Ҡамырға:
300 г он
10 г сода йәки ҡамыр ҡабартҡыс
90-100 г аҡ май
60-80 г шәкәр
1 йомортҡа
Эслек (заливка):
300-400 г баҡса еләге
2 йомортҡа
150 г шәкәр
40 г кукуруз крахмалы
370-400 г 20 процентлы магазин ҡаймағы
"Ҡамыр баҫам да, һыуытҡысҡа ҡуйып торам. Был юлы баҫҡас та табаға ҡул менән тигеҙләп йәйеп, һыуытҡысҡа ултыртып торҙом.
Аҙаҡ алып сәнске менән төрткөләп сыҡтым да, еләктәрҙе теҙҙем. Иң тәүҙә йомортҡа, шәкәрҙе ныҡлап туғыным. Ҡаймаҡ менән крахмалды айырым һауытта ҡушып ныҡ итеп туғыным.
Йомортҡа, шәкәрле массаға ҡушып, тағы бер ҡат һәйбәтләп бутаным.
Еләктәр өҫтөнә ҡойоп, ҡыҙып торған духовкаға оҙаттым.
180-200 градуста 35 минутта бешеп тә сыҡты", - ти уңған ханым.
Фото һәм сығанаҡ: Айгуль Идрисова (vk.com)