Төнгө урман тып-тын. Тик баш осонда уҫаҡ япраҡтарының бер туҡтауһыҙ серләшеүе ишетелә лә алыҫта ниндәйҙер ҡош, әллә ҡурҡып, әллә яңғыҙлыҡтан бойоғоп, һирәкләп ҡысҡырып ебәрә. Һауа бөркөү, үләндәр һарғайышып баштарын эйгән. Урман борсоулы.
Төн уртаһы ауышҡан булһа ла, Самат ашыҡмай, сөнки атаһының йоҡламауын белә. Әллә уның менән һөйләшеп алырғамы? Һүҙ көрәштереү ҙә уңайһыҙ шул. Юҡ, Самат атаһын ни тиклем генә яратһа ла, бөгөн уға әйтәһен әйтмәйенсә ҡалмаҫ. Көндөҙ, эш араһында, атаһы ситләтеп кенә һүҙ башлай ҙа һәр ваҡыт Зәйтүнәгә килтереп бәйләй, улын яҙа баҫыуҙан һаҡларға тырышып, тормоштан төрлө миҫал килтерә. Уның тәрән мәғәнәле, һалмаҡ һүҙҙәре Саматты ышандыра, үҙ хәленән оялып та китә ул. Тик ҡояш байып, күҙ бәйләндеме – уны ниндәйҙер тынғыһыҙ хис Ҡарһылыу соҡоро аръяғына, йөрәкте елкендереп гармун моңо килгән кескәй ауылға табан ала ла китә. Атаһының нәсихәттәре, ҡыҙҙарҙың мәкерле йылмайыуы – бөтәһе онотола, тик Зәйтүнә генә тороп ҡала...
Зәйтүнә менән бөгөнгө һөйләшеүҙе иҫкә алып, Самат шым ғына йылмая. Шунан атаһының урталай һынған ҡуйы ҡаштарын, мыҫҡыллы йылмайған үткер күҙҙәрен хәтерләй ҙә, ауыр һулап ҡуя, аҙымын тағы әкренәйтә төшә. Ләкин ара алыҫ түгел, соҡорҙо сығыуға, юлды ике яҡлап ҡыҫырыҡлап килгән урман ҡапыл бөттө, алда ҙур аҡлан асылды. Самат ошо яҡтарҙа үҫеп буйға етте, атаһына эйәреп, ҡалын урмандарҙы гиҙҙе, бар шатлығы, ҡайғыһы урман уртаһындағы ошо аҡланға, ел-ямғырҙан ҡарайып бөткән анауы кескәй өйгә бәйләнгән. Һуғыш йылдарындағы ауыр михнәттәрҙе Самат аҙ хәтерләй. Атаһы фронтта ине. Әсәһенең сирләп ятыуын һәм ғүмерлек эҙ ҡалдырған буранлы төндө генә һис онота алмай ул. Ниндәйҙер таныш булмаған кешеләр әсәһен ҡайҙалыр алып китте. Шул китеүҙән ул ҡайтманы. Үҫә биргәс кенә, Самат әсәһенең һыуыҡ тейҙереп үлеүен белде...
Самат ҡайтып ингәндә, атаһы, тәпәшәк кенә бүкәнгә ултырып, ишек төбөндә өйөлгән йомшаҡ йүкәне ыҡсым бәйләмдәргә бәйләй ине. Ул күтәрелеп ҡараманы, ҡаштарын төшөрә биреп, эшен дауам итте. Самат, өҫтәлдәге ашты күреп, иртәнән бирле бер нәмә лә ҡапмағанын иҫенә төшөрҙө. Ләкин аяҡ аҫтында ятҡан йүкә бәйләмдәрен соланға сығарып кәртәгә элгәс кенә өҫтәл эргәһенә килде һәм һыуыҡ һурпаны ҡабалан-ҡабалан эсергә тотондо. Сәлимгәрәй ағайҙың йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу күренде, яңағындағы төйөрҙәр хәрәкәтләнеп алды.
– Хәмәт ағайыңды күрҙеңме? – тип һораны ул боролмай ғына.
Самат ҡып-ҡыҙыл булды. Атаһының йомошон онотҡайны ул – өндәшмәне.
– Һиндә ни... эш ҡайғыһы түгел шул, – тине Сәлимгәрәй ағай. – Көндәр боҙолғансы бүрәнәләрен ташытһындар, тигәйнем дә бит. Белмәйем, ул клубты ҡасан башларға уйлайҙарҙыр.
