Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2024, 11:36

«Бер йылдан үлмәһәм, һин дә эшләтерһең…»

«Башҡорт хужабикәһе» операция яһатырға уйлай.

«Бер йылдан үлмәһәм, һин дә эшләтерһең…»«Бер йылдан үлмәһәм, һин дә эшләтерһең…»
«Бер йылдан үлмәһәм, һин дә эшләтерһең…»

«Башҡорт хужабикәһе» операция яһатырға уйлай.

Һуңғы ваҡытта блогерҙар араһында ашҡаҙанды бәләкәсәйтеү  буйынса операция эшләтеү модаға инде. Миләүшә Шәйхисламова ла ошо ысулды ҡулланып ябығырға ҡарар иткән.

– Мин дә ашҡаҙанды бәләкәсәйтергә булдым. Элвина ла ашҡаҙанын бәләкәсәйтеп, бер ай эсендә 2 килоға ябыҡҡан. Ҡурҡыныс инде. Альбертҡа: «Мин эшләтәм дә, 1 йылдан үлмәһәм, һин дә яһатырһың», – тинем. Мин үлһәм, исмаһам, Азалияны ҡарарға кеше булыр. Альбина нисек матурайып киткән. Күрешкән инек, ябыҡ, бәләкәй генә булып ҡалған.

Ләкин операциянан һуң былай тәмләп ашай алмам инде мин.

Ҡыҫҡаһы, ябығам, сибәрләнәм дә «Гламур башҡорт ҡыҙының гламур тормошо» тигән блог алып барасаҡмын, – тип белдергән Миләүшә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Сығанаҡ: Йәшлек әзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас