – күпме генә төкөрөк йотмаһындар, ым­һын­маһындар – мул ҡалҡыу түшле, нәҙек билле, текә янбашлы Рита уныҡы! Ирен­дәре уның – бүртеп бешкән сейә, үпке генә килеп тора! Ҡалын сәсе килешле итеп ҡырҡылған, һәр саҡ зауыҡ менән кейен­гән, тәмле хушбый еҫтәренә сор­налған ҡупшы ҡатынының беләктәре лә, боттары ла тулы ғына, тотҡан һайын тотҡо килә. Рита ҡырҡты уҙһа ла, төҫ ташларға йыйынмай, киреһенсә, йылдан-йыл матурая, сағыуыраҡ, тәмлерәк була барған һымаҡ Исмәғилгә. Өйләне­шеү­ҙәренә егер­ме йылдан ашыу бит инде, ә ҡатынын һаманғаса, йәшлектәге кеүек, өҙөлөп һөйә. Уның ыңғайына ғына һыпырып, бар теләктәрен үтәргә тырышып йәшәй. Ике ир бала бүләк иткән хәләл ефетен өрмәгән ергә ултыртмай. Мин – донъялағы иң бә­хетле ир, иң бай кеше, тип күкрәк киреп, ергә һыңҡылдата баҫып йәшәй.
Музыка туҡтау менән ҡыҙмаса Исмәғил ҡатынын ҡосаҡлап, үбеп алырға иткәйне, биттәре алһыуланған Рита, ҡулъяулығы менән һелтәнә-һелтәнә, уны шаярып ситкә этте: “Мин тирләп-бештем, барып битте сайып киләйем!” Ир ҡа­тынын һөйөү тулы ҡарашы менән оҙатып, ирәйеп йылмайып торғанда Вадим күр­шеһе уға рюмка килтереп тотторҙо: 
– Ай эсәбеҙ, эсәбеҙ, ҡайҙа беҙҙең шешәбеҙ?! Тот, күрше! Яңы йыл менән! Әйҙә, гөпөлдәтәйек! 
Ресторанда үткән ошо яңы йыл кисә­һенән һуң китте ҡунаҡ саҡырышыуҙар... Күршеләр, туғандар менән геү килеп аҙнанан ашыу байрам иттеләр ҙә ҡуй­ҙылар. Исмәғил саҡ айығып, эшкә юлланды. Былайтып ғүмере эсеп йөрөгәне юҡ ине. Эсеүҙе өнәгән кеше булһа, донъя­һының рәте-сираты булыр инеме?    
Хәйерселектә йәшәмәйек, етеш тормошта ғүмер итәйек, тип Рита уны өйлә­нешеү менән Себергә эшкә ебәргәйне, әлдә уны тыңлап, оҙон аҡса артынан юлланды. Тәүҙә Рита, һин унда барып урынлаш та, аҙаҡ мин артыңса барырмын, тип дәртләнһә лә, һуңынан, уй, ундағы һауа миңә әллә килешә, әллә юҡ, өшөүсән генә бит мин, йә башым ауырыуҙан сыҡмаҫ, тип ҡалала тороп ҡалды. Тәүге мәлдәрҙә айҙар буйы ситтә яңғыҙ йәшәүе ҡыйы­ны­раҡ тойолһа ла, кеше барыһына ла күнә икән, Исмәғил дә күнде. Бер нисә йылдан вахтаға күсеп алғас, бөтөнләй рәхәткә сыҡ­ты. Ҡайырып аҡсаһын алды, батша һарайындай йорт төҙөнө, Ритаһы “пра­ва”ға уҡығас, уға елле машина бүләк итте. Ике улдарына фатир ҙа һатып алдылар. Ваҡланып торманы Исмәғил, булғас – иң шәбе булһын, тип яңы төҙөлгән матур йорттан икеһенә лә икешәр бүлмәле фатирҙарҙың асҡысын тотторҙо. Кре­дитҡа батты инде батыуын, уның ҡарауы тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә этәргес булды. Башҡа бала тапмайым, тип ныҡ һаҡланған ҡатыны Исмәғилдең Яңы йылға тура килгән “межвахтаһынан” һуң өсөнсөгә ауырға ҡалғас, башы күккә тейҙе: УЗИ үткәргән табип ир бала буласаҡ, тип һөйөнсө алды. Ҡыуанысынан Ританы диңгеҙ буйына ял итергә ебәрҙе. Үҙе лә барыр ине, тик ҡатыны, аҡса яғын уй­лайыҡ, артырға торабыҙ бит, өйгә ремонт яһар кәрәк, тигәс, вахта араһында “таксовать” итте. Эштән ҡурҡмай ул, бала саҡтан емертеп эшләп өйрәнгән, бот күтәреп тик ятыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Оҫталар яллап, бушағанда үҙе лә эш араһына ҡыҫылып, кинәнеп, дәртләнеп өйҙө сынъяһау иттеләр. Ҡатыны телефон аша ғына ниндәй обойҙар, буяуҙар, плитка алырға, түшәм һуҙырға кәрәклеген әйтеп, ситтән етәкселек итте. Шулай уңайыраҡ та булды – һөйөклөһөнөң ҡарынындағы балаға саң, буяу зыяны теймәне. 
Шул бала тыуғас, Исмәғилдең һәүетемсә генә алға тәгәрәп барған тыныс тормошо селпәрәмә килде, баштүбән әйләнде. Ҡатыны менән өсөнсө улын бала табыу йортонан шау-гөр килеп алып сыҡҡанда сей сабый бер ниндәй ҙә шик уятманы. Шатлығынан хәләленә ҡыйбатлы тун алып кейҙерҙе, муйынына затлы колье таҡты. Рита йомшаҡ тунға төрөнөп, кольеһын күрһәтеп, тегеләй ҙә баҫып тороп, былай ҙа һуҙылып ятып фотоға  төшөп, социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡуйҙы: “Көнләшһендәр, әйҙә, барыһы ла!” 
Исмәғил бәхетле ине. Вахтала саҡта ҡатыны бәләкәсте матур итеп кейендереп, видео аша ла, фотоға ла төшөрөп, йыш күрһәтеп торһа ла, һағынды сабыйын. Ике айҙан вахтанан ҡайтҡас, Исмәғил ҡапыл бәпестең ап-аҡ йөҙлө, ерән сәсле икәнен аңғарҙы. Ә улар Рита менән икеһе лә ҡуңыр йөҙлө, ҡара сәсле. Ике өлкән улдары ла ҡарасман. Шик ҡорто күңелгә бер оялап алһа, тынғы бирмәй икән ул: кимерә лә кимерә. Түҙмәне, уйындағыһын бер көндө яҡын дуҫына һөйләне, шиктәре менән бүлеште. Дуҫы Хәмит оҙон-оҙаҡ уйлаған кеше түгел, ах та ух килмәйенсә генә, генетик эксперти­заға бир һуң, тип кәңәш итте: “Хәйер, үпкәләһәң – үпкәлә, әйтәм дә ҡуям: эксперти­заһыҙ ҙа күренеп тора бит – малай һинеке түгел. Уның тояғын йы­уырға килгәндә күргәс тә, бисәкәй менән аптырашҡайныҡ, ят кәкүк был ояға күкәй һалып киткән, ахыры, тип. Кәкүк ти­гәнебеҙ, күршеңде, Вадимды, әйтәбеҙ...” 
Исмәғил эсеп ҡайтып, өйҙә мәхшәр ҡуптарҙы, ҡатынын судҡа биреп, ДНК-экспертиза үткәреүҙе талап итте. Сабыйҙың ысынлап та үҙенеке тү­геллеге асыҡланғас, күршеһе Вадимға барҙы – китте һуғыш. Рита илап, ялбарып, Исмәғил тирәләй йүгереп йөрөнө: “Һин ғүмер буйы ситтә, яңғыҙлыҡтан зарыҡ­ҡанда хаталандым, кисерә күр!” Исмәғил ерән сәсле сабыйға һыуынып, уның яғына ҡарай ҙа алманы...
Йәнәш кенә торған ике матур йорттан, гүйә, ҡот ҡасты. Исмәғил ҡара янып, артабан нисек йәшәргә белмәй хитланды. Ритаһы ла, даими хәстәр, тәрбиә, һөйөү талап иткән бәпесте тупылдатып һөйөргә лә ҡыйынһынып, ҡарашын йәшереп йөрөнө...
Вадимдың иһә ғаиләһе шунда уҡ тарҡалды. Ҡатыны, иренең хыянаты тураһында белгәс, балаларын алып, ата-әсәһенә ҡайтып китте. Ҡайтыр алдынан күршеләренә инеп, Ританың өҫтөнә бер биҙрә йыуынты һирпте. Был күренешкә шаһит булған Хәмиттең ҡатыны һуңынан шаҡ ҡатып, иренә һөйләне:
– Арты б..ҡ булыуына ҡарамаҫтан, Рита яуапһыҙ ҡалмай, уны һепертке менән туҡмап сығарҙы. Оят тигән нәмәһе бөтөнләй юҡ икән дәһә уның. Ә беҙ шулар менән аралашҡан булдыҡ... 
Исмәғилдең Ританы туҡмағаны билдә­ле булғас, Хәмиттең ҡатыны һөйөндө, быны иренән йәшермәне лә: 
– Маҡтансыҡ Ритаға самай булған. Әтеү һауаланып, үтә шашып киткәйне. Эшлә­мәй ҙә бит, балалар тапты ла, ирәйеп, иренең елкәһендә йәшәп тик ята, паразит.
Таныш-тоноштарына үсәргә, ғәйбәт һөйләргә, тәмләп сәйнәргә сәбәп булған ғаилә тарихы бының менән генә бөтмәне. Ғаиләһенең тарҡалыуында Риталарҙы ғәйепләп, бер көн һалмыш Вадим Исмә­ғилгә: “Әллә балаларыңдың өлкәндәре һинеке, тип уйлайһыңмы?! – тип ҡыс­ҡырҙы. – Һинең Ритаң торғаны менән кәнтәй, ә һин – болан!” Һуғышҡан ике ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре айырып, дежур часҡа алып барҙы. Хәлдәрҙе, мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау шунда дауам итер ҙә ине, бәлки, ләкин Исмәғилдең дә ауыҙынан ләм-мим, Вадим да ыҙғыш сәбәбе хаҡында өндәшмәне. Уларға хулиганлыҡ буйынса протокол төҙөп, суд икеһенә лә административ штраф һалды  ла ҡайтарып ебәрҙе.
Икенсе “межвахта”һында Исмәғил ике өлкән улын тикшертеп, уларҙың да үҙенеке булмағанын белгәс, йөрәге ярылыр сиккә етте, өйҙә дауыл ҡуптарҙы, бар йыһазды емереп, һауыт-һабаны ҡырҙы. Ритаға йәнә туҡмаҡ эләкте. Ҡатын полицияға ғариза яҙҙы. Исмәғилде повестка менән участковыйға саҡыртҡас­тары, ул ҡасып йөрөмәне, барҙы. Участковый, йәш лейтенант, бар йөҙ-ҡиәфәтенән төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөк бөркөлгән ирҙең һөйәлләнеп ҡатҡан ҙур устарына тиҙ генә күҙ йүгертеп, итәғәтле генә һүҙ башланы:
– Йә, һөйләп ебәрегеҙ батырлыҡ­та­ры­ғыҙҙы. Ниңә улайтып ҡатынығыҙға ҡул күтәрҙегеҙ? Ир кешегә һис тә килешмәгән эш бит. Балаларығыҙ ҙа барҙыр, уларға ниндәй өлгө күрһәтәһегеҙ? 
Эсеп алған вахтовик яҡшы мөғәмәлә көтмәгәс, бер килке башын аҫҡа эйеп, шым ултырҙы, шунан алҡымына килеп тығылған төйөрҙө көс-хәлгә йотоп, түкмәй-сәсмәй үҙенең ғаилә хәлдәрен һөйләне. Лейтенанттың күҙе аҡайҙы:
– Дә-ә... улай икән... Һеҙҙең урында бул­һам, тәүбә-тәүбә, Аллам һаҡлаһын, мин бисәне үлтерер инем шунда уҡ, йә атып, йә быуып... Ярай, бер бала икен­сенән, ти. Ә бында өсөһө лә... Ул үҙе нисек аңлата һуң был... хәшәрәтлекте?
– Бер нисек тә... Алиментҡа ғариза яҙған.
– Һеҙҙеке түгеллеген белә-күрә?! Битһе-еҙ... Һеҙгә Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Яҡшы адвокат ялларға кәрәк. Исмаһам, милекте бүлеп алыр өсөн. Улдарығыҙға ла, ну, теге ике өлкән малайға ла, фатир алып бирҙем, тиһегеҙ инде? Уларҙы ла бүлер кәрәк.
– Юҡ, уларҙы кире ҡайтарып тормайым инде. Ҡалһын. Уларҙың бер ғәйебе лә юҡ.
– Дә-ә, мин һеҙҙең кеүек киң күңел­лелек, йомартлыҡ күрһәтә алмаҫ инем... Һеҙҙең хәлгә инәм, ағай, тик ҡатыны­ғыҙҙан ғариза булғас, барыбер протокол төҙөйөм инде, ғәфү итегеҙ. Административ штраф түләргә тура килер ҡалай ҙа...
Исмәғил участковыйҙың кәңәшен тотоп, адвокат ярҙамы менән, судтан тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтан атай булараҡ яҙыуҙы алып ташлауҙы, ки­ләсәккә алимент түләүҙән азат итеүҙе һәм шул уҡ ваҡытта алимент түләтеү буйынса башҡарыу производствоһы буйынса взысканиены туҡтатып тороу рәүешендә һаҡланыу сараларын ҡул­ланыуҙы һораны. Суд булғансы, яңынан ДНК-экспертиза үткәрелгәнсе алимент унан тотолманы, ә суд ҡарары сыҡҡандан һуң ир алименттан азат ителде. Ир мөлкәтте бүлешмәйсә, машинаһын ғына алды ла, Себергә күсеп китте. Бар донъя хыянатсы Ритаға ҡалды. 
Йөрәге иртәле-кисле һулҡылдаған, тормоштан төңөлөп йөрөгән Исмәғилде әлегәсә тик бер генә һорау борсой. Шул һорауҙы ул эстән генә элекке ҡатынына йүнәлтә: “Ниңә улайттың, Рита? Мин һине ярата инем бит...”
Яҡындары, дуҫтары Исмәғилдең үҙен ҡулға алып, киләсәктә тоғро ҡатын менән ғаилә ҡороп, үҙенең балаларын һөйөрөнә ышана: “Ундай һәйбәт кеше мотлаҡ бәхетле булырға тейеш!” 

Баныу Ҡаһарманова. 

* исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: