Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәктәп автобустарының техник торошо тикшерелде. Был сара белем биреү учреждениеларына йөрөү маршруттарында хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторола. Райондың бөтә белем усаҡтарынан килгән автобустар Ҡырмыҫҡалы ауылының Ленин майҙанында тигеҙ рәт булып теҙелде. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса өлкән дәүләт инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Ирек Ҡолғонин менән Мәктәп-ара уҡыу-уҡытыу комбинаты директоры Хәсән Ибраҡов транспорт сараларын ентекләп ҡараны. Улар автобустарҙың техник төҙөклөгөн тикшерҙе, шулай уҡ ГЛОНАСС, төҫлө сигнализация, ашығыс ишектәр асылыу төймәһе, тахографтар һәм водитель картаһы, хәүефһеҙлек ҡайыштарының дөрөҫ эшләүенә иғтибар бирҙе. Балаларҙың хәүефһеҙлеге водителдәрҙең яуаплылығына ғына түгел, автобустарҙың торошона ла бәйле. Районда бөтәһе 39 мәктәп автобусы иҫәпләнә, улар төрлө ауылдарҙан бер меңдән ашыу баланы ташый.
Профилактик сара һуңында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса өлкән дәүләт инспекторы Ирек Ҡолғонин мәктәп автобустары водителдәре менән инструктаж үткәрҙе, уларҙың эш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, юл хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө.
Руль артына ултыраһың икән, тимәк һин үҙ пассажирҙарың һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуап тотаһың. Тәжрибәле Ҡабаҡ мәктәбе водителе Раил Яппаров быны яҡшы аңлай, сөнки уның бурысы уҡыусыларҙы һау-сәләмәт килеш үҙ йорттарына алып ҡайтып еткереү.
- Быға тиклем Ҡабаҡ кирбес заводында эшләнем. Ҡабаҡ мәктәбе водителе булып эшләүемә ун йыл тулды. Һалйығот, Ольховое һәм Ҡолош ауылдарынан балалар ташыйбыҙ. Ике сменала эшләйбеҙ, балалар күп. Тәүҙә ПАЗ маркалы автобуста йөрөнөм. Әле яңы “ГАЗель” машинаһына ултырҙым. Әйткәндәй, уҙған йылда был машина мәктәп автопарктарын яңыртыу программаһы сиктәрендә алынды “ГАЗель” машинаһы балалар өсөн уңайлы, йомшаҡ креслолар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, юғары полкала багаж урындары, кондиционер менән йыһазландырылған.
Балаларҙы дәрестәргә ваҡытында илтеп еткереү, район сараларына сәйәхәттәр, олимпиада, ярыштарҙа, спорт сараларында ҡатнашыу, музейҙарҙа, күргәҙмәләрҙә булыу өсөн яңы автобус ҙур ярҙамсы буласаҡ,- ти Ҡабаҡ мәктәбе водителе Раил Яппаров.
“Дети” тип яҙылған автобустар нисәмә саҡрым юл үтеп, балаларҙы белем иленә алып бара, өйҙәренә алып ҡайта. Балаларҙың юлда йөрөү именлеге беренсе сиратта техниканың төҙөк һәм шоферҙарҙың уяу булыуынан тора.
- Сихонкин мәктәбе водителе булып эшләйем. Ҡабаҡ станцияһынан, Түбәнге Тимкә, Үрге Углич, Һыуыҡ Шишмә һәм Дубрава ауылдарынан балаларҙы Сихонкин мәктәбенә ташыйбыҙ. Мәктәп уҡыусылары бер сменала уҡый. Автобус менән йөрөүсе балалар күп булыу сәбәпле, “ГАЗель” машинаһын ПАЗ машинаһына алмаштырҙым. Балаларҙың хәүефһеҙлеген булдырыр өсөн автобусҡа ваҡытында ремонт эштәре башҡарыла, техосмотр үткәрелә. Был автобус иң иҫке автобустарҙың береһе – 2013 йылғы. Киләсәктә яңы автобус алырға ирешербеҙ, тип уйлайым,- ти Радик Шилин.
Һәр етешһеҙлек күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Шуға ла уларҙы ваҡытында асыҡлау һәм төҙәтеү мөһим.
Фирүзә
РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
- Балаларҙың юлда йөрөүе хәүефһеҙ булһын - беҙгә шуныһы мөһим, ата-әсәләр балаларын тыныс күңел менән оҙатһын, улар өсөн борсолмаһын.
Артабан да быны хәстәрләйәсәкбеҙ.
Мәктәп автобустары водителдәренә айырым рәхмәт әйткем килә. Күп балаларҙың иртәһе улар менән осрашыуҙан башлана. Шуға ла тотош көндөң ниндәй кәйефтә үтере уларҙың йылы һүҙенә, йылмайыуына ла бәйле.
Артабан да водителдәрҙең эш шарттарын яҡшыртырға тырышырбыҙ.Ирек ҠОЛҒОНИН, йәмәғәтселек фекере лидеры:
- Йыл да уҡыу йылы башланыр алдынан юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан мәктәп автобустарын техник йәһәттән тикшереү була. Был бик кәрәк сара, сөнки балаларҙың имен-аман, уңайлы, йылы шарттарҙа йөрөүе бөтәбеҙ өсөн дә мөһим.
Ауылда белем биреүҙең төп бурыстарының береһе - балаларҙың мәктәпкә йөрөүен хәүефһеҙ итеү. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров та һәр сығышында тиерлек ҡабатлай.