Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һыйыр ағып киткән

Ҡот осҡос хәл ҡайҙа булған тиеһегеҙме? ...Ҡойма ямғырҙар арҡаһында бәлә-ҡаза күреүселәр артҡандан-арта.

Һыйыр ағып киткән
Һыйыр ағып киткән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ямғырҙар яуыуҙан һаман да туҡтамай. Ололар әйтмешләй, күктең төбө тишелгәнме ни... Шуға ла күп ауылдарҙы һыу баҫа, күперҙәр, юлдар емерелә, ҡайһы бер урындарҙа транспорттар өсөн хәрәкәт сикләнә, баҡсасыларҙың йәшелсә-емештәре һыу эсендә ултыра...

Бөгөн иртән Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында күңелһеҙ хәл теркәлгән. Урында Ҡарағайлы йылғаһы ташыу сәбәпле, бер хужаның һыйыры ағып киткән... Ә ямғыр һаман туҡтарға уйламай. Синоптиктар фаразлауынса, ял көндәрендә лә ошондай һауа торошо дауам итәсәк. Киләһе аҙнала ғына яуым-төшөм күләме бер аҙ кәмейәсәк.

Видео: социаль селтәрҙәр.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: