Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Сентябрь , 23:46

Ҡатын-ҡыҙ мәсеткә йөрөргә тейешме?

Дин тотҡан ҡатын-ҡыҙ мәсеткә йөрөп, йәмәғәт менән намаҙ уҡыуҙа ҡатнаша аламы? Был йәһәттән дин белгестәренең фекере бер төрлө генә түгел.    

Ҡатын-ҡыҙ мәсеткә йөрөргә тейешме?
Ҡатын-ҡыҙ мәсеткә йөрөргә тейешме?

Дин тотҡан ҡатын-ҡыҙ мәсеткә йөрөп, йәмәғәт менән намаҙ уҡыуҙа ҡатнаша аламы? Был йәһәттән дин белгестәренең фекере бер төрлө генә түгел.

 
Дин тотҡан ҡатын-ҡыҙ мәсеткә йөрөп, йәмәғәт менән намаҙ уҡыуҙа ҡатнаша аламы? Был йәһәттән дин белгестәренең фекере бер төрлө генә түгел.
Ҡайһы берәүҙәре, ҡатын-ҡыҙ вәғәз тыңлау­ҙа һәм йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙа ҡатнашырға тейеш түгел, тигән фекерҙә торһа, икенселәре, улар мәсеткә йөрөй ала, шулай ҙа намаҙҙы өйҙә уҡыуы хәйерлерәк, тип иҫәпләй. Һуңғылары үҙ ҡарашын Ибн Ғүмәрҙең ошо һүҙҙәре менән дәлилләй: «Ҡатындарығыҙҙы мәсеткә йөрөүҙән тыймағыҙ, әммә уларҙың өйҙә намаҙ уҡыуы хәйерлерәк». Ә беҙҙеңсә иһә ҡатын-ҡыҙ биҙәнеп-төҙәнмәй, хушбуй һөртөнмәй, сит-ят кеше күҙе төшөрлөк кейемдә килмәй, йәғни шәриғәт ҡушҡанса кейенә һәм үҙен әҙәпле, баҫалҡы тота икән, уға мәсеткә йөрөү рөхсәт ителә. Өҫтәүенә, хәҙерге бик үк еңел булмаған, ығы-зығылы заманда ҡатын-ҡыҙ тик иман йортонда ғына дини белемен тәрәнәйтә, көндәлек мәшәҡәттән тик Алла йортонда ғына күңел тыныслығы таба ала.
Үҙ фекеребеҙҙе өҫтөнөрәк күреүҙә ошо хәҙистәргә таянабыҙ. Атап әйткәндә, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшә: «Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, Аллаһы Тәғәләнең бәйғәмбәре менән бергә намаҙ уҡығас, бер кем дә танымаҫлыҡ итеп еләндәребеҙгә төрөнөп таралыша инек», – тигән. Ә һәр һүҙе хаҡлыҡтың үҙе булған бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе иһә былай тигән: «Әгәр ҙә улар өйҙәренән биҙәнеп-төҙәнеп сыҡмай икән, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн ғибәҙәт ҡылырға теләгән ҡолдарына ҡаршы төшмәгеҙ».
 
Сығанаҡ һәм фото: Шоңҡар журналы
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: