Пособие күләме һуңғы ике календарь йылдағы уртаса эш хаҡының 100 процентын тәшкил итә. Мәҫәлән, әгәр ҡатын 2024 йылда отпуск алған булһа, 2023 һәм 2022 йылғы эш хаҡы иҫәпкә алынасаҡ.
Пособиены ниндәй формула буйынса иҫәпләйҙәр?
Түләү = ике йыл өсөн эш хаҡы / 730 йәки 731 көн (йөклөлөк һәм бала табыу, бала ҡарау буйынса отпуск, больничный көндәренән тыш) х ял көндәре һаны.
Ялдың оҙайлығы:
- ғәҙәттәге йөклөлөк ваҡытында — 140 көн;
- баланы ауыр тапҡанда — 156 көн;
- күп балалы йөклөлөк ваҡытында — 194 көн.
Түләүҙең иң бәләкәй һәм иң ҙур суммаһы бар:
* 140 көн отпускы ваҡытында — 101 851,40 һумдан 565 562,20 һумға тиклем;
- 156 көн отпускы булғанда — 113 491,56 һумдан 630 197,88 һумға тиклем;
- 194 көн отпускы булғанда — 141 136,94 һумдан 783 707,62 һумға тиклем.
Минималь суммалар Башҡортостандағы район коэффициентын иҫәпкә алып күрһәтелгән.
❓ Ниндәй осраҡтарҙа иҫәпләү өсөн йылдарҙы алмаштырырға мөмкин?
Әгәр алдағы ике йылда ҡатын-ҡыҙ:
- йөклөлөк һәм бала табыу буйынса,
- бала ҡарау буйынса отпускыла булһа.
Был осраҡта йылдарҙы (йылды) унан алдағы йылдарға алмаштырырға мөмкин. Шулай итеп, 2023 һәм 2022 йылдарҙы 2021 һәм 2020 йылдарға алмаштырырға була. Эш биреүсегә йылдарҙы алмаштырыу тураһында ғариза бирелә.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиены юллау тураһында — ошонда уҡығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан