Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Уңыштар һиңә, ҡыҙым!"

Фидан Ғафаров икенсе ғаиләлә тыуған ҡыҙын нимә менән ҡотлаған?     

"Уңыштар һиңә, ҡыҙым!"
"Уңыштар һиңә, ҡыҙым!"

Яратҡан йырсыбыҙ, башҡорт эстрадаһы легендаһы Фидан Ғафаровтың икенсе ғаиләлә ҡыҙы үҫеүе, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында яҙғаныбыҙ бар ине.

Самираның был донъяла барлығын уның ҡатыны Фәриҙә ханым да, ула Азамат та белгән һәм ҡабул иткән. Иң мөһиме, атай менән ҡыҙ үҙ-ара матур мөнәсәбәттә. Бәләкәйерәк сағында Самира атаһының концерттарында сығыш та яһаған.

Һәм бына быйыл Самираның туғыҙынсы класты тамамлауы асыҡланды. Башҡа уҡыусылар менән ул да ҡулына аттестат алған икән.

“Ҡыҙымдың мәктәбендә “Һау бул, 9-сы класс!” байрамы гөрләп үтте. Ҡулына аттестат алды. Ҡотлайбыҙ! Уңыштар һиңә!!!” тип Фидан Сафа улы үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙып сыҡты һәм фотолар һалды.

Фото: "Бәйләнештә" Ф. Ғафаровтың сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: