Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оло юлда. Төнгө икелә...

44 йәшлек ирҙең үлгәне билдәле булды...    

Оло юлда. Төнгө икелә...
Оло юлда. Төнгө икелә...

44 йәшлек ирҙең үлгәне билдәле булды...

 
 

Өфөлә мотоциклсы ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, авария төнгө сәғәт ике тирәһендә Киров районында булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 44 йәшлек ир “Ямаха” мотоциклы менән Ырымбур трактынан Зәки Вәлиди урамы яғына китеп барғанда металл кәртәгә төкөгән, транспорт түңкәрелгән.

“Юл-транспорт ваҡиғаһында мотоциклсы алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана”, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: