Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2024, 12:09

Яҡты киләсәк өсөн

Һайлауҙарға килдек һәм республикабыҙҙың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирҙек. 

Яҡты киләсәк өсөнЯҡты киләсәк өсөн
Яҡты киләсәк өсөн

Һайлауҙарға килдек һәм республикабыҙҙың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирҙек. Һайлау участкаһында бик йылы һәм дуҫтарса мөхит, һайлаусыларға иғтибарлы мөнәсәбәт урынлаштырылған. Былар барыһы ла көн буйына байрам кәйефен тыуҙыра , ти Ғәҙилә Абакачева һәм Зилиә Ибраһимовалар.
Абакачева Ғәҙилә Әнүәр ҡыҙы Салауат медицина училищеһын тамамлағас, юллама менән Ҡарлыман ауылына эшкә килә. 1977 йылдан бирле урындағы акушерлыҡ фельдшер пунктында эшләгән. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда балалар, ейән-ейәнсәрҙәр уңыштарына ҡыуанып, һөйөнөп, бәхетле ғүмер кисерә.
- Илебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда. Шуға күрә һайлауҙарға йөрөргә кәрәк,- ти ул.
- Һайлауҙарҙы бер ваҡытта ла ҡалдырғаным юҡ. Ышанып һайлаған кандидаттарыбыҙ өмөттәребеҙҙе аҡлар,- ти Зилиә апай.
Ҡарлыман ауылынан Ибраһимова Зилиә Кәшфулла ҡыҙы хеҙмәт алдынғыһы. Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында һауынсы булып эшләй. Биҙрәләр менән апра, силос ташыйбыҙ, һауылған һөттө лә махсус бүлмәләге һауыттарға үҙебеҙ алып барабыҙ, мал аҫтын да таҙартабыҙ. Йәй көнө һыйырҙарҙы йәйләүгә сығарабыҙ. Һауынсыларҙы йәйләүгә иртәле-кисле трактор арбаһында алып баралар, тип хәтирәләргә бирелде Зилиә апай. Уның тырыш хеҙмәте тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм башҡа юғары наградалар менән билдәләнгән. Ауыл хужалығы хеҙмәте ветераны Зилиә Кәшфулла ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған малсылыҡ хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған.

Автор һәм фото: Ф.Рәхмәтуллина

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас