Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ришат Төхвәтуллиндарҙың ниндәй яңылығы бар?

Унда үҙ холҡон күрһәтергә лә өлгөргән.

Ришат Төхвәтуллиндарҙың ниндәй яңылығы бар?
Ришат Төхвәтуллиндарҙың ниндәй яңылығы бар?

Унда үҙ холҡон күрһәтергә лә өлгөргән.

Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндар Әлиәнең ата-әсәһе, Ришаттың һеңлеһе Айгөл һәм уның ғаиләһе менән Төркиәлә ял итә. Өләсәһе менән олатаһы ейәндәрен ҡарашырға килгән, әммә кескәй Әлимгә был оҡшамаған.

"Бөгөн Айгөл менән магазиндарға сығып йөрөп килгән инек. Әсәй Әлимде ҡарап торорға теләк белдерҙе. Әлим шундай яҡшы кәйеф менән ҡалған ине. Ләкин 15 - 20 минут уҙҙымы-юҡмы, әсәй: Әлим туҡтамай илай, тиҙерәк ҡайтығыҙ", - тип яҙҙы. Унан атай: "Ҡаты илай", - тип өҫтәне. 

"Ҡайтһаҡ, бала илап бөткән. Әсәй әйтеүенсә, мин киткәс тә улым илай башлаған. Бала барыһын да аңлай, минең киткәнде һиҙә һәм үпкәләй",  - тип яҙған Әлиә социаль селтәрҙә.

Һәр ата -әсә үҙ сабыйын үҙе үҫтерһен, үҙе ҡурсалаһын, тип әйтәһе генә килә. Хатта ана, бәләкәй Әлим дә ата-әсәһенән һис кенә айырылаһы килмәгән.

Фото: Әлиә Төхвәтуллинаның шәхси архивынан.

 

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: