Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уның маҡсаты – Ватанды һаҡлау

Махсус хәрби операция башланғандан бирле Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн контракт хеҙмәтенә юлланыусы ир-егеттәребеҙ һаны көндән-көн артып тора.Шуларҙың береһе - Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе “Француз” ҡушаматлы яҡташыбыҙ бөгөнгө көндә Ватаныбыҙ һағында хеҙмәт итә.

Уның маҡсаты – Ватанды һаҡлау
Уның маҡсаты – Ватанды һаҡлау

Хәрби хеҙмәткәр-контрактсы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Бала сағы, үҫмер һәм йәшлек йылдары башҡаларҙыҡынан артыҡ айырылмай тиерлек. Татыу ғаиләлә бәхетле тормош кисерә. Урындағы мәктәптә 10-сы класҡа тиклем белем ала. Тырыш егет үҙен уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай. Мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Йәше еткәс, бар дуҫ егеттәре кеүек үк армияға алынып, Мәскәү өлкәһендә ике йыл хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһына эшкә юллана. Унда полицияға эшкә урынлаша. Артабан прокуратурала ла эшләп ала. Законлылыҡ һәм тәртип һағында тороу, Ватанды һаҡлау кеүек үк, һәр ваҡыт маҡтаулы һәм яуаплы булды. Яҡташыбыҙ хоҡуҡ тәртибен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Ҡалала оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Районға ҡайтҡас Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Аҡташ” магазинына эшкә урынлаша. Илдә барған ваҡиғалар уны ла битараф ҡалдырмай. Балаларҙың яҡты киләсәге, илебеҙ тыныслығы өсөн етди ҡарарға килә һәм 2023 йылдың 20 авгусында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Бөгөнгө көндә яугир фронттың Көньяҡ-Донецк йүнәлешендә Рәсәй ғәскәрҙәре төркөмөндә минометсы булып хеҙмәт итә.
Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң хәрби хеҙмәткәр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтып китә. Уны әсәһе, тормош иптәше, балалары, яҡындары өҙөлөп көтөп ала. Уның хәрби хеҙмәт, йәшәү шарттары, һалдаттар араһында командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләгәндәрен ихлас тыңлайҙар һәм уның менән ғорурланалар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: