Тәбиғәттең һый-ниғмәте һанап бөткөһөҙ! Әлеге ваҡытта “тыныс һунар” яратыусылар рәхәтләнеп урман-ҡырға бәшмәккә йөрөй.
Асҡын районының Билгеш ауылы уңғандары ла бәшмәк йыйырға ярата, уны тәмле итеп әҙерләй ҙә белә. “Белеп йыйып, иренмәй генә эшкәртһәң, тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ ҡышын табын күрке буласаҡ”, - ти улар.
Уҫаҡ бәшмәген нисек тәмле итеп тоҙларға икәнен белгегеҙ килһә, билгештәр серҙе аса. Боронғо ысул менән әҙерләү хаҡында Фәнилә Шәмсетдинова бәйән итә.
"Бала саҡта бәшмәккә барабыҙ ҙа, шунда уҡ һыу буйында йыуып алып ҡайта инек. Бәшмәкте заготовителгә тапшырып, мәктәп кәрәк-ярағы һатып алырға аҡса ла эшләй инек. Ул саҡтарҙан 45-47 йыллап ваҡыт үтте. Шул ваҡыттан Мөғлөй тигән бабайҙың ҙур ағас мискәгә бәшмәк тоҙлауы иҫтә ҡалған. Әле уның ише ағас силәктәр юҡ, шуға күрә беҙ эмалләнгән һауытта тоҙлайбыҙ. Уның төбөнә имән япраҡтары һалабыҙ. Япраҡ өҫтөнә рәт-рәт итеп бәшмәктәрҙе теҙәбеҙ, һәр ҡатлам өҫтөнә тоҙ һибәбеҙ. Һауыт тулғас, иң өҫкө өлөшө тағы имән япрағы менән ҡаплана. Бәләкәйерәк ҡапҡас ябып, өҫтөнә ауыр нәмә ултыртабыҙ. Ул бәшмәктәрҙе тулыһынса баҫып торорға тейеш. Бындай бәшмәк үҙ тәмен юғалтмай, сөнки ул бешермәйенсә тоҙлана".
Фото: vk.com/club217813057