Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Сентябрь 2024, 03:34

Тәүге Президентҡа бюст асылды

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы быйылғы уҡыу йылын ике иҫтәлекле, сағыу ваҡиға менән башлап ебәрҙе.     

Тәүге Президентҡа бюст асылдыТәүге Президентҡа бюст асылды
Тәүге Президентҡа бюст асылды

Күмертау ҡалаһындағы М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы быйылғы уҡыу йылын иҫтәлекле, сағыу ваҡиғалар менән башлап ебәрҙе.

Беренсенән, гимназия-интернат бинаһы капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алып, балаларҙы ҡабул итте. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, бында бихисап эштәр башҡарылған.

Икенсе һөйөнөслө яңылыҡ – гимназия-интернат бинаһы алдында Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа бюст асылды.

– Белем байрамына арналған тантаналы линейкаға абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев, Күмертау ҡалаһы мэры Олег Астахов, ата-әсәләр, ветерандар, төҙөүселәр һәм башҡа ҡунаҡтар килде, – тип хәбәр итте белем усағы директоры Шайморат Тимербулатов.

Фотолар: Ш. Тимербулатовтың шәхси альбомынан.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас