+21 °С
Болотло
2290-сы һайлау участкаһында бөгөн айырыуса байрамса. Ауыл уңғандары ҡул эштәренән, баҡса емештәренән бай күргәҙмә ойошторған. Икенсе яҡта тәмле-татлы ризыҡ менән тулы самауырлы сәй әҙерләнгән. Һайлауға килеүселәрҙе ҡоймаҡлы-баллы сәй менән һыйланылар, дәртле көйгә бейетеп тә алдылар. Үҙҙәренә лә, ауылдаштарына ла байрам кәйефе бүләк итеүселәргә афарин тибеҙ.
#выбираемГлаву #Башкортостан #Кармаскалинскийрайон #2290УИК
Автор һәм фото: Ф.Рәхмәтуллина