Самат, башын эйеп, ашауын белде. Сәлимгәрәй ағай, урынынан тороп, ойоп киткән аяҡтарын ыуа-ыуа:
– Шул Ғимран ҡыҙы тип донъяңды оноттоң. Кешенән оят... – тип һөйләнде.
Самат ҡашығын тыҡ итеп өҫтәлгә ҡуйҙы ла атаһының көмрөһө сыға башлаған арҡаһына ҡарап торҙо. Ҡаштары, тап атаһыныҡы һымаҡ, урталай һынып китте.
– Нимә һин, башҡа һүҙ белмәгән кеүек, “Ғимран ҡыҙы ла, Ғимран ҡыҙы” тип йөҙ йыртаһың? – тине ул, тыны ҡыҫылып. – Юлыңды киҫтеме әллә Ғимран?
– Киҫте шул! – тип яуапланы Сәлимгәрәй ағай асыу менән, ләкин шунда уҡ тауышын баҫты: – Ҡыҫҡаһы шул: әҙәм көлдөрөп йөрөмә. Өйләнергә ваҡыт, – тип өҫтәне.
Самат бүртенеп китте:
– Бәлки кемгә өйләнергә икәнен дә әйтерһең?
Атаһы уның ярһыуына иғтибар ҙа итмәй:
– Илдә ҡыҙ бөтмәгән, – тине.
Был һөйләшеүҙе бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙ алдына килтергән Саматтың асыуы килде. “Әйтерһең, бер бөгөн килеп атайым ҡаршы төшә! Әтәсләнмәй генә һөйләшергә булмай инеме миңә?..” Шунан тауышына мөмкин тиклем тыныслыҡ бирергә тырышып:
– Зәйтүнә риза, иртәгә үк алам да ҡайтам, – тине.
Сәлимгәрәй ағай уның ҡаршыһына баҫып, тәү күргән төҫлө текләп ҡараны. Уң ҡулын улының яурынына һалды.
– Егет тигән исемең бар – берәүҙән ҡалған бисә һиңә нәмәгә?
– Яратам, – тине Самат шым ғына.
– Минең һүҙем ике булмаҫ, улым, – тине Сәлимгәрәй ағай, бармаҡтарын Саматтың яурындарына батырып, һәм ишеккә ымланы: – Аяҡ атлап инермен тип өмөтләнмә!
Самат аяғүрә баҫты.
– Етте! – тине ул. – Теләмәһәң, бер үҙең тора бир. Мин бала түгел, нишләремде беләм. Ғүмер буйы, һин тип, урман һаҡлап ултырмам.
– Нимә, нимә?! “Урман һаҡлап” тиһеңме? Ә һин беләһеңме – нимә ул урман?
Атаһының ауыртҡан еренә тейгәнен һиҙһә лә, Самат туҡтала алманы.
– Былай ҙа бында ике кешелек эш юҡ, – тип ишеккә ыңғайланы.
Ҡалғаны бер-ике секунд эсендә булды. Сәлимгәрәй ағай улының юлына арҡыры баҫып, беләгенән тотто ла ҡулын күтәрҙе. Самат тәүҙә ғәжәпләнеп китте, сөнки егет булып еткәс түгел, хатта кескәй сағында ла атаһының, ҡул күтәреү бер яҡта торһон, ҡысҡырып өндәшкәнен дә хәтерләмәй ул. Шунан, үҙе лә һиҙмәҫтән, уның йоҙроғон эләктереп алды. Атаһы тартылды, тик Саматтың тимерҙәй ныҡ ҡулынан ысҡына алманы. Күҙҙәре осрашып, тишерҙәй булып бер-береһенә ҡаҙалды. Көс һынашҡан ике батыр кеүек, өнһөҙ, хәрәкәтһеҙ торҙолар. Ҡапыл Сәлимгәрәй ағайҙың башы аҫҡа эйелде, йөҙөндә ғазаплы йылмайыу күренде.
– Ят, атай, ваҡыт һуң, – тине Самат ниндәйҙер ят, ҡарлыҡҡан тауыш менән һәм, соланға сығып, ҡаҡ һикегә ауҙы...
Ике көн үтеп китте. Гәрсә атаһының риза түгеллеге Саматты борсоһа ла, ул быны ваҡытлы бер хәл тип ҡарай ине. “Дулар-дулар ҙа күнер”, – тип уйлағайны Самат. Ләкин төнгө бәрелештән һуң бөтәһе лә юҡҡа сыҡты. Зәйтүнә менән осрашыуҙар шатлығы әллә нисек төҫһөҙләнгән, мәғәнәһеҙгә әйләнгән кеүек булды. “Һуҡһын ине атайым, һуҡһын ине, был тиклем ҡыйын булмаҫ ине!” – тип уйлай ул, ләкин шунда уҡ, әгәр һуҡһа, үлгәнсе ғәфү итә алмаҫ инем, тигән фекер еңә... Шул көндө осрашҡанда Зәйтүнә, ниһайәт, ризалыҡ биргәйне. Юғиһә элегерәк – өйләнеү тураһында һүҙ сыҡтымы – Зәйтүнә йә ҡысҡырып көлә башлай, йә: “Ҡуй, кәрәкмәй, йәнем, һөйләнмә!” – тип күҙ йәштәре менән ялына торғайны. Күҙендә сағылған икеләнеү һәм шатлыҡты йәшереп аҫҡа ҡарай ҙа: “Һиңә ҡыҙҙар ҙа бөтмәгән...” – ти. Ләкин Саматтың ҙур ышаныс менән һөйләгән һүҙҙәре уны рухландырып ебәрә, Зәйтүнә әкиәттәге кеүек гүзәл тормош тураһында хыялланырға тотона. Бындай саҡтарҙа Самат үҙе һоҡланып бөтә алмай һәм:
– Ҡыҙҙар күп, Зәйтүнә... Тик миңә һин кәрәк! Ишетәһеңме, һин генә... – ти.
– Һуң, ана бит ауылда нисек...
– Һөйләһендәр, ышанмайым! – ти Самат һәм Зәйтүнәне күтәреп алып өйрөлдөрә...
Зәйтүнә ауылдың матурҙарынан һаналды. Тәүҙәрәк, артистка булам, тип хыялланды, һуңынан был уйынан ҡайтып, унынсыны бөтөр-бөтмәҫ фермала эшләй башланы. Тәбиғәт уға, сибәрлеккә өҫтәп, ғәжәп бер ҡылыҡ та биргәйне. Бер ҡараһаң, бөтә кешене кинәндереп йырҙар йырлай, уйнап-көлә, ләкин күп тә үтмәй, билдәһеҙ бойоҡлоҡҡа бирелә лә өндәшмәй йөрөй. Шунан тағы береһе икенсеһенән уҙған шуҡлыҡтар эшләп ташлай: йә берәй егеткә юрамал ғишыҡ хаты яҙа, йә батырлыҡ һынау өсөн төн йөҙөндә ҡыҙҙарҙы зыяратҡа алып китә. Ә былтырғы хәлдәр бөтәһенән дә ашып киткәйне. Ун һигеҙе лә тулмаған Зәйтүнә ҡаланан ялға ҡайтҡан Рәжәп исемле егеткә эйәрҙе лә китте. Тынғыһыҙ тәбиғәтле ҡыҙ бығаса күрелмәгән яңы тормошҡа ынтылғандырмы, бөҙрә сәсле Рәжәпте күреп, ысын мөхәббәт килде тип уйлағандырмы, – тик әле нығынып та етмәгән ҡанатын яҙып осто ла йығылып төштө. Уҫал телдәр нимә генә һөйләмәне был хаҡта! Имештер, Зәйтүнә иренең, буйҙаҡ саҡтағы ғәҙәтен ҡыуып, япа-яңғыҙ ғына паркка, ҡыҙҙар янына сығып китеүен һиҙеп ҡалған бер көн, тегегә үс итеп, кем менәндер киноғамы шунда, театрғамы киткән. Ҡайҙандыр эсеп ҡайтҡан Рәжәп ғауға күтәрә, Зәйтүнәне туҡмамаҡсы була. Тик ғорур тәбиғәтле урман ҡыҙы юғалып ҡалмаған, иренең эскелектән ҡыҙарған танауын емерә һуҡҡан да төн йөҙөндә йәйәүләп ауылға ҡайтып киткән. Берәүҙәр шулай һөйләне. Башҡалар Зәйтүнәнең үҙен ғәйепләне. Ҡайһыһы дөрөҫтөр...
