Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Наркомандар ғына сирләй тип уйламағыҙ

Башҡортостанда ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны кәмегән. Һуңғы өс йылда был һан 16 процент тәшкил иткән. Быға халыҡтың медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә мөмкин булған.

Былтыр йыл аҙағында республикала диспансер иҫәбендә 20190 ВИЧ-инфекциялы кеше бар ине, тип хәбәр итте Республика СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге баш табибының эпидемиология буйынса урынбаҫары Зөлфиә Иҙрисова.

Медицина хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, халыҡҡа был инфекцияның барлығы һәм ВИЧ-ҡа даими анализ тапшырыу кәрәклеге тураһында хәбәр итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был сир менән ауырыуын осраҡлы ғына белеп ҡала, сөнки улар был проблема уларҙы урап үтер тип уйлай. Өҫтәүенә, йәмғиәттә әле лә СПИД менән наркомандар ғына сирләй тип уйлай. Ә ысынбарлыҡта бөгөн 30 – 40 йәшлек уңышлы ғына өлкәндәр араһында йыш теркәлә.

Башта был ауырыуҙың билдәләре артыҡ күренмәй, герпес, баш ауыртыуы, ашҡаҙандың ялһыныуы һәм башҡа билдәләр һиҫкәндермәй. Был билдәләр көсәйһә генә, кеше үҙенең етди ауырыуға тарығанын аңлай. Ә ул ваҡытында асыҡланһа, терапия үҙ ваҡытында эшләнһә, сир ремессия стадияһында булыр ине.

Әлбиттә, был ауырыуҙы дауалап булмаһа ла, үлемесле түгел. Зөлфиә Иҙрисова әйтеүенсә, уларҙың 30 йылдан ашыу иҫәптә торған пациенттары бар. ВИЧ-инфекциялы кешегә заманса дауалау ысулдары тулы ҡеүәтле тормош алып барырға булышлыҡ итә.

Быны семинарҙа ҡатнашырға ризалашҡан Станислав та раҫланы. Ул да, башҡалар кеүек, ВИЧ-инфекция менән сирләүен медицина тикшереүе ваҡытында белеп ҡалған. Әлбиттә, башта ғүмер туҡтап ҡалған кеүек тойола, артабан ул үҙен ҡулға ала, медицина хеҙмәткәрҙәре талаптарын үтәй. Уларҙың ҡатыны менән һау улы тыуған.

Пациент та, медицина хеҙмәткәрҙәре лә семинарҙа ВИЧ-ты һәм башҡа социаль йәһәттән әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙе популярлаштырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе, үҙҙәрен был бәлә урап үтмәгәндәрҙең уңышлы ғына йәшәүе хаҡында һөйләне.  

“Бөгөн ата-әсәләр балаларға прививкалар, мәҫәлән, В гепатитынан прививка эшләтмәй, был наркомандарҙан сире тип уйлай. Ысынбарлыҡта ауырыуҙы йоҡтороуҙың башҡа ысулдары барлығын да иҫтән сығарырға ярамай”, - тине “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе Елена Шакирова. Спикер шулай уҡ ярты йылға бер тапҡырға флюрография эшләү кәрәклеге тураһында ла әйтте.

ВИЧ менән СПИДты бутарға ярамай. Беренсеһе – вирус, икенсеһе унан килеп сыҡҡан ауырыу. Йәки ВИЧ иммун системаһына һөжүм итә һәм СПИДты булдыра.

Фото: vk.com/centrspid_ufa_club.

Автор: Нэдда ПУХАРЕВА.

Сығанаҡ:  https://resbash.ru/news/zdorove/2024-07-14/v-bashkirii-zabolevaemost-vich-snizilas-na-16-protsentov-3848200

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: