Бала саҡтан ярата
- Почтальон һөнәрен бала саҡтан яраттым, сөнки әсәйем Зәбирә Зиннур ҡыҙы Алайғыр ауылында хат ташыусы булып эшләне. Беҙ ғаиләлә биш ҡыҙ һәм бер малай үҫтек. Үҫеп ҡул араһына инә башлау менән атай-әсәйебеҙҙең бар эштәрендә лә ярҙамлаша торҙоҡ. Ағайым һәм апайҙарым үҫеп сығып киткәнгә күрә, Аида апайым менән миңә гәзит-журналдар таратыу бигерәк тә күп тейҙе. Әсәйем беҙгә урамдарҙы бүлеп бирә торғайны.
Ул замандарҙа матур-матур открыткаларҙың, хаттарҙың, гәзит-журналдарҙың күплегенә иҫең китерлек. Шул йөктө почта сумкаһына тултырып күтәреп тә йөрөргә кәрәк бит?! Әсәйемә ярҙам итеү теләге көслө булғанға күрә, башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ өйҙән-өйгә гәзит-журналдар тарата башланым. Үҫә төшкәс, пенсия аҡсаһын да әсәйем гәзиткә төрөп, уның тышына исемдәрен яҙып ебәрә ине. Әле булһа, нисек балаға аҡса эшен ышанып тапшырғандыр, тип уйлайым.
Радиоһы булғандарҙан 40-ар тин аҡса йыйып радио нөктәһе өсөн почта элемтәһенең планын да үтәр инек бит әле (йылмая).
Һалдат әсәләренә хаттар таратыу күңелле булһа, кешеләрҙең үлеме хаҡында телеграммалар тапшырыу күңелгә ауыр ине, - тип ихлас хәтирәләргә бирелде Рәзилә Миңнулла ҡыҙы.
Бала саҡтан яңы ғына баҫылған гәзит-журналдарҙың, открыткаларҙың еҫенә ғашиҡ булған Рәзилә Миңнулла ҡыҙы унынсы класты тамамлағандан һуң Силәбе өлкәһендә урынлашҡан техник училищеға барырға ҡарар итә. Улар райондан дүрт ҡыҙ була – Ҡарлыман ауылынан Миңһылыу Килмәкова, Гөлзифа Ҡолғонина, Зөлфиә Галина. Ялға ҙур байрамдарҙа ғына ҡайтып йөрөп, ике йыл ярым уҡыйҙар, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр. Күңелле студент йылдары шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китә.
Ҡулда – көтөп алған диплом
Ҡыҙҙар диплом алғандан һуң барыһы ла районға ҡайтып, төрлөһө-төрлө ауылға эшкә тәғәйенләнә. Ул йылдарҙа яңы уҡып ҡайтҡан белгес өс йыл отработка үтергә тейеш була.
Районда ул ваҡытта 33 почта бүлексәһе эшләй. Тәүге йылдарҙа Рәзилә Миңнулла ҡыҙы ай һайын бер почта начальнигын ялға ебәреп, уларҙың урындарында эшләп тора.
- Бәләкәй генә сумаҙаным бар ине, шунда әйберҙәремде тултырам да, тәғәйенләнгән ауылға барып эш башлайым. Фатирҙа торған әбейгә, ауыл халҡына өйрәнеп кенә китһәм, икенсе урынға күсергә тура килә.
Шул саҡтарҙы, ихлас, асыҡ күңелле кешеләрҙе әле булһа, һағынып иҫкә алам, - ти Рәзилә Аласова.
Райондың почта бүлексәһендә урын бушағас, уны посылкалар ҡабул итеү буйынса оператор итеп алалар. Уға почта начальнигы Рим Әғлетдинов, Гөлсимә һәм Йәғәфәр Мортазиндар менән оҙаҡ йылдар татыу эшләргә, уларҙан тәжрибә алып эшләп ҡалырға тура килә.
Артабан эшкә талымһыҙ ҡыҙҙы страховка усчасткаһы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул бар адресаттарға ла гәзит-журналдарҙың ваҡытында барып етеүенә яуаплы була. Эше тынғыһыҙ һәм ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул бар күңелен һалып башҡара.
Заман башҡа – заң башҡа
Йылдар үтеү менән почта ла заманға яраҡлашып үҫешә. Почта хеҙмәте элек гәзит-журнал таратыуға ғына нигеҙләнһә, аҙаҡҡы йыдарҙа халыҡ почта аша һалымдарын, «IP»-ға, интернетҡа, электр энергияһына, төрлө штрафтарын, капиталь ремонтын, кәрәҙле бәйләнеше, фатиры өсөн, торлаҡ страховкаһын түләй ала.
Заман ҡушыуы буйынса Рәзилә Миңнулла ҡыҙы ла 2001 йылда ситтән тороп Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын тамамлай. Компьютерҙы яҡшы үҙләштергән, бөтә операцияларҙы яңы технологиялар ярҙамында башҡара белгән хеҙмәткәргә почта документтарының үтәлешен тикшереү буйынса контролер эшен ышанып тапшыралар.
Бына ун биш йыл инде Рәзилә Алачева пенсиялар һәм пособиелар таратыу буйынса участка начальнигы вазифаһын үтәй. Был эшендә лә ул теүәллек һәм тәртип ярата.
Яратҡан эш – ярты бәхет
Тырыш, намыҫлы һәм эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙең эше етәкселек тарафынан билдәләнә бара. Ошо дәүер эсендә Рәзилә Миңнулла ҡыҙы күп һанлы грамоталарға һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була. 55 йәшлек юбилейы айҡанлы БР Федераль почта элемтәһе идаралығынанхеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн Маҡтау таҡтаһына индереү тураһында таныҡлыҡҡа лайыҡ була. Шул айҡанлы урындағы телевидение уның хаҡында репортаж да төшөргән.
- Эшемде яратып башҡарғанға күрә, ауырлыҡтар бер ҙә тойолмай. Ҡырҡ йылға яҡын почтала эшләү мине күп нимәгә өйрәтте. Иҫәнлек булғанда, әле тағы эшләйһе килеп кенә тора. Хеҙмәттәштәремә лә иғтибарлыҡтары, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуҙары өсөн рәхмәтлемен, - ти Рәзилә Миңнулла ҡыҙы.
Улдары – таянысы
Яратҡан эш – ярты бәхет булһа, яратҡан һөнәрҙәре буйынса белем алып, эшләп йөрөгән улдары Альгиз менән Илгизәрҙең уңыштары тағы ла ҙур ҡыуаныстар өҫтәй әсәгә. Улы Альгиз Башҡорт дәүләт университетының геофизика факультетын, һуңынан магистратураны тамамлап, баш ҡала йәмғиәттәренең береһендә начальник урынбаҫары булып эшләп йөрөй. Илгизәр ошо көндәрҙә Өфө дәүләт нефть техник университетын “5” билдәләренә генә уҡып бөтөп, диплом алырға тора.
Рәзилә Миңнулла ҡыҙы улдары өсөн донъялағы иң хәстәрлекле әсәй. Ҡайтҡан саҡтарында тәмле аштарын, татлы ризыҡтарын бешереп ҡаршы ала, оҙатып ҡала.
Бына шулай, мәҡәлә геройына ҡарап, яратҡан эшең, ғаиләң булыу ҙур бәхет икәнлегенә, тағы бер тапҡыр инанаһың. Рәзилә Миңнулла ҡыҙын һәм барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бар кешеләргә лә шулай эштәренән кинәнес алып, тормош ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Фәниә Сәлимгәрәева фотоһы.