Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь , 10:44

Иртән дә картуф, кис тә картуф...

Быйыл картуф уңған, тиҙәр

Иртән дә картуф, кис тә картуф...
Иртән дә картуф, кис тә картуф...

Картуф ялҡытмай, унан әллә күпме төр ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Картуфты һәйбәтләп йыуғас, ҡабығын әрсемәйенсә генә ҡайнап торған һыуҙа бешерәләр. Тоҙҙо әҙер булыр алдынан ғына һалалар. Һалҡын һыуҙа бешерһәң, витаминдары тарҡала һәм һыуһыл була.

Табынға ҡабығын әрсеп, урталай ярып, ҡаймаҡ, ҡатыҡ йәки һуған турап ҡыҙҙырылған май менән бирергә мөмкин.

Әгәр картуф эре һәм ярмалы икән, уны урталай ярып, ҡайнап сыҡҡас, тоҙло ҡыяр йәки кәбеҫтә һыуы өҫтәп бешерәләр.

Картуфта В, В2, В6, С, РР, Д, Е витаминдары, фолий, органик кислоталар, магний, фосфор, кальций һәм тимер бик күп. Ашҡаҙандың сей яраһынан, гастриттан яфа­ланған кешеләргә боҫта беше­релгәнен ашарға кәңәш итәләр. Крахмалының шифаһы ла бар. Шуға ла табиптар ҡояшта янғанда йәки бешкән осраҡта шул урынға ҡырылған сей картуф һалырға тәҡдим итә.

Фото: ital-kvartal.ru

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: