Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Июль 2024, 07:29

Иң яҡшы проект тип табылды

2017 йылдан алып Рәсәй Хөкүмәте һәм муниципаль берәмектәрҙең Бөтә Рәсәй конгресы, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидаралыҡ советы менән берлектә “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсы уҙғарылып килә. Унда республикабыҙ ҡалалары һәм райондары әүҙем ҡатнаша.

Иң яҡшы проект тип табылдыИң яҡшы проект тип табылды
Иң яҡшы проект тип табылды

Был конкурста район үҙәгендә урынлашҡан “Аҡкүл” паркын төҙөкләндереү проекты өсөнсө урын яуланы һәм 480 мең һум күләмендә аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.
Паркты төҙөкләндереү эштәре 2017 йылдан 2019 йылға тиклем бер нисә этапта уҙҙы. Проектҡа яҡташыбыҙ, меценат Рафаил Нурмөхәмәтов ҙур иғәнә ярҙам күрһәтте. Аҡсаларҙың бер өлөшө “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә бүленде, икенсе өлөшөн ауыл халҡы үҙе йыйҙы.
Парк асылғандан бирле район халҡының яратҡан урынына әүерелде. Ябай көндәрҙә унда ғаиләләр, балалар, хаҡлы ялдағылар ял итһә, байрам көндәрендә һәр төрлө саралар ҙур күләмдә гөрләп уҙа.

Йыл һайын беҙҙең районда республика программаларына ярашлы, йәмәғәт урындары яҡшыра. Был эш Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ентекле иғтибары аҫтында башҡарыла. 

Ынйы Бикҡужина.

Автор:
Читайте нас