Ауылға ҡайтҡас, Зәйтүнә тәүҙә йәштәр менән аралашманы, ташлап киткән эшенә барырға ла ашыҡманы. Китеүенә ике-өс ай ғына үтһә лә, ҡапыл бер нисә йәшкә олоғайып киткән кеүек, урамда яңғыраған гармун тауышын ишетмәҫкә тырышып, кистәрен атаһының иҫәп-хисап эштәренә ярҙам итеп ултырҙы. Бының менән ул, әйтерһең, теге ваҡыт рәнйетеп, уны ташлап китеүенә аҡланыу эҙләй ине. Ҡалалағы тормошон һораусыларға Зәйтүнә ике һүҙ менән генә: “Үҙем дә белмәйем...” – тип яуап ҡайтарҙы, бик зарур йомошо булмағанда урамға ла сыҡманы. Ләкин, онотолһа ла, һүҙ артынан һүҙе әкренләп иҫкә төшкән йыр кеүек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр тағы әйләнеп ҡайтты. Зәйтүнә бөтә уйын-көлкө, күңел асыуҙарҙы ойоштороусы булып китте, кистәрен урман буйында уның көмөш тауышы яңғыраны. Тирәһендә сыуалған егеттәрҙе лә элеккеләй мыҫҡыллап ҡыуаламаны ул. Шул арҡала төптө нахаҡтан телгә лә эләкте. Уны ирҙән айырылып ҡайтҡан ҡыҙ итеп ҡараған һәм еңел табышҡа иҫәп тотҡан ҡайһы бер егеттәр, ауыҙҙары бешкәс, Зәйтүнәгә үс итеп, төрлө уйҙырма таратып ебәргәйне. Ул быға башта әсенеп иланы, аҙаҡҡа табан: “Ғәйептең башы үҙеңдә булғас...” – тип иғтибар итмәҫкә булды. Яңынан фермала эшләй башлағас, эшкә мауығып, бәхетһеҙлеген онотҡандай булды.
Ләкин был тыштан ғына шулай ине. Ул егеттәрҙең үҙенә элеккесә ҡарамауына, бергә эшләгән ҡыҙҙар менән уртаҡлашырлыҡ шатлығы, йәшерен серҙәре булмауға әрнене, уңмаған яҙмышын уйлап көйөндө. Тик тынғы бирмәгән йәшерен өмөттәрен кешегә белдереү түгел, хатта үҙе лә уйламаҫҡа тырышты. Һәм ошо ваҡыт Саматҡа тап булды. Әҙ һүҙле, баҫалҡы был егет нимәһе менән оҡшағандыр – бер-ике осрашыуҙа уҡ Зәйтүнә көткән кешеһен табыуын аңланы. Тоҡана алмай һүнеп ҡалған хистәре яңынан дөрләп янды – ысын һөйөү килде. Ни тиклем әрнеүле, ниндәй тынғыһыҙ һөйөү булды ул! Һуңғы ваҡытта баҫыла биргән ғәйбәт тағы ҡуйырҙы. Зәйтүнә, йәнәһе, был йыуаш егеттең башын әйләндереп, үҙенә кейәү яһарға тырыша, ауылдан китергә димләй икән, тине берәүҙәр. Юҡ, уға ир ни бысағыма, егетте аҙҙыра, боҙоҡлоҡҡа ғына этәрә ул, тине икенселәр. Шул арҡала Зәйтүнә Саматты әллә нисә тапҡыр ҡыуалап ҡайтарҙы, осрашмаҫҡа анттар бирҙе, тағы кеше арҡыры саҡыртып алды. Дауыл баҫыла, Зәйтүнә элеккенән дә яғымлыраҡҡа әйләнә һәм, үҙҙәре тураһында берәй яңы хәбәр ишеткәнгә тиклем, уларҙан да бәхетле кеше булмай. Самат өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғата, ләкин тегеһе икеләнә. Йәмһеҙ ғәйбәттәрҙән тамам туйып, бәхеткә һыуһаған йәш ҡатындың ошо оҙон буйлы, киң яурынлы егеттең көслө ҡулдарына үҙ яҙмышын ысынлап тапшырғыһы килә лә, ул мең төрлө шөбһәгә төшөп, үҙен дә, Саматты ла ауыр кисерештәргә һала. Ошо рәүешле йәй үтеп, көҙ етте. Аҙаҡ килеп ул ризалыҡ бирҙе.
Шул көндө үк Зәйтүнәнең атаһына әйттеләр. Ғимран ағай ҡыҙының шатлыҡтан алһыуланған йөҙөнә ҡарап:
– Теләгеңә ҡаршы килгәнем булманы, ҡыҙым. Яратышаһығыҙ икән – тороғоҙ, – тип кенә ҡуйҙы. Шунан бер Саматҡа, бер Зәйтүнәгә ҡарап алғандан һуң: – Тик ҡара уны... – тип нимәлер әйтә генә башлауы булды, Зәйтүнә уны ҡосаҡлап алды.
– Өндәшмә, атай, кәрәкмәй... – тип бышылданы ул.