Әйткәндәре хаҡ. Ниәтләй икән, нисек кенә булһа ла, алдына алған маҡсатына ирешмәйенсә ҡалмай. Һүҙен һүҙ итә, әйткәндәрен аныҡ эштәре менән раҫлай ала торған ир-егет ул Азамат Хәйретдинов. Ана шуға ла йорт-ҡаралтылары бөтөн, үҙ ҡулдары менән зауыҡлы һәм уңайлы итеп эшләнгән. Ихатаһы тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Һәр ҡайҙа тәртип, таҙалыҡ. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, уңған, эшсән кешеләр көн иткәне әллә ҡайҙан күренеп тора Бишауыл-Уңғар ауылында.
Күпләп мал тотҡас, аҙығы ла күп кәрәк. Ҡул көсө менән генә атҡарып сығыуы еңелдән түгел. Ана шуға күрә кемгәлер инәлеп тормаҫ өсөн бар кәрәк-яраҡ техника-ҡорамалдарын яйлап-яйлап хәстәрләне. Хәҙер ана тракторында ла профессиональ тракторсыларҙан ҡалышмайса идара итә. Быйыл, тәбиғәт көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, бесәнен дә хәстәрләп ҡуйҙы. Тырышлыҡ, ваҡытты бушҡа исраф итмәү арҡаһында көйлө бара Азаматтың эштәре. Бөгөн ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ятыу заманы түгел. Үҙең ҡыбырламаһаң, үҙең йүнләмәһәң, башҡалар килтереп бирмәҫ. Улай ғына ла түгел, ҡулыңдан килә, мөмкинселектәрең бар икән булған менән генә сикләнеп ҡалмай бөгөнгө замандың уңған ир-егеттәре. Донъя көткәндә файҙаға яраҡлы, табыш килтерә торған бер нәмә лә артыҡ түгел. Тырыш кешеләргә сикләү юҡ. Был осраҡта Азаматтың умартасылыҡ менән дә мауығып, хәҙер инде тәжрибәле умартасыға әйләнеп барыуын күҙ уңында тотоуым. Бынан бер нисә йыл элек дәрт итеп башлап ебәргәйне, артабан был шөғөлгә ныҡлап тартылды ла ҡуйҙы. Өлгөр кеше өлгөр инде. Кемдер: “Эй умарта тотоуҙың нимәһе бар инде, ултырттың ҡуйҙың, ҡорттар үҙҙәре эшен белә ул,” – тиер. Ай-һай, шулай ғынамы икән? Бал ҡортоноң наҙы бар, тигән бит әле борон халыҡ. Бал ашағанда ғына татлы, уның мәшәҡәттәре лә етерлек. Умарта тотор өсөн шарттарын да ҡулайлаштырырға кәрәк. Бал ҡорто ла таҙалыҡ ярата, уға ла туҡланырға кәрәк, билдәле бер кимәлдә йылылыҡ тейеш. Ошондай мәшәҡәттәрҙе умартасы үҙе генә белә. Бал айыртыу мәле етә башлаһа, бик иғтибарлы булыу зарур.
- Бал айыртыу минең өсөн иң ләззәтле, әйтеп бөтөргөһөҙ кинәнес ваҡиға, - тип һүҙен дауам итә Азамат, - бал айыртҡыс әйләнә, хуш еҫле бал һуҙылып аға. Баллы һауыт күҙгә күренеп тула. Үҙ хеҙмәтең емешен татыуҙан да рәхәт миҙгелдәр буламы икән!?
Эшләгәнгә эш ҡарышмай, тигәндәй, Азаматтың умарталары ла йылдан-йыл ишәйә, хәҙер инде егермегә яҡынлай. Улар тигеҙ итеп, тәртип менән урынлаштырылған, тимер селтәр менән әйләндереп алынған. Умарталар янында алма ағастары үҫә. Эргә- тирәлә сәскәләр хуш еҫ бөркә. Әйҙә, бал ҡорттары, кинәнеп эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ. Осоғоҙ, ана, болондарға. Еребеҙ иркен, мең төрлө һутлы үләндәр, сәскәләр етерлек...
Булдыҡлы кешеләр өсөн ошо кескәй генә бал ҡорттары ла оло ҡара табыш сығанағы була ала. Тәбиғәттең уңай саҡтарында бал да күп туплана. Ундай йылдарҙа Азамат күрше- күләндәрен, туған-тыумасаларын да балдан ауыҙ иттерә, хәйер итеп тә бирә, ғаилә ҡаҙнаһына ла матур ғына килем була. Күңеле киң Азаматтың, йомарт кеше ул. Ана шуға ла, күҙ теймәһен, эштәре лә уң бара, ниәттәре лә тормошҡа аша. Быйыл һауа торошо ҡырыҫ булды. Әммә Азаматтың умарталары, Аллаһҡа шөкөр, буш булманы. Биш намаҙҙы ҡалдырмайынса, Аллаһы Тәғәләгә һыйынып йәшәй уңған ир-егет. Ана шуға ла эштәре уң, тормошо етеш, кеше араһында ихтирамлы ул.
Рим Исхаҡов.