Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Рәхәттә» барыһына ла рәхәт булды

Түбәнге Тимкә ауылы янында урынлашҡан “Фазенда” ял итеү базаһында ике көн рәттән “Рәхәттә” тип аталған Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале уҙҙы. Унда республикабыҙҙан, Рәсәй төбәктәренән, Үзбәкстан, Төркиә, Италия, Ҡытай һәм Белоруссиянан 500-ҙән ашыу туризм һәм һаулыҡ һаҡлау өл­кәһендәге эксперттар ҡатнашты. Фестиваль ҡунаҡтары иһә 6000-гә яҡын булды.

«Рәхәттә» барыһына ла рәхәт булды
«Рәхәттә» барыһына ла рәхәт булды

«Рәхәттә» барыһына ла рәхәт булды

Түбәнге Тимкә ауылы янында урынлашҡан “Фазенда” ял итеү базаһында ике көн рәттән “Рәхәттә” тип аталған Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале уҙҙы. Унда республикабыҙҙан, Рәсәй төбәктәренән, Үзбәкстан, Төркиә, Италия, Ҡытай һәм Белоруссиянан 500-ҙән ашыу туризм һәм һаулыҡ һаҡлау өл­кәһендәге эксперттар ҡатнашты. Фестиваль ҡунаҡтары иһә 6000-гә яҡын булды.

 Туризмға арналды

Үҙенсәлекле сараны асыу танта­наһынан һуң фестиваль ҡунаҡтары “Ял итеү философияһы: Сәләмәтлек. Матурлыҡ. Танып белеү” пленар ул­тырышына йыйылды. Иң тәүге һүҙ Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенкоға бирелде.

- Фестивалдең иң тәүге бурыста­рының береһе - беҙҙең төбәктәге бар­лыҡ эшҡыуарлыҡ үҫеше нөктәләрен берләштереү. Был фестиваль иң тәү­ге сиратта нимәгә иғтибар бүлеү, көс һалыу кәрәклеген белеү өсөн мөһим. Статистикаға күҙ һалһаҡ, беҙҙең республиканы күрергә, ял итергә йылына 2,5 миллионға яҡын кеше килә. Был, әлбиттә, бик ҙур һан. Беҙ уларҙың һәр береһен тейешенсә ҡар­шы алырға тейешбеҙ. Тағы ла килер­гә теләк белдереүселәр күбәйһә, беҙ уларҙы ҡабул итергә әҙер булырға, туристар ял итергә туҡтарлыҡ өҫтәмә урындар булдырырға тейешбеҙ. Ту­ризм буйынса беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһында 13-сө урын­ды биләй. Иң яҡшы 10 төбәккә инер өсөн беҙгә тағы ла нығыраҡ тырышы­рға кәрәк. Республикабыҙҙағы 12 мең йылға, 5 тәбиғәт паркы, 27 дәүләт тәбиғәт заказнигы, 1500 мәмерйә, 14 тау саңғыһы курорты һәм башҡалар күпте һөйләй. Бындай республика башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Туризмды үҫ­тереү өсөн ошондай саралар ҙур ярҙам итә. Республика Башлығы Радий Хәбиров тырышлығы менән туризм өлкәһендә күп эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, Бөрйән районында «Шүл­гәнташ» тарихи-мәҙәни музей ком­плексы, Ишембай районында «То­ратау» геопаркы, Салауат районында ҙур комплекс һәм башҡалар асылды, - тине Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы үҙенең сығышында.

Ҡытайҙан килгән вәкил ҡытай ме­дицинаһының өҫтөнлөктәре, үҫеше һәм хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буй­ынса һөйләне.

“ЧистоТоп” мунса индустрияһы­ның халыҡ-ара бойондороҡһоҙ пре­мияһын ойоштороусы Татьяна Пе­чорская, “Лужники” акционерҙар йәмғиәте аквакомплексы директоры Владимир Иоффе, “Рус быуы мәктә­бе”нә нигеҙ һалыусы, мейес ҡорамал­дарын эшләү буйынса предприятие етәксеһе Денис Вахов, “Василий Ля­хов мунса мәктәбе”н ойоштороусы, дөрөҫ парланыу буйынса белгес Васи­лий Ляхов, остаз Рәил Солтанов һәм башҡалар мунса мәҙәниәте, был тар­маҡтағы эшҡыуарлыҡ һәм башҡалар тураһында хәбәр итте.

Мунсала сабына беләһеңме?

Фестиваль барышында ошо һора­уға ла яуап табырға була ине. Бында мунса белгестәре дөрөҫ сабыныу ту­раһында әллә күпме кәңәштәр бирҙе. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған мунса яратыусылар өсөн күмәкләшеп пар­ланыу ҙа ойошторолдо. Пар оҫталары быны нисек итеп дөрөҫ эшләргә икә­нен күрһәтеп торҙо.

- Өс йыл буйы үткәрелгән “Рәхәт­тә” фестиваленең һөҙөмтәһе булараҡ күп комплекстар асылды. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – бизнес платформаһын булдырыу, бизнес берҙәмлектәрен ойоштороу. Улар беҙҙең менән бер­гә сифатлы, дөрөҫ һәм яҡшы ялдың нимә икәнлеген аңларға һәм аңла­тырға ярҙам итә. Кешеләр кәрәкле мәғлүмәткә эйә булһын, улар өсөн сифатлы комплекстар төҙөлһөн, яңынан-яңы туризм йүнәлештәре барлыҡҡа килһен өсөн тырышабыҙ, - ти “Евразия мунса федерацияһы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ой­ошмаһы директоры Кристина Бугрова.

Сара барышында ҡыҙыҡлы ярыштар ҙа үтте. Ҡайһы бер мунса­ларҙа бер кешене генә сабындырһалар, икенсеһендә 65-ләп кешене бер юлы сабындырыу оҫталығын да күрһәтте белгестәр. Барыһы ла мун­сала дөрөҫ сабыныуҙың мөһим булы­уына баҫым яһаны. Улар билдәләүен­сә, иң тәүҙә еңел, һалмаҡ хәрәкәт менән аяҡ табаны, аяҡтар, арҡа һәм ҡулдарҙан өҫтән аҫҡа, аҫтан өҫкә ҡа­рай бер нисә тапҡыр үтергә кәрәк. Бынан һуң, лимфатик төйөндәр урынлашҡан тубыҡ аҫтындағы соҡор, сат өлкәһен һәм ҡултыҡ аҫты соҡоро­на теймәй генә миндек менән тәнде сабырға. Иң һуңынан миндек менән ҡул, бил, тубыҡ һәм аяҡ табандарына баҫып торорға. Бындай массаж ҡан әйләнешен көсәйтә, күҙәнәктәрҙе аса һәм һөҙөмтәлә тәндән тир, шлактар күберәк сыға.

Дөрөҫ ҡулланғанда ғына мунса кәйефте күтәрә, тәнде сафландыра, хәл-торошто күпкә яҡшырта, эшкә һәләтлелекте арттыра.

Оҫталыҡ дәрестәре

хайран ҡалдырҙы

Ике көн буйына сәләмәт туҡла­ныу, сәй ҡайнатыу, скандинав йөрөшө, нейробика, массаж буйынса һәм башҡа төрлө оҫталыҡ дәрестәре бар ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы.

Мөмкинлектәре сикләнгән бала­лар өсөн дә ғаилә турҙары ойошто­роу мәсьәләһе фестиваль сиктәренән ситтә ҡалманы.

“ГастроРәхәт”тә кулинар фести­вале лә ҡунаҡтарға онотолмаҫ тәьҫо­раттар бүләк итте. Кем тиҙерәк һәм күберәк ваҡ бәлеш ашай алыуын билдәләүсе чемпионат күп халыҡты йәлеп итте.

Миндектәр, мунсала кейә торған башлыҡтар һәм башҡа кейемдәр йәр­минкәһе күҙҙең яуын алып тора ине.

Ғөмүмән, “Рәхәттә”барыһы ла рәхәтләнеп ял итте, күңел асты.

 

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: