Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йортон ...телевизор кинескоптарынан төҙөгән

Башҡортостандан был үҙенсәлекле ғаилә Андрей Малаховтың “Рәсәйҙең иң ғәжәйеп йорттары” программаһында ҡатнашҡан.

Йортон ...телевизор кинескоптарынан төҙөгән
Йортон ...телевизор кинескоптарынан төҙөгән

Башҡортостандан был үҙенсәлекле ғаилә Андрей Малаховтың “Рәсәйҙең иң ғәжәйеп йорттары” программаһында ҡатнашҡан.

Өфөнән Ғилмановтар ғаиләһе Андрей Малахов менән “Рәсәйҙең иң ғәжәйеп йорттары” программаһында төшкән. Был хаҡта "Өфө ҡалаһы" телеграм-каналында хәбәр ителә.

Өфө ҡалаһы Ленин районының Нижегородка биҫтәһенән Наталья һәм Салауат Ғилмановтар ғаиләһе үҙҙәренең хыял йортон ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән төҙөп, бөтә Рәсәйгә танылыу яуланы.

Үҙаллы төҙөлгән үҙенсәлекле йортто улар үҙ ҡулдары менән һалған. Инженер-өйрәнсектең ғәҙәти булмаған идеяһы бала саҡтан барлыҡҡа килгән.

Ғаилә башлығы әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт түңәрәк йорт тураһында хыялланған. Хәҙер иһә хыял тормошҡа ашҡан һәм үҙ ҡулдары менән ярым түңәрәк веранда эшләүгә өлгәшкән, бының өсөн уға 36 иҫке телевизор кинескобы кәрәк булған. Наталья менән Салауат 23 йыл бергә.

Ул иҫке телевизорҙарҙан 36 кинескоптан торған ярымтүңәрәк рәүешендәге веранда төҙөгән. Веранда төҫлө поликарбонат менән көпләнгән. Уның ҡоймаһы өс мең быяла шешәнән һәм Ағиҙел йылғаһынан алынған үҙенсәлекле таштарҙан эшләнгән. Бынан тыш, йорт йыһаздарын да үҙ ҡулдары менән эшләгән ул. Һөҙөмтәлә ысын музей экспонаттары килеп сыҡҡан. Ҡыҙының яратҡан “38 тутыйғош»” йәнһүрәте буйынса атай кеше ағастан ҡунаҡ бүлмәһенә диван эшләп биргән, терһәк аҫты тап быуар йылан булып эшләнгән.

Ҡыҙҙары Аделина, бәләкәй сағында йорттарынан бер аҙ оялыңҡыраған, сөнки класташтары уны, “сүп-сарҙан эшләнгән өйҙә йәшәйһегеҙ”, тип үсекләгән.

- Үҫкәс, киреһенсә, йортобоҙ менән ғорурлана башланым, - ти ул.

Нисек кенә булмаһын, бындай матурлыҡты үҙ ҡулдары менән эшләгән ғаиләгә һоҡланмай мөмкин түгел! Була бит алтын ҡуллы оҫталар!

Фото: телеграмдан

Автор:Карима Усманова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: