- Йыш ҡына үҙеңдең ауырып тороуыңды һиҙеү менән йә әҙ генә баш ауыртһа, иртәнсәккә һап-һау килеп тороу өмөтө менән «Эффералган» йә «Колдрекс» эсергә тырышабыҙ. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел. Эш шунда: уларҙағы был матдәләр һалҡын тейеүҙе дауалай алмай, өҫтәүенә, парацетамол менән аспириндың организмға кире йоғонтоһо күптән билдәле. Әммә хаҡы арзан булыу сәбәпле, улар һаман күпләп һатыла.
- Профессионалдар әйтеүенсә, парацетамолдың тәүлегенә рөхсәт ителгән дозаһы ғына ла (4 г) ҡаты ағыуланыуға һәм бауырҙың токсиндар менән ныҡ зарарланыуына килтереүе ихтимал. Был дозаның ике тапҡырға артыуы бауырға ныҡ зыян килтерә, хатта аҙағы насар тамамланыуы ла бар. Ҡыҫҡаһы, ҡарап тороуға бер ниндәй зыяны булмаған дарыуҙарҙың сәләмәтлекте етди ҡаҡшатыуы мөмкин.
- Аспириндың ауыртыуҙы баҫыу үҙенсәлеге бер нисә сәғәт кенә дауам итә, ә ҡанды шыйығайтыу һөҙөмтәһе – бер нисә тәүлек. Был иһә оҙаҡҡа һуҙылған яраларҙың асылып, ҡанһырауына килтереүе менән хәүефле.
Ҡайһы бер табиптар атеротромбозды, йөрәктең коронар ауырыуын һәм яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен иҫкәртеү өсөн аспирин эсергә тәҡдим итә. Әммә, тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был тәҡдим инсульт үткәргән кешеләргәгенә ярай.
- «Колдрекс», «Терафлю», «Фервекс» кеүек һалҡын тейеүҙән ҡулланылған препараттар – бер аҙ аскорбин кислотаһы ҡушылған шул уҡ парацетамол. Уларҙың составында ауырыуҙы дауаларға һәм туҡтатырға һәләтле бер ниндәй ҙә компонент юҡ. Хәлде бер аҙ еңеләйтеү өсөн генә уларҙы ҡулланыу зыянлы. Ә инде күнегелгәнсә төнгөлөккә ҡулланыу икеләтә насар, сөнки матдәләр алмашыныуына кире йоғонто яһайҙар.
- «Аспирин», «Ибупрофен», «Кетопрофен», «Диклофенак» һәм башҡа шулар кеүек ялҡынһыныуға ҡаршы ҡулланылған препараттар мускулдарҙың үҫеше өсөн бик һаналған булған гормондарҙың береһенә – үҫеш гормонына кире йоғонто яһай.
Бер төймә аспириндың организға бер нисә тәүлек йоғонто яһауын иҫәпкә алғанда, был ваҡытта етди көс күнекмәләренә тотоноу ҡәтғи тыйыла. «Колдрекс» эскәндән һуң да спорт залына барыу тураһында һүҙ алып барырға ярамай.
- "Алка-Зельтцер" бахмурҙы дауаламай һәм артабанғы хәлегеҙҙе яҡшыртыу сараһы сифатында ҡулланыла алмай. Был популяр препаратттың составында ябай аспирин, аш содаһы һәм лимон кислотаһы бар. Аспирин ауыртыуҙы баҫа, аш содаһы ашҡаҙандың кислоталылығын кәметә. Алкоголь менән организмығыҙҙы ағыулағандан һуң, был иҫкергән дарыуҙар зыян ғына килтерәсәк.
- Европа белгестәре инде күптән үҙҙәрен аҡламаған аспирин менән парацетамол урынына ибупрофен («Нурафен», «МИГ400», «Адвил», «Солпафлекс» һ.б) ҡулланырға тәҡдим итә. Был матдә баш ауыртыуын баҫа һәм температураны төшөрә.
Әммә уларҙы ҡулланыу үҙен аҡларға тейеш, һалҡын тейеүҙән йә, баш ауырта, тип кенә туҡтауһыҙ эсергә ярамай, сөнки организмға зыян килтереүе ихтимал.
Фото:Т.Аманов.