Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
21 Август 2024, 17:01

Башҡортостанда йәшәүселәр исемен йышыраҡ алмаштыра башлаған

Башҡортостанда 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында 1952 кеше исемен алмаштырған. 

Башҡортостанда йәшәүселәр исемен йышыраҡ алмаштыра башлағанБашҡортостанда йәшәүселәр исемен йышыраҡ алмаштыра башлаған
Башҡортостанда йәшәүселәр исемен йышыраҡ алмаштыра башлаған

Башҡортостанда 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында 1952 кеше исемен алмаштырған. Был хаҡта «Башинформ»ға республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. 2023 йылдың ошо уҡ осоронда ЗАГС органдарында исемде алмаштырыу тураһында 1668 акт теркәлгән.

Исемде үҙ теләгең менән генә алмаштырырға мөмкин, тип өҫтәнеләр ведомствола. Никахҡа ингәндә һәм айырылышҡанда, атайлыҡты билдәләгәндә, баланы тәрбиәгә алғанда алғанда фамилияны алмаштырыу тәртибе башҡаса, ти белгестәр.

Әйткәндәй, «Башинформ» исемен һәм фамилияһыын алмаштырған яҡташтарыбыҙ тураһында яҙып сыҡҡайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-21/zhiteli-bashkirii-stali-chasche-menyat-imya-i-familiyu-3893799

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Источник и  фото: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас