Йөн ептең капилляр ҡан әйләнешенә ниндәйҙер йоғонтоһо бар, сөнки шешеү процесы капилляр ҡан әйләнеше яйланғандан башлана.
Йөн еп шулай уҡ ҙур булмаған статик электр тогы сығанағы булып тора. Шуға ла ҡулдың беләҙегенә бәйләнгән йөн еп ҡан әйләнешен яҡшырта, ҡулдағы яраларҙы тиҙерәк бөтәштерә, тарамыш тартылғанда ярҙам итә.
Йөн – иң сәләмәт, гигиеник яҡтан иң таҙа, йылыны көйләүсе материал иҫәпләнә. Уның төҙөлөшө тирегә тын алыуға ҡамасауламай.
Бынан тыш, уның шифалы сифаттары ла бар. Борон теш, баш, бил һыҙлағанда уларға йөн баҫҡандар. Етлекмәй тыуған балаларҙы ла һарыҡ йөнөнә һалғандар.
Тере һарыҡтан ҡырҡып алынған, йыуылмаған, буялмаған, химик матдәләр менән эшкәртелмәгән йөн хайуан балауыҙы – ланолин (сайыр) менән ҡапланған була. Ланолин йөн ауырлығының 12 процентын тәшкил итә. Был бик ҡиммәтле матдә, косметик майҙарҙың нигеҙе итеп ҡулланыр өсөн уны махсус табалар. Ланолин тән температураһында ирей һәм тирегә үтеп инә. Ул мускулдарға, быуындарға, умыртҡа бағанаһына тәьҫир итә, ауыртыуҙы баҫа, ҡан әйләнешен көсәйтеп ебәрә. Шуға ла йыуылмаған тәбиғи йөндән яһалған түшәктәр юғары хаҡҡа баһалана.
Хәтеремдә, минең өләсәйем дә яңы ҡырҡылған һарыҡ йөнөнә уранып ятыр ине. Бәләкәй саҡта кем уйлаһын уның файҙалы икәнлеген.
Һүрәттә Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы уңғаны Рәзимә Сәйетова туғандары менән һарыҡ ҡырҡыу өмәһе үткәрә. Ә һеҙҙең яҡта өмәләр башландымы әле? Һарыҡ йөнөн ҡайҙа итәһегеҙ? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһығыҙ ине.
Фото: Гөлфиә Рәсүлева
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите