3 июлдә уға билдәһеҙ кеше шылтырата һәм үҙен мобиль элемтә операторы тип таныштырып, уның мобиль элемтә хеҙмәттәре күһәтеү ваҡыты тамамланыуы хаҡында әйтә. Уларҙы оҙайтыу өсөн кәрәҙле элемтә операторы телефонға “ПО Билайн” ҡушымтаһы урынлаштырырға тәҡдим итә.
Ир, мошеникка ышанып, мессенжер аша ебәрелгән һылтанма буйынса ҡушымта урынлаштыра. Шунан һуң уның кеҫә телефоны эшләмәй башлай һәм банк иҫәбенән СБП аша билдәһеҙ картаға 21500 һум аҡса күскәнен асыҡлай. Әлеге факт буйынса РФ Енәйәттәр кодексының 158-се статьяһы 3-сө бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм тикшереү үткәрелә.
Хөрмәтле район халҡы! Кәрәҙле элемтә операторҙары телефон аша сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтмай. Һеҙгә телефон аша кәрәҙле элемтә хеҙмәткәре тарафынан тәҡдим итеп, абонент номерын хеҙмәтләндереү килешеүе буйынса ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтырға йәиһә отошлораҡ тарифҡа күсергә тәҡдим итә. Әгәр ҙә риза булһағыҙ, СМС-хәбәрҙән кодты ғына әйтергә кәрәк. Был мошенниктар тарафынан алданыуҙың бер ысулы.
Ысынбарлыҡта, был код мошенниктарға һеҙҙең “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтындағы йәиһә Банк ҡушымтаһындағы иҫәбегеҙҙе белеү өсөн кәрәк, уның ярҙамында улар һеҙҙең аҡсағыҙҙы еңел генә урлай ала. СМС-хәбәрҙәге кодты телефон аша бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Уяу булығыҙ!
Динар Сәйфуллин, РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары.