Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Сентябрь , 22:46

Ҡабаҡ һуты ла бик яҡшы дауа

  Ҡабаҡ һуты бик тәмле, шул уҡ ваҡытта төрлө ауырыуҙы ла дауалай. 

Ҡабаҡ һуты ла бик яҡшы дауа
Ҡабаҡ һуты ла бик яҡшы дауа

  Ҡабаҡ һуты бик тәмле, шул уҡ ваҡытта төрлө ауырыуҙы ла дауалай. 

 Бауыр һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда көнөнә бер тапҡыр  ашарҙан ярты сәғәт алда  ярты  стакан  ҡабаҡ һуты эсегеҙ.

Таш ауырыуҙары менән ауырығанда  көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда  1/3 стакан һутын эсергә.

 Невроз менән йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда  төнгөлөккә ½ стакан һутҡа  бер балғалаҡ бал ҡушып эсергә.

 Һалығын тейеп, температура күтәрелгәндә ҡабаҡ һутын һыуһынды ҡандырыу һәм температураны төшөрөү сараһы булараҡ эсергә.

 Гипертония менән эс ҡатыуҙан да ҡабаҡ һуты ныҡ ярҙам итә. Был осраҡта көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда ¼ стакан эсергә.

Простатит менән простата аденомаһының башланғыс стадияһында  көнөнә 3 – 4 тапҡыр ярты стакан ҡабаҡ һуты эсергә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай. Һуңынан ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн өс айға бер тапҡыр  дауаланыу курсын ҡабатларға. Простатитты шулай уҡ ҡабаҡ орлоғо менән дауалайҙар. Бының өсөн  көнөнә ярты стакан орлоғон ҡыҙҙырмай ғына  ашарға кәрәк.

 Һытҡы баҫҡан тирегә ҡабаҡ һутына манылған марля ябырға мөмкин.

Янған урынды ла  ҡабаҡ һуты тиҙерәк төҙәлергә ярҙам итә.  Быны өсөн бешкән тирегә һутҡа манылған туҡыма ябырға кәрәк.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: